-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Сентябрь , 13:25

Шәхестәр үҫтереүсе белем йорто

Йылайыр районының Мөхәмәтрәхим —Матрай урта мәктәбенә — 100 йыл

Шәхестәр үҫтереүсе белем йорто
Шәхестәр үҫтереүсе белем йорто

Түңгәүер улусының — Мөхә­мәтрәхим, хәҙерге Йылайыр районының Матрай ауылында тәүге мәктәп 1876 йылда мәсет эргәһендә асыла. Унда Ислам динен һәм балаларҙы ғәрәп графикаһында яҙырға, уҡырға, хисапларға өйрәткәндәр. Уҡытыу 3-4 йыл самаһы барған. Торараҡ унда туған тел һәм әҙәбиәт, тарих, урыҫ теле һәм башҡа фәндәр ҙә уҡытыла башлай.
Октябрь революцияһынан һуң дини мәктәп ябыла һәм ауылда 1925 йылда башланғыс совет мәктәбе асыла. Тарихының башын шул йылдан алып һанаған данлы мәктәп быйыл 100 йыллығын билдәләне.
Беренсе уҡытыусыларҙан Ғизетдин Алғышаев бейеүгә маһир була, уҡыусыларына ла бейеү өйрәтә. 1939 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле асылғас, Ғизетдин Ғөбәй улын шунда эшкә саҡыралар. Бөйөк Ватан һуғышына киткәнсе ул атаҡлы бейеүсе Мөхәммәт Иҙрисов менән бергә бейей. Һуғыштан һуң Мат­рай мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләй.
1938 йылда башланғыс мәктәп ете йыллыҡ итеп үҙгәртелә. Беренсе директоры Зыя Зариф улы Байгилдин була.
Уҡытыу урыҫ һәм башҡорт телдәрендә латин графикаһында алып барыла. 30-сы йылдар уртаһында мәктәптә беренсе пионер отряды ойош­торола. 1940-1941 йылдарҙа хәҙерге кириллица нигеҙендәге башҡорт алфавиты буйынса уҡыу индерелә.
Зыя Зариф улы һуғышҡа киткәс, директор вазифаһы Ырымбур өлкәһенең Ильяс-Муса ауылы ҡыҙы Маһия Сафа ҡыҙы Дәүләтҡоловаға йөкмәтелә.
Ете йыллыҡ мәктәптең тәүге уҡыусылары 1941 йылда тамамлай. Улар араһынан Әхмәҙиә Хәйбулла улы Сөләймәнов үҙенең таланты менән ауылдаштарының ғына түгел, 1955 йылда Мәскәү ҡалаһында ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһап, моңло тауышы, оҫта бейеүе менән баш ҡала тамашасыларының да һөйөүен яулай. Үҙенә сәхнә тормошо насип булмаһа ла, бөгөн уның юлын ейәне – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Руслан Сөләймәнов дауам итә.
1957 йылда Зарифа Йомағужа ҡыҙы Зөлҡәрнәйева мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә.
1959 йылда яңы мәктәп бинаһы асыла, эргәһендә ике ҡатлы йорт һалына. Башта унда уҡытыусылар йәшәй, ә һуңынан интернат була.
1961 йылда Матрай мәктәбе һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә һәм 1962 йылдан Урал Шәйәхмәт улы Атанғолов уны етәкләй.
Артабан биология, химия уҡытыусыһы Мәхмүтйән Хәлиулла улы Мәхийәновтың тырышлығы менән 1966 йылда Мөхәмәтрәхим — Матрай ауылында урта мәктәп асыла.
Уҡытыу ике сменала, ике телдә алып барыла. Урта мәктәп асылғас, 21 ауылдан 566 бала уҡырға килә. Мәктәп эргәһендә ике ҡатлы йортта уҡыусылар өсөн интернат асыла. Мәктәптә пионер һәм комсомол эштәре йәнләндерелә, хеҙмәт һәм ял лагеры ойошторола. Уҡыусылар күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Күрше ауылдағы фермалар шефлыҡҡа алына. Йөрөп уҡыған уҡыусыларға «Башҡорт» совхозы транспорт бүлә.
1972 йылда Шамил Фазылйән улы Һөйөндөков мәктәпкә директор итеп тәғәйенләнә.
1973 йылда кирбестән һалынған ике ҡатлы мәктәп бинаһы сафҡа индерелә. Унда ашхана, китапхана, спорт залы, оҙайтылған көн төркөмө, бейеү, ҡурай, баян кластары эшләй башлай.
Унан һуң Матрай мәктәбен Әкрәм Вәли улы Йомағолов етәкләй. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн ул СССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы исеменә лайыҡ була.
Артабан мәктәп директоры вазифаһын Рәйес Хөрмәтулла улы Ишембәтов, Александр Васильевич Коротковтар тырышып башҡарҙы. Әйтергә кәрәк: Рәйес Хөрмәтулла улы, 24 йыл дауамында районда бер нисә мәктәптең директоры булып эшләп, артабанғы хеҙмәт юлын баш ҡалабыҙҙа дауам итте, хәҙер ул физика-математика фәндәре кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыта.
Һуңынан мәктәпте Лилиә Ишбулат ҡыҙы Дистанова, Вәлимә Рафиҡ ҡыҙы Әмәкәсова, Иштуған Иршат улы Мостафин, Миңлеғәли Ирғәли улы Ҡасимов уңышлы етәкләне.
Матрай урта мәктәбе үҙ тарихында 2200-ҙән ашыу уҡыусыға белем биреп сығарған һәм улар араһында билдәлеләре, ҙур дәрәжәгә ирешкәндәре бик күп.
Улар араһынан Абрар Бәҙретдин улы Ярлыҡапов — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Халыҡтар дуҫлығы һәм «Почет билдәһе» ордендары кавалеры. Заманында КПСС Үҙәк Комитетында, Мәскәү ҡалаһы хөкүмәтендә эшләне.
Оҙаҡ йылдар БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы етәксеһе булып эшләгән Борис Николаевич Мелкоедов иһә бөгөн райо­ныбыҙ хакимиәте башлығы вазифаһын биләй. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды.
Илшат Сәғәҙәт улы Бикбулатов — Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығының баш кәңәшсеһе.
Тарих фәндәре кандидаты Фуат Мырҙағәле улы Сөләймәнов — Сибай институтының алдынғы уҡытыусыһы. Ул үҙенең хеҙмәт юлын туған мәктәбендә башланы. Ауылдар, ер-һыу атамалары, ырыу, аралар тарихы тураһында күп мәҡәләләр, китаптар яҙҙы.
Өфөләге автотранспорт колледжының элекке директоры Ғәли Ғәли улы Әхмәтшин да, бөгөн БР Милли архивын етәкләгән Кинйә Сәғит улы Күскилдин да Мат­рай мәктәбен тамамлаған.
Илшат Рәшит улы Солтангәрәев Ҡурайсылар союзы рәйесе булды, 2013 йылда Мәләүез ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге етәкләне, бөгөн — Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хо­ҙай­бирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союздары ағзаһы Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин, Йыла­йыр районының "Коммунизм өсөн" гәзитендә эш башлап, артабан "Башҡортостан" гәзитендә — бүлек мөдире, "Йәшлек" гәзитендә баш мөхәррир булып эшләне, һуңғы йылдарҙа "Аманат" журналын уңышлы етәкләй.
Уның бер туған ҡустыһы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, оҙаҡ йылдар Дәүләт китап палатаһы директоры булған, әле Милли архивтың бүлек мөдире булып эшләгән Азат Ярмуллин да беҙҙең уҡыусы.
Фаил Хөрмәт улы Аллабирҙин — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Зиннәт Исмәғил улы Теүәлев — техник, Фәүриә Әхтәм ҡыҙы Аҡҡужина менән Эльвира Марат ҡыҙы Сәйетова — филология, ә Зилә Борис ҡыҙы Солтанова — социология фәндәре кандидаты.
Мәҡсәт Абдрахман улы Әптекәев иһә хаҡлы ялға сыҡҡансы Ауыл хужалығы министрлығында экономист булып эшләне.
Мәҙәниәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән Мәрйәм Ғәле ҡыҙы Зәкирйәнова-Назарова, Юлай Ринат улы Ҡасимов, Зилә Фәрит ҡыҙы Ибикәнова, Фидан Факил улы Монасипов, Салауат Айбулат улы Заманов, Мәүлиҙә Хәлиулла ҡыҙы Заманова, Илдар Фәрит улы Ибикәнов, Дим Арыҫланғәле улы Асаинов, Азамат Ишкилде улы Асаинов, Гөлфиә Урал ҡыҙы Мәҡсүтова, Илсур Булат улы Юламанов, Гөлсинә Ғәфүр ҡыҙы Юламанова, Рәмзиә Тимерғәли ҡыҙы Мәҡсүтова, Гөлназ Низаметдин ҡыҙы Хисмәтуллина һәм башҡа уҡыусыларыбыҙ бар!
2021 йылдан талантлы, йәш педагог Әлиә Рафаэль ҡыҙы Аҡҡусҡарова етәкләгән, быйыл июнь айында, гөрләтеп, 100 йыллығын билдәләгән Матрай мәктәбе бөгөн дә заман менән бергә атлай һәм шәхестәр тәрбиәләүен дауам итә.

Гөлйемеш ИБИКӘНОВА.
тарих уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас: