

Ҡәҙерле балалар, һыу ингәндә һаҡ булығыҙ, һыуҙа ла ҡысынма ауырыуы йоҡтороп була икән!
Рөхсәт ителмәгән ерҙәрҙә, тәбиғи һыу ятҡылыҡтарында һыу инеү бик күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Ныҡ итеп ҡысыу, тирелә ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килеүе, шешенеү – быларҙың барыһын да бысраҡ һыуҙа тәнгә йәбешкән күҙгә күренмәҫ ҡылйыландар тыуҙыра.
Ауырыу көньяҡ төбәктәрҙә таралған. Ләкин һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең урта һыҙатында йәшәүселәрҙең йоҡтороу осраҡтары йышайған.
Церкариоз ниндәй ауырыу һуң?
Был тире ауырыуы. Уны сөсө һыу ятҡылыҡтарында йәшәгән таҫма селәүсендәрҙең балағорттары тыуҙыра. Өлкән саҡта селәүсендәр һыу ҡоштары (өйрәк, аҡҡош, ҡаҙ һ.б) организмында паразит булып йәшәй. Паразиттарҙың йомортҡалары моллюскалар тәнендә үҫешә.
Үҫешкән гельминт балағорттары, тәнгә йәбешер өсөн “хужаларын” эҙләп, һыу өҫтөндә иркен йөрөй. Әммә йыш ҡына улар кеше тиреһенә үтеп инә һәм шунда уҡ тиҙ генә үлә. Үлгән паразиттың тәнендә токсиндар бүленеп сыға башлай. Ошо урында тән тиреһе ҡысып, яндырып, шешенеп китә. Тире ҡатламы ҡыҙҙырып торғандай була. Ауыр осраҡта ҡоро йүткереү, тән температураһының юғарыланыуы, баш ауыртыу, хәлһеҙлек күҙәтелә. Үлгән паразит бүлеп сығарған токсиндарға тәндең аллергик реакцияһы Церкариоз ауырыуын тыуҙыра ла инде.
Ауырыуға диагнозды табип-дерматолог ҡуя.
Хәл торошона ҡарап, ауырыуҙың симптомдары 2-3 аҙна дауамында һаҡланыуы ихтимал. Һауыҡҡас, тәндәге таптарҙан бер ниндәй ҙә эҙ ҡалмай.
Балалар, һыу инер алдынан уның таҙалығына иғтибар итегеҙ: ярҙа ҡусҡарҙар күп икән, тимәк, һыу уның ҡаршлауыҡтары менән зарарланған була. Паразиттар ҡоштар яратҡан күлдәрҙә лә йыш осрай, шуға күрә һай, йылы күлдәрҙә һыу инмәүегеҙ хәйерле.
Ғәҙәттә, йәй уртаһында күп кенә күлдәрҙә һәм быуаларҙа күренгән йәшелле-күкле ылымыҡтар ҙа һыуға кеше өсөн ағыулы матдә бүлеп сығара.
Зөбәржәт ҒӘЗИЗОВА.