Уртаҡ ҡаҙаныш
"Бындай юғары баһа — ғалимдарыбыҙҙың, белгестәребеҙҙең, ғилми институттарыбыҙҙың, республикаға идара итеү командаһының — Шүлгәнташ мәмерйәһенең боронғо һүрәттәрен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин һәм хатта мөмкин булмағанды эшләгәндәрҙең күп йыллыҡ хеҙмәтен таныу. Был уникаль объект ЮНЕСКО исемлегенә дәғүәселәр иҫәбенә индерелгәндән бирле бик ҙур эш башҡарылған. Беҙ тарихҡа тиклемге осор рәсемдәен һаҡлау һәм мәмерйәгә антропоген йоғонтоно кәметеү өсөн тотош инфраструктура булдырҙыҡ. Тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡҡа нигеҙ һалдыҡ, алдынғы халыҡ-ара стандарттарға тап килгән, лабораторияһы һәм рәсемдәрҙең теүәл күсермәләре булған ультразаманса музей комплексы төҙөнөк. Мәмерйәлә автономиялы мониторинг системаһын индерҙек һәм туристик маршруттарҙы яңырттыҡ. ЮНЕСКО-ның бөтә талаптарын үтәнек”, – тип яҙҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Шүлгән мәмерйәһенә халыҡ-ара статус алыуға ҙур өлөш индергән етәкселәрҙең һәм белгестәрҙең эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Башҡортостан Республикаһының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы директоры Фәүзил Маликовҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исеме бирелде. Башҡа белгестәргә лә наградалар тапшырылды.
Әһәмиәте
Шүлгәнташ диуарҙарына төшөрөлгән рәсемдәрҙең ЮНЕСКО мираҫы исемлегенә индерелеүенең ниндәй әһәмиәте, ниндәй файҙаһы була һуң? Был нимәгә кәрәк? Ошо хаҡта БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Хөкүмәт кәңәшмәһендә һөйләне.
Был ваҡиға биргән өҫтөнлөктәр:
- халыҡ-ара абруй – глобаль ҡиммәттең юғары статусы, ул бөтә кимәлдә объекттың билдәлелеген һәм әһәмиәтен арттыра;
- көсәйтелгән һаҡлау – дәүләткә халыҡ-ара стандарттар буйынса оҙайлы һаҡлауҙы тәьмин итеүҙе йөкмәтә, милли кимәлдә хоҡуҡи яҡлауҙы көсәйтә, объектты 1972 йылғы Конвенцияның йоғонтоһо аҫтына индерә һәм эксперт ярҙамын өҫтөнлөклө ҡулланыу мөмкинлеген бирә (ИКОМОС, МСОП, ИККРОМ);
- туризм һәм иҡтисад өлкәһендә ЮНЕСКО статусы – туристарҙы йәлеп итеүсе, инфраструктураны үҫтереүҙе, эш урындары булдырыуҙы, килемде арттырыуҙы, инвестицион ылыҡтырғыслыҡты һәм уға бәйле тармаҡтар үҫешен көсәйтеүсе ҡеүәтле маркетинг ҡоралы;
- һөҙөмтәле идара итеү. Уның өсөн идара итеү планын әҙерләү, аныҡ сиктәрҙе һәм буфер зонаһын билдәләү, торошон күҙәтеүҙе көсәйтеү талап ителә;
- халыҡ-ара хеҙмәттәшлек. Ул белем, технологиялар һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыуҙы еңеләйтә, мәҙәни һәм фәнни бәйләнештәрҙе нығыта;
- белем биреү һәм хәбәрҙарлыҡ – яңы статус урындағы халыҡтың һәм ҡунаҡтарҙың объекттың ҡиммәтен аңлауын арттырыусы программаларҙы үҫтерәсәк.
“Шүлгәнташ” мәмерйәһенең халыҡ-ара исемлеккә инеүе республиканы Рәсәй эсендә генә түгел, донъя кимәлендә уникаль төбәк итеп күрһәтә.
Яңы статус алыу юлында
“Шүлгәнташ мәмерйәһенең ташҡа төшөрөлгән рәсемдәре” объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә номинациялау досьеһы өҫтөндә эш 2018 йылда башлана һәм 2023 йылда тамамлана. 2024 йылдың сентябрендә досье ЮНЕСКО Секретариатына ебәрелә.
Досье өҫтөндә эшләгәндә дисциплина-ара эшсе төркөм төҙөлә, берҙәм команда алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә бөтә көсөн һәм белемен һала. Ғилми-тикшеренеү эштәрендә Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты, РФА-ның Өфө федераль тикшеренеү институты, Себер Палеосәнғәт тикшеренеүселәре ассоциацияһы, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Екатеринбург, Ҡазан, Силәбе, Кемерово ғалимдары ҡатнаша. Шулай уҡ Австрия, Андорра, Франция, Испания, Ҡаҙағстандың тар белгестәре эксперт оҙатыуына һәм ғилми етәкселеккә йәлеп ителә.
2024 йылда ЮНЕСКО-ның консультатив органы – Ҡомартҡыларҙы һәм иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара советтың (ИКОМОС) эксперты Фернандо Каррера Рамирез объекттың торошон баһалауҙы башҡара. Эксперт ҡомартҡыны билдәле итеү эштәрен һәм эшсе төркөмдөң тырышлыҡтарын юғары баһалай.
2024 йылдың сентбяренән 2025 йылдың мартына тиклем ИКОМОС Комиссияһы досьеға экспертиза үткәрә.
Был ваҡыт эсендә ИКОМОС эксперттары менән бәйләнештәр юлға һалына, улар менән даими консультациялар үткәрелә, мәғлүмәт алмашыу бара.
– Бөтә донъя мираҫы комитетының 47-се сессияһында (2025 йылдың 6–16 июле) Парижда «Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡая-ташҡа төшөрөлгән рәсемдәре» объектын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Сессияла тәҡдим ителгән 26 номинация араһында беҙҙең Шүлгәнташ өсөн тауыш биреү өҫтәмә һорауҙарһыҙ үткән берҙән-бер тауыш биреү булды. Был – республика командаһының күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе, – тип билдәләне Урал Килсенбаев. – Башҡортостан Башлығы етәкселеге һәм ярҙамы менән 2022 йылдың июлендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районында «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексы проектын төҙөү тамамланды. Был Радий Хәбировтың шәхси ҡатнашлығында ғына мөмкин булды – «Шүлгәнташ» музей комплексы мәмерйәнең һәм ташҡа төшөрөлгән боронғо һүрәттәрҙең һаҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән эштәрҙе башҡарыу өсөн махсус булдырылды.
Ҡомартҡылар төйәге ул Башҡортостан
Шүлгәнташ мәмерйәһе – Көньяҡ Уралдың иң ҙур мәмерйәләренең береһе. Европала палеолит дәүерендәге мәмерйә сәнғәтенең иң көнсығыш сағылышы булараҡ, мәмерйә Евразияла, Көнбайыш Европанан ситтә, бындай сәнғәттең иң ҙур һәм яҡшы һаҡланған ҡомартҡыһы булып тора. Бындағы рәсемдәр араһында палеолит мәмерйә сәнғәте өсөн уникаль булған ике үркәсле дөйә һүрәте табылған. Шүлгәнташтың ҡая-таш һүрәттәре 20 600 – 16 500 йылдар элек эшләнгән. Ул ваҡытта, боҙлоҡтоң юғары кимәле һәм дегляциация башланыу осоронда, Көньяҡ Уралдың климаты ҡырыҫ була, мәңгелек туң хөкөм һөрә (температура Цельсий буйынса 0 градустан даими рәүештә түбән). Был тиклем һалҡындар (етмәһә, мәмерйәлә ҡараңғы, ҡайһы бер урындарына инеү хәүефле) Шүлгәнташта рәсем төшөрөүҙе, палеолит сәнғәте өлгөләрен һаҡлаған башҡа мәмерйәләр менән сағыштырғанда, ысын мәғәнәһендә экстремаль шөғөл итә.
Башҡортостанда донъя кимәлендәге ҡомартҡы итеп күтәрерлек объекттар етерлек. Республика етәкселеге бындай исемлекте ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә әҙерләй. Төбәгебеҙҙең тарих һәм тәбиғәт ҡомартҡыларынан Торатау, Йөрәктау, Ҡуштау шихандарына номинацион досье эшләнгән. Ошо август айында халыҡ-ара эксперттың килеүе көтөлә. Воскресенск баҡыр иретеү заводы объекты буйынса эш атҡарыла. Йәнә Торатау геопаркын ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар селтәренә индереү әүҙем бара. ЮНЕСКО эксперттары тәҡдимдәренең үтәлеүе тураһындағы отчет әҙерләнә һәм ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктар буйынса Чилиҙа 5–12 сентябрҙә үтәсәк XI халыҡ-ара конференцияһына доклад тәҡдим ителәсәк.
Сығанаҡ: Башинформ.