-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь , 09:25

Ағыулы үләндәрҙән һаҡ булығыҙ!

Йәй, көҙ айҙары – тәбиғәттең хозур мәле. Ашарға яраҡлы еләк һәм шифалы үлән йыйып ҡалырға тырышабыҙ. Тик тәбиғәт ниндәй генә мөғжизәле булмаһын, сағыу һәм матур булып күренгән үҫемлектәр араһында ағыулылары ла бик күп. Ашау түгел, хатта ҡул менән ҡағылырға ярамағандары бар. Ҡайһы берҙәрен әҙ генә тәмләп ҡарап, шунда уҡ төкөрһәң дә, ағыуланырға мөмкин. Йыш ҡына үҫемлектәр донъяһы менән таныш булмаған балалар, билдәһеҙ үҫемлектәрҙе ҡабып, ағыулы үләндәрҙең ҡорбанына әүерелә. Хәүефле үҫемлектәрҙе танып өйрәнегеҙ.

Ағыулы үләндәрҙән һаҡ булығыҙ!
Ағыулы үләндәрҙән һаҡ булығыҙ!

Тилебәрән орлоғо (белена). Ике йыллыҡ үҫемлек. Сәскә атҡанда насар еҫ сыға. Һаҫыҡ еҫле тилебәрәнде хайуандар ҙа урап үтә. Ҡый үләндәре араһында, баҡсаларҙа үҫә. Июлдә сәскә атып, сентябрҙә емеш бирә. Сәскәһе эре, шәмәхә һыҙатлы бысраҡ һары төҫтә.
Тилебәрәндең һабағы йыуан, күп төктәрҙән тора. Бейеклеге — 150 см-ға тиклем. Япраҡтары оҙонса, ҡауырһын-ҡанатлы, ҡуйы йәшел төҫтә.
Емеше шар рәүешендәге ҡапҡаслы ҡумтаға йәки кувшинға оҡшаған. Орлоҡтары ваҡ, ҡара көрән төҫтәге мәк орлоҡтарын хәтерләтә. Тилебәрәндең бөтә өлөштәре лә, бигерәк тә орлоҡтары үтә ағыулы. Ә сәскәләре яҙ аҙағында ағыулыға әйләнә. Тилебәрән орлоҡтарын ашап, күберәк балалар зыян күрә.
Ағыуы кешегә бик тиҙ тәьҫир итә. Уның билдәләре 15-20 минуттан барлыҡҡа килә. Кешенең аңы боҙола, тән температураһы күтәрелә, йөҙө ҡыҙара, йөрәк тибеше йышая, ауыҙы кибә, күреү һәләте насарая, күҙ ҡараһы киңәйә. Шулай уҡ, ҡан баҫымы төшә, тын алыуы ҡыйынлаша. Ағыуланыу үлемгә лә еткереүе ихтимал.
Ҡарға күҙе (вороний глаз). Урманға барһаң, ҡайһы бер еләктәр матур, һутлы ғына булып, ылыҡтырып тора. Әммә танымаған еләккә тейергә ярамағанлығын беҙ беләбеҙ.
Ҡара йәшел япраҡтарҙың өҫтөндә ялтырап ҡына торған ҡап-ҡара еләк – ҡарға күҙе. Япраҡ өҫтөндәге бөртөк – иң ағыулы өлөшө. Бер нисәүен өҙөп ҡапҡас та, ағыуланыуҙың тәүге билдәләре күренә лә башлай: күҙ алмаһы ҙурая, баш әйләнә, эс ауырта, йөрәк тибеше боҙола.
Бүре еләге, йәки бүре йүкәһе лә (волчья ягода, волчье лыко). Уның алһыу, ҡуйы ҡыҙыл йәки көрән ҡыҙыл сәскәләре япраҡтарынан да алда килеп сыға. Улар тирә-яҡҡа хуш еҫ аңҡытып ултыра. Емештәре сағыу алһыу төҫтә булып, ботағында һырғанаҡ кеүек теҙелеп тора. Был үҫемлек тотошлай ағыулы. Бигерәк тә – емеше менән ҡайырыһы. Үлемесле ағыуланыу өсөн унлаған емешен ашау ҙа етә. Уның ағыуы дафнин тип атала,хатта тирегә эләкһә лә өтөп ала. Кешеләр уның матур сәскәһенә ҡыҙыға.
Бүре еләге менән ағыуланған кешенең ауыҙы яна, йотоуы ауырлаша. Күпләп төкөрөк бүленеп сыға башлай, көҙән йыйыра, баш әйләнә, хәлһеҙләтә.
Хатта ваҡытында дауалай башлаған осраҡта ла бүре еләге менән ағыуланыуҙың үлемгә килтереүе ихтимал.
Ҡыҙыл эт ҡарағаты йәки эт ҡыҙылғаты (паслен сладко-горький). Һуңғы ваҡытта уны декоратив үҫемлек итеп тә үҫтерәләр. Ә сүп үләне булған эт ҡарағаты бөтә ерҙә киң таралған. Емештәре ҡарағат суғын хәтерләтә, япраҡтары ла оҡшаған. Эт ҡыҙылғатының емештәре иһә өлгөрөп еткәс кенә ашарға яраҡлы була, тик сей килеш ашаһаң, хатта бер нисәүҙе генә ҡапҡанда ла ағыуланыуҙан ауыҙҙан шайыҡ аға, уҡшыта башлай. Ныҡ ағыуланғанда баш әйләнә, эс китә, хәл бөтә, аңды ла юғалтырға мөмкин.
Монар көпшәһе (болиголов пятнистый). Тамыры петрушка, пастернак йә керәндекенә оҡшаған, йәшел япрағын да ашарға яраҡлы, тип яңылышырға мөмкин.
Оҙонлоғо 1,5 метрға етә, яҙҙан алып ҡара көҙгә тиклем сәскә ата. Емеше йомро, бер аҙ йәмшегерәк. Йыш ҡына уны әнис менән бутайҙар. Япрағында, емешендә, тамырында булған ағыуы шул тиклем көслө, хатта уның менән ағыуланған кешенең тәне хәрәкәтһеҙ ҡалыуы бар. Ағыуланыу бик ауыр эҙемтәләргә, хатта тын алыуҙың туҡтауына тиклем килтерә.
Мүктәк, айыу­та­бан (аконит, борец высокий). Һабағы туп-тура була, япраҡтары аҫҡы өлө­шөндә урынлашҡан. Сәскәһе зәңгәр-күк төҫтә, торҡаға (шлем) оҡшаш.
Уны бик-бик әҙ миҡ­дарҙа халыҡ ме­дицина­һын­да ҡулла­на­лар. Емешен йәиһә япрағын ашаған кешенең тын алыуы ауырла­ша, ул уҡшый башлай, эсе китә, йөрәк тибеше боҙола. Айыутабанға ҡул менән ҡағылыу ҙа хәүефле, сөнки ағыуы тире аша үтеп инә.
Ағыулы үҫемлектәр арҡаһында бәләгә тары­ған кешегә түбәндәгесә тиҙерәк ярҙам итеү сараһын күрергә кәрәк:
– иң тәүҙә ашҡаҙанын йыуҙыртырға һәм көс­ләп ҡоҫторорға (әгәр кеше аңында булһа);
– табип килгәнсе ағыуҙың ҡанға үтеп инеүен тотҡарлау өсөн активлаштырылған күмер, сохарый, һөт, шифалы балсыҡ бирәләр.
– 10–15 минуттан һуң тағы көсләп ҡоҫторорға тырышырға кәрәк;
– 4–5 стакан йылы һыу эсерергә (һыу урынына 1 процентлы калий перманганаты (марганцовка) эретмәһен ҡулланыу яҡшы, балаларға – ғүмеренең һәр йылына ярты стакан иҫәбенән;
– тирене яндыра торған ағыулы үҫемлектәргә ҡағылһаң, зарарланған урынды һабынлы һыу менән яҡшылап йыуырға;
– тирелә хасил булған күперткеләрҙе одеколон йәки спирт менән һөртөргә, таҙа бинт менән урарға;
– беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә.
Йәйге-көҙгө миҙгелдәр һаулығыбыҙға зыян килтермәһен тиһәк, тәбиғәткә сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ, балалар!

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: