

Республикабыҙҙың инвалид балаларҙың ата-әсәләрен берләштергән "Берҙәмлек" Төбәк йәмәғәт ойошмаһының "Башҡорт сувениры" йәмғиәте менән берлектә ойошторған проекты беҙҙең иғтибарҙы йәлеп итте.
Проект авторы Винера Белова әйтеүенсә, бындай үҙәктәргә бала, үҙенең диагнозын аңлап, төңөлөп үҙенә бикләнмәҫ элек, үҙе кеүек балалар араһына килтереп, дәрестәргә йөрөтә башларға кәрәк. Ҡайһы бер балаларҙың психологик алымдар менән уҙғарылған дәрестәр йоғонтоһонда һаулығы яҡшыра. Уларҙың кәйефтәре үҙгәрә, үҙҙәрен йәмғиәткә кәрәкле кеше итеп тоя башлайҙар, күңелдәрендә киләсәккә өмөт уяна.
Өс йәштән ете йәшкә тиклем балаларҙы ҡарау һәм ҡыҫҡа ваҡытлы адаптация төркөмөндә балаларҙы мәктәпкә әҙерләйҙәр. Ата – әсәләренә баланы ҡарап тороп ҡына түгел, кәрәк осраҡтарҙа юридик ярҙам да күрһәтәләр. Ә инде ете йәштән ун ете йәшкә тиклемге тәрбиәләнеүселәренә ойошма уҡытыусылары фортепианола уйнау, балсыҡ терапияһы, һүрәт төшөрөү дәрестәре бирәләр. 17 йәше тулған осраҡта ла “Берҙәмлек” ойошмаһы балаларҙы ташламай. Төрлө һөнәри колледждар менән килешеү төҙөп, артабан уҡырға мөмкинлек тыуҙыра. Шул йәһәттән фәнни-эксперименталь майҙансыҡ итеп Өфө фән һәм технологиялар университеты ойошмаға бер бүлмә лә биргән. Унда артабан балаларҙы ҡул оҫталығы дәрестәре генә түгел, математика, рус теленән дә уҡытасаҡтар.
– Был идеяны аҡтарып сығарыр өсөн төркөм тупларға кәрәк. Бәлки, ҡайһы бер ата-әсәләр мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем биреү үҙәге бар икәнен дә белмәйҙер, килһендәр. Бер ғаилә булып эшләйбеҙ. Беҙҙең ойошмала күп кенә ата-әсәләр үҙҙәре лә эшләй, – ти үҙе улын күп төрлө операцияларға йөрөткән әсәй.
– Тәрбиәләнеүселәребеҙҙе әҙәбиәткә ылыҡтырыу йәһәтенән яҙыусылар менән берлектә, әкиәттәр ижад итеп, спекталдәр ҡуйырға ла уй бар. Улар ысынлап та сәнғәткә битараф түгел. Хатта ҡурсаҡ театры өсөн уйынсыҡтар әҙерләнек. Әлеге ваҡытта үҙебеҙ уйлап сығарған бер нисә персонаждарыбыҙ ҙа бар. Артабан шулай уҡ балсыҡтан әүәләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре барырға йыйынабыҙ – ти тәрбиәсе Нелли Глухова.
“Берҙәмлек” ойошмаһында белем алған балаларҙы, профессия алып, һуңынан эшкә урынлатырыу мәсьәләһен дә күҙ уңында тоталар. Мәҫәлән, бәлиғ булғандары “Башҡорт сувениры” ойошмаһында йомшаҡ уйынсыҡтар тегергә өйрәнә һәм эш хаҡы ала. Ошо араларҙа ағастан уйынсыҡтар эшләү йүнәлеше лә асыласаҡ. Тимәк, мөмкинлектәре сикләнгән дуҫтарыбыҙ өсөн үҙенә оҡшаған профессияны һайлауҙа тағы бер йүнәлеш арта.
"Берҙәмлек"кә изге эштәрендә уңыштар теләп ҡалайыҡ.