Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры.
— Илдар Марат улы, Уҡытыусы көнө уңайынан иң башта уларға ҡотлау һүҙҙәрегеҙҙе еткерһәгеҙ ине!
— Ҡәҙерле уҡытыусылар, педагогик хеҙмәт ветерандары! Изге хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙгә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен юллайым.
Һеҙҙең эшегеҙ яуаплылыҡ, сабырлыҡ һәм оҫталыҡ талап итә. Тап һеҙ киләсәк быуынды тәрбиәләйһегеҙ. Һәр берегеҙгә һаулыҡ, ижади уңыштар, ғаилә именлеге теләйем!
— Илдар Марат улы, мәктәп йылдарында һеҙҙең иң яратҡан уҡытыусығыҙ кем булды?
— Атайым хәрби кеше булды, ә хәрбиҙәрҙе гел төрлө гарнизонға күсерәләр. Шуға мин дә мәктәпте йыш алыштырҙым. Пермь мәктәбендәге беренсе уҡытыусым Ольга Борисовна Компаниец бик талапсан булды. Ул мине дөрөҫ яҙырға һәм уҡырға өйрәтте. Силәбелә Софья Привалова физика уҡытыусыһы һәм беҙҙең класс етәксеһе ине. Ул да тик яҡшы яҡтан иҫемдә ҡалды.
— Уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
— Мәктәп уҡыусыларына яҡшы уҡыуҙарын, түңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөп, төрлө яҡтан үҫешеүҙәрен теләйем. Ә инде үҙ йүнәлешеңде тапһаң, уны камиллаштырыу өсөн бөтә көсөңдө һалырға кәрәк.
Әлбиттә, буш ваҡытты ла дөрөҫ файҙаланыу мөһим, иптәштәрең менән аралашыуҙы ла оноторға ярамай, сөнки, белеүебеҙсә, ныҡлы дуҫлыҡ йыш ҡына бала саҡтан башлана.
Мәрйәм Бураҡаева, Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы.
— Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы, беренсе уҡытыусығыҙ хаҡында ниндәй иҫтәлектәр һаҡлайһығыҙ?
— Иң беренсе уҡытыусым — ул минең әсәйем. Ул, әлбиттә, әлифба тотоп уҡытып ултырманы, тик беҙҙә туған телгә һөйөү тәрбиәләне.
Бер апай шулай итеп: "Ни эшләп һин балаларыңды гел башҡортса ғына өйрәтәһең, беҙ бит район үҙәгендә йәшәйбеҙ, башҡорт теле менән ҡайҙа ғына барабыҙ ул?" — тип, әсәйемде шелтәләй торған ине. Әсәйем иһә: "Туған тел ул беҙгә ҡан менән бирелә. Туған телдә һөйләшеп, йырлап, бейеп йөрөгәндә һиҙелмәй ул, тик телде юғалтҡас ҡына, телһеҙ булыу нимә икәне тойола ул", — ти торғайны.
Икенсе уҡытыусым минең – халыҡ. Бала саҡтан халыҡ мәҡәлдәренә иғтибарлы булдым. Мәҡәлдәр ҡушып ҡушып һөйләштем. Халыҡ теле ныҡ матур бит ул. Элек ололар һөйләшкәндә гел ҙә мәҡәлдәр ҡуша ине, хәҙер генә ул беҙҙең тел ҡоро.
Өсөнсө уҡытыусым инде — илленсе йылдарҙа Иҫәнғол ауылында булдырылған беренсе башҡорт класының етәксеһе Нурия Фазләхмәт ҡыҙы Сәйетова.
Ул Баймаҡтан ине. Үҙе иҫ китмәле уҡытыусы булды. Хәреф өйрәтеү, яҙыу ғына менән сикләнеп ҡалманы, беҙҙе шәхес булараҡ формалаштырҙы. Йәмғиәттә үҙебеҙҙе тотораға өйрәтте, йөрәктәребеҙгә үҙебеҙгә ышаныс тойғоһо һеңдерҙе. Сәстәребеҙгә үҙе килтергән таҫмаларҙы үреп ҡуя ине. Башығыҙҙы юғары тотоп, кәүҙәгеҙҙе төҙ тотоп йөрөгөҙ, ти ине.
Үҙе бейей, йырлай, үҙе гармунда уйнай торғайны. Бер көн район үҙәгендә концерт ҡарарға барҙыҡ, Нурия апай матур итеп сығыш яһаны, хатта залдағы бар халыҡ, аяғүрә тороп, ҡул сапты. Ә унда башҡорттар ғына түгел, башҡа милләт кешеләре лә, бар ине.
Шулай итеп, Нурия Фазләхмәт ҡыҙы беҙҙе тел менән генә түгел, хеҙмәте, үҙ үрнәге менән дә тәрбиәләне.
Ҡаныма һеңдереп тәрбиә биргән ошо өс уҡытыусыма, уларҙың аманатына әле булһа ла тоғромон.