+24 °С
Ямғыр
Дөйөм мәҡәләләр
6 Август 2025, 08:45

Ҡырымда ла булдыҡ беҙ!..

В.И. Ленин исемендәге Бөтә Союз “Артек” пионер лагерына мин 1968 йылда 7-се синыф башында (сентябрь-октябрь) барҙым.

Ҡырымда ла булдыҡ беҙ!..Ҡырымда ла булдыҡ беҙ!..
Ҡырымда ла булдыҡ беҙ!..

Өфөнән тәүҙә поезд менән Мәскәүгә киттек. Бөтәбеҙ бер вагонда. Йоҡлар ваҡыт етә башлаһа, ҡаланыҡылар ҡурҡытҡыстар (“отдай мое сердце!”) һөйләп, ҡотто алып бөтөр ине. Мәскәүҙән Симферополгә килеп төштөк, унан лагерға алып киттеләр.
Башҡортостандан беҙ күмәк инек, яңылышмаһам, 50-ләп кеше. Төрлө дружиналарға бүлделәр. Мин һәм бер нисә яҡташ “Лазурная” дружинаһына эләктек. Беҙҙең сменаға төрлө мәктәптәрҙең байраҡ йөрөтөүселәре йыйылғайны.
Палаталарға урынлашҡас та “Артек” формаһы тараттылар – көндәлек кейем һәм тантана формаһы. Ике вожатый апайыбыҙ булды. Улар лагерь ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Шулай итеп, лагерь тормошо башланды. Экскурсиялар, кино ҡарау, яңы йырҙар, бейеүҙәр өйрәнеү, ярыштар, конкурс­тар һ.б. Һыу инеү һирәк эләкте, сөнки табип рөхсәт итмәй ҙә ҡуя.
Бер көндө вожатыйҙар отрядтағы һәр беребеҙгә үҙ телендә йыр йырлап күрһәтергә тәҡдим итте. Илдең төрлө мөйөшөнән йыйылған иптәштәремә матур көйлө йыр ишеттергем килде (йырға шәп булмаһам да, баш тартыу ҡабул ителмәне). Мин һүҙҙәрен белгән берҙән-бер матур йыр “Беренсе мөхәббәт” ине. Ул замандың модалы йыры. Йыр­ланым. Бер тажик малайы: “Она про любовь спела!” – тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Мөхәббәт тигән һүҙ тажиктарҙа ла (муҳаббат) булғанын кем белгән инде. Мәктәп уҡыусыларының мөхәббәт йырҙары йырлауы ул саҡта хупланмай ине бит. Бәлки, “Артек”та ярағандыр, вожатыйҙар йылмайҙы ла ҡуйҙы. Беҙҙең 38 кешелек отрядта рустар, тажиктар, белорустар, украиндар, татарҙар ял итте.
Ә иң ҡыйыны миңә дәрестәрҙә русса яуап биреү булды. Бөтә фәндәрҙе лә башҡортса дәреслектәрҙән башҡортса уҡып йөрөгән ауыл балаһына 7-се синыф башында рус класына барып ултырыу уҡ шок булды. Өйгә эш бирмәйҙәр, дәреслектәр синыфта ҡала. Уҡытыусыларҙың һөйләгәнен аңлаһам да, яуапты белһәм дә, русса яуап бирә алмайым. Хас теге аҡыллы эт кеүек. Шулай “Артек”тан “икеле”ләр тейәп ҡайттым.
Ләкин барыбер илдең иң шәп лагерында булған өсөн ғорурлыҡ, шатлыҡ кисерҙем.
СССР-ҙа яҡты киләсәк өлгөһөн кәүҙәләндергән “Артек” бит ул. Унан онотолмаҫ хәтирәләр ҡалды, яңы дуҫтар таптым. Бер нисәһе менән оҙаҡ йылдар хатлаштым.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас