Ләйсән ханым һөйләүенсә, Ләйлә менән Камилә игеҙәк булһа ла, бер төрлө түгелдәр. Бәләкәстән ҡыҙыҡһыныуҙары, зауыҡтары айырылып торған. Предметтарға мөнәсәбәттә лә икеһенең ике яҡҡа тартылғаны күренгән. Ләйлә физика, математика, технологиялар менән ҡыҙыҡһынһа, Камилә тәүҙә гуманитар фәндәргә өҫтөнлөк биргән, шунан химия менән биологияны яратып киткән.
Камилә бик теремек, хәрәкәтсән, спорт, бейеү ярата. Артабан апаһы кеүек медицина өлкәһендә белем алырға йыйына.
Ләйлә 7-се синыфта уҡығанда физика менән ҡыҙыҡһына башлай. Уның мауығыуына мәктәптең тәрән белемле физика уҡытыусыһы Наил Вәлиев ҡанат ҡуя. Ҡатмарлы темаларҙы ла аңлайышлы һәм ҡыҙыҡлы итеп һөйләй ул.
Ҡыҙ олимпиадаларҙа ҡатнаша, хатта ил күләмендә күҙгә күренерлек уңыштарға өлгәшә башлай. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһындағы Милли технологик олимпиадала ул ике тапҡыр ҡатнаша һәм еңеүсе була. Һуңғыһында Ләйләнең командаһы олимпиаданың “Диңгеҙҙе тикшереүҙә робот техникаһы системалары” профилендә эшләй. Был еңеүҙәр Ләйләгә танылыу килтерә. Уны “Берлога” милли киберфизик платформаһына бета-тестировщик һәм амбассадор итеп тә саҡырғандар. Ләйлә был тәҡдимгә шатланып риза була.
Көтмәгәндә тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға була: Ләйлә Шәрипова Кремлгә Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашыуға саҡырыу ала! Сара “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһының күҙәтеү советы сиктәрендә ойошторола. Унда күҙәтеү советы ағзалары һәм төрлө олимпиадалар, конкурстар еңеүселәре ҡатнаша.
Ләйлә лә, башҡа ҡатнашыусылар ҙа бик ныҡ тулҡынлана, әлбиттә. Айырыуса Президент залға инер алдынан тулҡынланыу көсәйә. Әммә Владимир Владимирович килеп инеүе була, тулҡынланыу-борсолоуҙар юҡҡа сыға. Президент тиҙ арала ҡунаҡтарҙың эске торошо өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра, ҡатнашыусылар үҙҙәре тураһында, шөғөлдәре, уңыштары хаҡында һөйләй, ә Владимир Владимирович ихлас тыңлай, һорауҙар бирә, хуплап ебәрә. Шулай булмай – илдең лайыҡлы кешеләре, уның һәр яҡлы үҫешен тәьмин итер кешеләр йыйылған бит был залға. Ләйләнең сығышын тыңлағас, Президент уға һорауҙар бирә, уңыш теләй һәм робот техникаһы тармағының ни тиклем мөһим икәнен билдәләй.
Ләйлә үҙенең аҡылы, тырышлығы, маҡсатҡа ынтылышлылығы менән фән тауҙарына үрләй. Афарин, Ләйлә, хыялдарың тормошҡа ашһын, маҡсаттарыңа өлгәшергә насип булһын!