-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Октябрь , 13:30

Баш ҡаланың данлы башҡорт мәктәбе!..

Өфөләге иң тәүге башҡорт мәктәбе, башҡорт халҡының бик күп арҙаҡлы шәхестәрен тәрбиәләгән билдәле белем усағы ошо көндәрҙә 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Баш ҡаланың данлы башҡорт мәктәбе!..
Баш ҡаланың данлы башҡорт мәктәбе!..

Әммә баш ҡалала беренсе башҡорт мәктәбен асыу еңел булмай. Бының өсөн кәм тигәндә 500-600 уҡыусы бала йыйырға кәрәк була. Үҙҙәре урыҫ мәктәбендә уҡыған, күптәре туған телен дә яҡшы белмәгән башҡорт милләтле кешеләрҙе балаларын башҡорт мәктәбенә бирергә ризалатыу бик ауыр мәсьәлә булып сыға. Шуға күрә башҡорт зыялыларына бөтә Өфө буйлап, фатирҙан-фатирға йөрөп, ата-әсәләрҙе өгөтләргә, мәктәптең кәрәклегенә һәм буласағына ышандырырға тура килә.
Шулай ҙа халҡы өсөн янып йәшәгән Иҙел Агишев үҙе тирәһендә туплаған Мөхәммәт Исҡужин, Рәми Ғарипов, Әмир Сиражетдинов, Хәниф Вәлиев һәм башҡа рухлы шәхестәр теләктәренә ирешә: ниһайәт, 1970 йылда Достоевский урамында төҙөлгән 20-се мәктәпте Өфө ҡала башҡорт мәктәбе итеп асалар. Бығаса төрлө ерҙә барлыҡҡа килгән башҡорт синыфтары уҡыусылары шунда йыйып алына.
20-се Өфө ҡала башҡорт мәктәбенең тәүге директоры — Туғыҙаҡ Йәһүҙин, беренсе завучы Лениза Хәсәнова була. Туғыҙаҡ Илһам улы буш бинаны уҡыу йыһаздары менән тәьмин итеү, яҡшы уҡытыусылар, тәрбиәселәр табыу, 130-140 балаға дөйөм ятаҡ ойоштороу бурысын уңышлы атҡарып сыға. Тәжрибәле уҡытыусылар коллективы туплана. Мәктәптең беренсе ҡатында — интернат, икенсе ҡатта синыф бүлмәләре урынлаша. Беренсе йылда уҡ 555 бала йыйып алына. Йәмғеһе 21 синыф ойошторола.
Ул саҡтағы мәғариф министры Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина ата-әсәләрҙе был белем усағына ныҡлап йәлеп итеү өсөн башҡортса уҡытыу менән бергә, инглиз теле йүнәлешен дә инде­рер­гә тәҡдим итә.
1973 йылдан директор булған Марат Мөхә­мәт­йән улы Хафизов та мәктәптең уҡытыу-­матди базаһын нығытыу буйынса күп эшләй: мәктәп китапханаһы яңы китаптар менән байытыла, химия кабинеты өр-яңынан йыһазландырыла, ике инглиз теле һәм лингафон кабинеты булдырыла.
Артабанғы етәкселәр Вил Шәйфулла улы Бәхтейәров, Байыҡ Камал улы Абдуллин, Лира Шәрип ҡыҙы Камалова, Ғәйнетдин Зәбихулла улы Теүәлев та мәктәпте үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
1990 йылда директор итеп тәғәйенләнгән Хисаметдин Салауат улы Хәйбуллин етәкселегендәге уҡытыусылар колективы башҡорт мәктәптәрендә уҡытылған дәреслектәр, әсбаптар заман талабына тап килмәүен асыҡлай. Яңы дәреслектәр, программалар эшләнә, яңыса фекерләгән кадрҙар булдырыла.
1991 йылда, коллективтың һорауы буйынса, Башҡортостандың Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарары менән 20-се мәктәптә “Ватан” ғилми-тикшеренеү үҙәге барлыҡҡа килә. Үҙәктә егермеләп күренекле ғалим һәм ижади фекерләүсе алдынғы уҡытыусы эшләй. Улар республика мәктәптәре өсөн уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса яңы методик ҡулланмалар, программалар, дәреслектәр төҙөй. Үҙәк ЮНЕСКО-ла ағза булып тора.
1992 йылда мәктәп гимназия статусын ала. 1999 йылда гимназияға 16 йыл буйына Башҡортостандың мәғариф министры булған Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафинаның исеме бирелә һәм ул Ф.Х. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы исемен йөрөтә башлай.
Артабан гимназия­ға Альбина Наил ҡыҙы Баязитова, Илдар Азат улы Моталов етәкселек итә.
2018-2021 йылдарҙа директор булған Зөлфиә Басир ҡыҙы Ғәли­йәнованың оло хеҙмәте “Фатима эҙҙәре буйлап” тигән милли проектта сағылды. “Взлетай” проекты һәм “Осҡон” хәрәкәте әүҙем эшләй.
2021-2024 йылдарҙа эшләгән директор Булат Илшад улы Зинуров гимназия тормошона яңы һулыш өрә. 0шо йылдарҙа урыҫ теленән берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға яҙған уҡыусыбыҙ Юлиә Хәлилованың исеме бөтөн респуб­ликала яңғырай. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарының береһе Фатима Мостафинаның музей-­кабинеты итеп яһала.
Булат Илшад улы тарафынан 2022 йылдан алып “Мостафина уҡыуҙары” төбәк-ара ғилми-­ғәмәли конференциялары үткәрелә, уҡыусыларыбыҙ һәм уҡытыусыларыбыҙға Ф.Х. Мостафина премияһы ла тапшырыла башлай.
2024 йылда гимназия Евразия фәнни-белем биреү үҙәге менән берлектә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған предуниверсарий селтәрен үҫтереү буйынса һәм «IT-мәктәп: технологиялар менән бергә уҡыйбыҙ» проекттары конкурстарында еңеүсе булды.
Гимназияла ойош­торолған әҙәби-мәҙәни саралар, конкурстарҙың төп ойоштороусылары, әлбиттә – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Э. С. Хәсәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Л. Ғ. Бикбаева, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Н. Д. Шакирова һәләтле балалар менән айырыуса әүҙем эшләй.
Гимназияның бай тарихлы «XX Централ” КВН командаһы бар. “Шаяниум”, «Кубоктар лигаһы” конкурстарының еңеүсеһе лә ул. “Урал батыр”, “Һау­мы, һаумы, әкиәт”, “Илһам” кеүек конкурстарҙа, төбәк-ара, халыҡ-ара олимпиадаларҙа ла еңеүҙәр яулай беҙҙекеләр. Шулай уҡ Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы Шафиҡова, Илнар Дамир улы Ҡунаҡкужин, Вәзих Минвәғиз улы Әфлитунов, Әҡсән Зәки улы Зәйнуллин, Әлиә Гөбәйҙулла ҡыҙы Мусаҡаева, Динар Хәбир улы Бәҙәмшин, Зөлфиә Таш­булат ҡыҙы Бураншина кеүек бөтә республикаға билдәле уҡытыу­сыларыбыҙҙың хеҙмәте, уңыштары менән ихлас ғорурланабыҙ.
Бөгөн гимназияла хатта математика дәрестәре лә башҡорт телендә үтә. Әлбиттә, дәреслектәр урыҫ телендә, әммә уҡытыусылар эштәрҙе балалар менән бергә тәржемә итеп эшләй. Яңы теманы аңлатыу, терминдарҙы өйрәнеү ике телдә башҡарыла, дәфтәрҙә бөтөн эштәр ҙа башҡорт телендә яҙыла. Башҡорт һәм урыҫ телдәре менән бер рәттән инглиз теле тәрән өйрәнелә.
Гимназиябыҙҙа тәрбиәүи эш тә етди ҡуйылған. Ҡурай, бейеү, оҫталыҡ, шахмат, спорт түңәрәктәренә ярайһы уҡ күп уҡыусылар йәлеп ителгән. Беҙҙең бурыс — үҙ телендә иркен аралашҡан, үҙ милли аңын, мәҙәниәтен, тарихын белгән яңы заман шәхестәре тәрбиәләү. “Урал батыр мәктәбе”нең тәрбиәүи ҡанундарына таянып, төрлө йүнәлештә һабаҡ бирәбеҙ, уңышлы шәхестәр үҫтерәбеҙ. Шуға ла беҙҙең гимназияны тамамлаусылар башҡорт халҡының юғары белемле милли интеллигенция сафтарын тулыландыра.
2024 йылдың ноябренән республикаға киң билдәле, ошо абруйлы уҡыу йортона, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар коллективына етәкселек итеүем менән мин дә бәхетлемен.
Гимназиябыҙҙың 55 йыллыҡ тарихында яуланған уңыштарға сикһеҙ шатбыҙ, тормошта үҙ юлын, үҙ билдәләнешен тапҡан элекке уҡыусыларыбыҙ менән ғорурланабыҙ.

Сулпан Уйылданова,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы,
Өфә ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы директоры.

Автор:
Читайте нас: