Иң ҡаты яза Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексында ҡаралған. Үтә ауыр енәйәт эшләгән үҫмер 14 йәштән яуаплылыҡҡа тарттырыла. Наркотиктарға бәйле енәйәт яуаплылығын билдәләгәндә, суд иң беренсе үҫмерҙең ғәмәлдәрен асыҡлай. Улар ике төргә бүлеп ҡарала: һатыу маҡсаты булмаған (үҙе ҡулланыу өсөн (административ яуаплылыҡ) һәм һатыу маҡсатында. Әгәр ҙә үҫмерҙең маҡсаты наркотиктарҙы һатыу булғанын асыҡлаһа, һәр төрлө енәйәт эшмәкәрлеге 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү менән язалана.
РФ-ның Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 14–16 йәшлек үҫмерҙәр араһында наркотиктарға бәйле енәйәтселек республикала даими үҫә. Мәҫәлән, 2024 йылда ҡулға алынған 42 наркокурьерҙың ун икеһе – мәктәп йәшендәге үҫмер, 17–һе – колледж студенты. Бер студент юғары уҡыу йортонда уҡый. Тағы ла 12 үҫмер уҡымай ҙа, эшләмәй ҙә.
Наркотик таратыу буйынса һәр төрлө енәйәттәр йәмғиәткә афәт менән янай. Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше өлкәһендә енәйәт эштәре республикала былтырғыға ҡарағанда алты тапҡырға артҡан.
16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең енәйәте язаһыҙ ҡалыуынан файҙаланып, наркотиктар менән бәйле енәйәтселек бәлиғ булмағандар араһында ныҡ таралып киткән. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, республикалағы барған хәлде күҙ уңында тотоп, наркотиктарҙың, психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнешенә (законһыҙ һатып алыу, һаҡлау, етештереү, ҡайҙалыр ебәреү һәм ташыу) ҡағылышлы енәйәт ҡылған үҫмерҙәргә енәйәт яуаплылығын 16 йәштән 14 йәшкә тиклем төшөрөргә тәҡдим итә.
Наркомания – бик ҡурҡыныс һәм дауалауға тиҙ бирешмәй торған сир. Организмды, бөтөн ағзаларҙы, бигерәк тә үҙәк нервы системаһын, мейене, енси системаны, бауырҙы һәм бөйөрҙәрҙе зарарлай. Бөтә наркотиктар ҙа – ағыу!
Беҙ “Аманат”та был турала даими яҙып киләбеҙ. Шулай ҙа тағы ла бер иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Эргә-тирәңдәгеләрҙе күҙәтеп, түбәндәге үҙенсәлектәргә иғтибар ит:
Наркотик ҡулланыусының тышҡы билдәләре:
- бит тиреһе ағарған;
- күҙ алмалары киңәйгән йәки тарайған;
- күҙҙәре ҡыҙарған йәки тонған кеүек;
- әкрен йәки бик тиҙ һөйләй;
- ирендәре ярылған, ҡоро;
- сәбәпһеҙгә күҙ йәштәре аға, тымауҙан интегә;
- хроник йүтәлле;
- аппетиты булмай, ябыға;
- беләгендә, терһәк бөгөлөндә энә эҙҙәре;
- хәрәкәт координацияһы боҙолған.
Һаҡ бул: шприцтар, энәләр, дарыу төймәләре, капсулалар, порошок (онтаҡ) йәки үлән менән тулы бәләкәй генә пакеттар, фольга, дарыу һауыттары, көйөк эҙҙәре ҡалған пипеткалар һаҡланған йәки ташланған урындар наркомандар менән бәйле булыуы ихтимал.
Республикала йәшәгән һәр кем тыйылған матдәләрҙе таратыу, ҡулланыу, рекламалау факттары тураһында аноним рәүештә хәбәр итә ала. РФ-ның Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефонына 8(347) 279-32-92 шылтыратырға йәки ведомствоның рәсми сайтында, «Наркотиктарға юҡ» ҡушымтаһында мәғлүмәт ҡалдырырға мөмкин.