-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь , 09:25

Башҡорттарҙа йылан культы

Йылан культы айырыуса боронғо шәреҡ халыҡтарына, төрки ҡәүемдәренә бик хас. Борон­ғо башҡорттарҙа, мәҫәлән, аҡ йылан изге йән, бәхет, именлек билдәһе булған.

Башҡорттарҙа йылан культы
Башҡорттарҙа йылан культы

Башҡорттарҙа шулай уҡ Йылан исемле ҡәбилә лә бар. Ағиҙелдең урта һәм түбәнге ағымында — Иҙел-Йылан; Танып йылғаһы буйҙарында – Эске Йылан; Ыҡ, Сөн буйҙарында Тышҡы Йылан ырыуҙары йәшәй.
Ғалимдар йылан ырыуҙарының сығышын ҡып­саҡтар, уларҙың Алтай тарафындағы тармағы менән бәйләй. Йылан-Ҡыпсаҡ ырыуы барлығы ла шуға ишара итә. Боронғо Ҡытай сығанаҡтарында ла Алтайҙа йәшәгән ҡыпсаҡтарҙы чжи-лан, йәғни йылан тип атайҙар.
Ун ике йыл циклынан, йәғни бер мөсәлдән торған Көнсығыш календарында Йылан йылының булыуы ла һис осраҡлы түгел. Ул бәхетле, изгелекле йылдар иҫәбендә. Боронғо Ҡытайҙа йыландарға инселәп һалынған ғибәҙәтханалар һәм йолалар булған. Йылан йылында тыуған ир-ат — бәхетле, ә ҡыҙҙар зифа буйлы, һылыу һәм эшсән була, тигән ышаныу бар.
Йылан культы Боронғо Ҡытайҙың төньяғында йәшәгән боронғо һун төркиҙәре аша аҙаҡ ҡыпсаҡтар менән башҡорттара килеп инеүе бик мөмкин. Был халыҡ-ҡәүемдәрҙә борон-борондан ағыуһыҙ йыланды, уның һирәк осрар аҡ йылан тоҡомон изгеләштереү йәшәп килгән.
“Шаһимаран” тигән башҡорт халыҡ әкиәтендә аҡ йыланды изгеләштереү мотивы сағыла. Был әкиәтте “хикәйәт” итеп аҡҡа күсереүсе, “Шаһимаран” исеменә аңлатма биреп: “Ул – “аҡ йылан” тигән һүҙ”, – ти. (Шаһимаран – ғәрәп-фарсы һүҙе, йыландар батшаһы тигән мәғәнәлә).
Ул башҡорт халыҡ әкиәтен Ырымбур өлкә­һе Хәлил районының Иҫке Хәлил ауылы кеше­һе Ғәҙелша Мөлөков яҙып ҡалдырған. Әүәл мәҙ­рәсәлә уҡыған кеше булараҡ, ул башҡорт халыҡ йолаларын, ижад өлгөләрен – йырҙарын, легендаларын, әкиәттәрен, мәҡәлдәрен аҡ ҡағыҙға тер­кәп барған. Был яҙмала “Аҡ йылан” легендаһы ла һаҡланған:
“Борон Хәлил ауылынан бер нисә кеше Һаҡмарға ағасҡа барған. Майбуй тигән төбәктә ағас ҡырҡып йөрөгәндә бер кешенең эргәһенән нимәлер шаптырҙап үтеп барған. Ҡараһа, аҡ йылан, ти. Был әҙәм ҡурҡышынан ҡулындағы балтаһын шул яҡҡа ташлап ебәргән икән, ул аҡ йыланға барып тейеп, үлтергән. Хосусан ялан кешеһе урманға барһа, ҡурҡаҡ була. Ул аҡ йыланды үлтерерҙән балтаһын ташламаған инде – ҡазалыр, яңылыш булған.
Шул көн кис урмансы кешеләр, бер ергә йыйылып, ут яғып, тамаҡҡа бешереп, ашап ятҡан. Иртә менән тороп ҡараһалар, быларҙы бик күп аҡ йылан килеп ҡамап алған, ти. Кешеләр бик ныҡ ҡурҡҡан.
“Был ни хәл? Әллә берәйегеҙ аҡ йыланды үлтерҙеме?” – тип бер-береһенән һорағандар. “Кисәге көн мин берәүһен үлтергәнмен икән,” – тип яуап биргән береһе. Шунан һуң иптәштәре был кешене эйәр эсендәге ат тире һеңгән ке­йеҙгә ныҡлап урап, бәйләп, йыландар тейерлек булмаһын тип, йыуан ағас ботағына аҫып киткән. Ҡамаған йыландар кешеләргә юл биргән. Иптәштәре ағас ҡырҡып килеүгә, аҡ йыланды үлтергән баяғы кешене йыландар тетеп үлтереп киткән булған.
Әгәр ҙә аҡ йылан күрһәгеҙ, үлтерергә ярамай. Мөмкин булһа, бер таҙа кейемегеҙҙе сисеп, уның алдына түшәргә кәрәк. Аҡ йыландың мөгөҙө бар. Бәхетегеҙ төшөр булһа, ул мөгөҙөн һиңә һалып китер”.
Кеше аҡ йыланға бәйле төрлө хәлдәргә тарыған, күрәһең. Тағы бер легенда:
Кешене ағыулы йылан саҡҡанда башҡорттар, аҡ йылан исемен атап, уға мөрәжәғәт итеп, саҡҡан ерҙе әйтемләп имләй торған булған. Башҡорт легендалары һөйләүенсә, борон йылан телен белгән, улар менән һөйләшеп, йыландарҙы арбаған ҡөҙрәтле ҡарттар ҙа булған.
Шулай итеп, боронғо башҡорттарҙа булған йылан культы, шуға бәйле легендалар, әкиәт һәм хикәйәттәр халҡыбыҙ тарихының, йолаларының халыҡ-ара алыҫ географик киңлектәргә, беҙҙең эра аръяғындағы тарих төпкөлдәренә барып тоташыуы хаҡында һөйләй.

Интернеттан алынды.

Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: