-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Август , 11:45

«АРТЕК»ка — 100 йыл

1925 йылдың 16 июнендә Ҡырымда «Артек» балалар лагерының беренсе сменаһы асыла

«АРТЕК»ка — 100 йыл
«АРТЕК»ка — 100 йыл

Уның тарихы Ҡырымдың Артек үҙәнендә, Аю-даг, йәғни Айыутау итәгендә бер нисә брезент палатканан башлана. Тәүҙә туберкулез менән ауырыған балаларҙы дауалау өсөн шифахана булараҡ ойошторолған лагерь. Шулай итеп, «Артек» пионер лагерҙарында балалар ялын ойоштороу традицияһы башлана.
1925 йылдың июнендә «Артек»ҡа Мәскәү­ҙән, Иваново-Вознесенскиҙан (хәҙерге Иваново ҡалаһы) һәм Ҡырымдан 80 пионер килә.
1930 йылда үрге паркта беренсе капиталь корпус төҙөлә һәм «Артек» балаларҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә башлай. Яңы бина «Үрге лагерь» исемен ала, ә диңгеҙ буйындағы брезент палаткалар торған майҙансыҡ «Түбәнге лагерь» тип атала.
1937 йылда «Артек»ка Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитетына ҡараған «Суук-Су» ял йорто тапшырыла. Шулай итеп, партия элитаһының яратҡан ял итеү урыны балалар шифаханаһы тарихында өсөнсө лагерь була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында «Артек» Алтайҙағы Белокуриха курортына эвакуациялана. 1944 йылда Ҡырым азат ителгәнгә тиклем унда бөтә Советтар Союзынан балаларҙы ҡабул итеү һәм һауыҡтырыу дауам ителә. 1950-се йылдар аҙағында ғына СССР хөкүмәте «Артек» территорияһында төҙөкләндерелгән корпустарҙан торған, спорт һәм әүҙем ял өсөн майҙансыҡтары булған тотош ҡаласыҡ төҙөргә ҡарар итә. «Ҙур Артек» төҙөлөшө егерме йылдан ашыу, 1959–1982 йылдарҙа алып барыла.
100 йыл эсендә бында 150 илдән 2 миллиондан ашыу бала ял итә. 2025 йылғы юбилей миҙгелендә Рәсәйҙең 89 субъектынан һәм 30 сит илдән 50 мең самаһы бала ҡабул ителәсәк. Бынан тыш, «Артек» үҙенең 100 йыллығын яңы төҙөлөштәр менән билдәләй. Мең урынлыҡ ике йоҡо корпусынан тыш, 2025 йылдың аҙағына тиклем 1,2 мең уҡыусыға иҫәпләнгән инновацион белем биреү технологиялары үҙәген төҙөп бөтөү күҙаллана. 20 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы дүрт ҡатлы яңы бинала амфитеатр, тамаша һәм репетиция залдары, мультимедиа студиялары, оҫтаханалар һәм башҡа биналар буласаҡ.
60 мең квадрат метр майҙанлы яңы «Ҡояшлы» корпусында бер сменала меңгә яҡын бала ял итә ала. Яңы корпустар файҙаланыуға тапшырылғандан һуң «Артек»та ял итеү өсөн тағы 15 меңгә яҡын урын өҫтәләсәк, шулай итеп, артексыларҙың дөйөм йыллыҡ һаны 57 меңгә тиклем артасаҡ.

Автор: Зиля Галлямова
Читайте нас: