Анализдағы күрһәткестәр нимә хаҡында һөйләй һуң?
Гемоглобин
Ул – эритроциттарҙағы ҡан табы. Төп функцияһы – үпкәнән кислородты туҡымаларға таратыу һәм организмдан углекислый газды сығарыу. 12 йәштән алып үҫмерҙәрҙең гемоглобины нормаһы – 115-160 булһа, ир-егеттәр өсөн норма – 130–160 г/л, ҡатын-ҡыҙҙарға – 120–140 г/л. Ҡанда гемоглобин кимәле түбәнәйеүе анемия, эске ағзаларҙың зарарланыуы арҡаһында ҡан юғалтыу хаҡында иҫкәртә.
Эритроциттар
Составында гемоглобин булған ҡыҙыл ҡан тәнсәләре. 3–12 йәшлек балаларҙа уларҙың кимәле 3,5–4,7 булыуы норма һаналһа, ир-егеттә ул – 4,0–5,1*10 , ҡатын-ҡыҙҙа 3,7 – 4,7*10 булырға тейеш.
Бейек тауҙарҙа йәшәгән һау-сәләмәт кешеләрҙә, шулай уҡ йөрәк, ҡурылдай, үпкә, бөйөр һәм бауыр ауырыуҙары менән сирләүселәрҙең ҡанында эритроциттарҙың кимәле күбәйеүе күҙәтелә.
Эритроциттарҙың норманан әҙ булыуы анемия, күп ҡан юғалтыу, хроник ялҡынһыныу процестары хаҡында һөйләй.
Лейкоциттар
Аҡ ҡан тәнсәләре. Һөйәк елегендә һәм лимфа төйөндәрендә барлыҡҡа килә һәм организмды тышҡы йоғонтонан һаҡлай. Бөтөн кеше өсөн дә норма – 4,0-9,0х10. Уларҙың норманан артыуы организмдағы инфекция һәм ялҡынһыныу хаҡында һөйләй. Шулай уҡ физик көсөргәнештән, стрестан да күтәрелеп китеүе бар.
Ә бына лейкоцитоз ауырыуының (лейкоциттарҙың күтәрелеүе) бактериялы инфекцияға, ялҡынһыныу процестарына, аллергияға, лейкозға, гормональ препараттар һәм ҡайһы бер йөрәк дарыуҙарын ҡулланыуға бәйле булыуы ихтимал. Лейкопенияның (лейкоциттарҙың етмәүе) вируслы инфекциянан (мәҫәлән, киҙеү) йә ҡайһы бер дарыуҙарҙан булыуы мөмкин.
Тромбоциттар
Ҡандың ойошоусанлығын тәьмин итеүсе күҙәнәктәр тромбтар барлыҡҡа килеүҙә ҡатнаша. Норма буйынса уның иҫәбе – 180 – 320*10. Шунан күберәк булғанда, туберкулез, сей яралы колит, бауыр циррозы кеүек ауырыуҙар булыуы мөмкин. Шулай уҡ операцияға йә гормональ препараттар ҡулланыуға ла бәйле ҡанда уның кимәле норманан артыҡ булыуы ихтимал.
Алкоголь йоғонтоһонда йә ауыр металдар менән ағыуланыуҙан, бауыр, талаҡ ауырыуҙарынан, гормональ тайпылыштарҙан уларҙың һаны, киреһенсә, кәмеүе мөмкин. Бынан тыш, ҡайһы бер дарыуҙар, мәҫәлән, антибиотиктар, нитроглицерин, гормондар ҙа уларҙың кәмеүенә килтерә.
СОЭ йәки РОЭ
Эритроциттарҙың ултырыу (тоноу) тиҙлеге. Ул – ауырыу барышының күрһәткесе. Ғәҙәттә, СОЭ кеше ауырый башлағандан һуң ике-өс тәүлек үтеүгә күтәрелә. Ә һауығып барғанда иң юғары нөктәһенә етә. Һигеҙ йәштән балаларҙың СОЭ күрһәткесе ололарҙыҡы кеүек була.
Ир-егет өсөн норма – 2-10 мм/с, ҡатын-ҡыҙ өсөн – 2-15 мм/с. Инфекциянан, ялҡынһыныу процестарынан, анемиянан, бөйөр ауырыуҙарынан, гормональ тайпылыштарҙан, операциянан һуң һәм төрлө йәрәхәттән, йөклөлөк ваҡытында һәм бала тапҡандан һуң, күрем ваҡытында ҡанда СОЭ/РОЭ күтәрелә. Ә ҡан әйләнеше насар булғанда һәм анафилактик шоктан, киреһенсә, түбәнәйә.
Дөйөм аҡһым
Уның нормаһы – бер литр ҡанға 60-80 г. 15 йәшкә тиклем – 60-80 г/л.
Бауыр, бөйөр эшмәкәрлеге насарайғанда, етерлек кимәлдә туҡланмауҙан йәки ҡаты диетанан һуң ул түбәнәйә.
Глюкоза
Һау-сәләмәт организмда глюкоза 3,5 – 6,5 ммоль/л арауығында булырға тейеш. Алты йәштән өлкән балаларҙа норма – 3,3–5,5. Ошо кимәлдән түбән төшөүе тейешенсә туҡланмау, гормональ ауырыуҙар тураһында һөйләй, ә күтәрелеүе – шәкәр диабеты хаҡында.
Билирубин
Ул – бауыр эшмәкәрлеге индикаторы. 14 — 18 йәштә балаларҙың билирубин күрһәткесе ололарҙыҡы кеүек, 20,5 ммоль/л булырға тейеш.
Гепатиттан, үт ҡыуығында таш яһалыуҙан, эритроциттарҙың үтә тиҙ тарҡалыуынан билирубин күтәрелә.
Креатинин
Ул бөйөр өсөн яуап бирә. 7-14 йәшкәсә норма — 3,0-8,0, ә өлкәндәрҙә ул 0,18 ммоль/л булырға тейеш.
Норманан юғары икән, тимәк, бөйөрҙө тикшертергә кәрәк. Ә инде түбән булһа, иммунитетты күтәреү хәстәрен күреү зарур.