Наркотик таратыусылар “маймыл тотоу” (“поймать обезьяну”) тигән төшөнсәне йыш ҡуллана. Был яңы кешене наркотикка "ултыртыу", йәғни наркоман яһау тигәнде аңлата. Уларҙың заманса наркотиктарҙы тәмәке йәки онтаҡ (порошок) рәүешендә бер тапҡыр ҡулланып ҡына ҡарарға тип тәҡдим итеүҙәре мөмкин.
Медицина учреждениеларында, наркотик ҡатнашмаларын тәмәке итеп тартып, синтетик наркотиктар ҡулланып, ҡаты ағыуланған, хәлдәре бик хөртәйгән үҫмерҙәр күбәйгән. Илдә ошо сәбәптән үлем осраҡтары ла теркәлгән. Хатта тәүге тапҡыр ҡулланып ҡарағандарҙың да үҙәк нервы системаһының бик көслө зарарланыуы, психоз, ауыр депрессия, төрлө галлюцинацияға тарыуы күҙәтелә. Бындайҙарҙың, үҙ-үҙенә йәки башҡаларҙың ғүмеренә ҡул һуҙып, ҡаты енәйәт эшләүе лә ихтимал.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, тәмәке итеп тартыу ҡатнашмалары (курительные смеси), мефедрон һәм башҡа синтетик психоәүҙем матдәләр Рәсәйҙә тыйылғандар исемлегенә индерелгән!
Бер нисә йыл элек ике кешене вәхшиҙәрсә үлтереү осрағы тотош Өфөнө тетрәтте. Хәл былай була. 19 йәшлек колледж студенты “спайс” тәьҫире аҫтында үҙенең 43 йәшлек әсәһенә бысаҡ менән — 50 тапҡыр, 12 йәшлек ҡустыһына 20 тапҡыр сәнсеп үлтерә.
Башҡортостандың бер нисә ҡала һәм районында йәш кешеләр синтетик наркотик ҡулланғандан һуң фатирҙарының балконынан һикергән. Һөҙөмтәлә, бәғзеләре ауыр тән йәрәхәттәре алған, шулай уҡ үлем менән тамамланған осраҡтар ҙа булған.
Кеше организмына бик зыянлы насвай бәләкәй генә йәшел шарҙар йәки һорғолт-көрәнһыу онтаҡ рәүешендә йәшерен таратыла. Ул “нас” исемле үҫемлектән эшләнә. Урта Азияла насвай тәмәкеһен өй шарттарында ғына эшләйҙәр һәм уға дөйә, тауыҡ тиҙәге, елем ҡушалар. Ашҡаҙан сей яраһына, эсәк инфекцияларына һәм паразитар ауырыуҙарға, шул иҫәптән вируслы гепатитҡа килтерә торған хайуан тиҙәгенең зыяны тураһында әйтеп тороу ҙа кәрәкмәй!
Насвайҙы оҙаҡ ваҡыт ҡулланған кешеләр теш ауырыуҙарынан, яман сирҙәрҙән яфалана. Мәҫәлән, Үзбәкстанда теркәлгән ауыҙ һәм тамаҡ яман шеше менән сирләүселәрҙең 78 проценты – насвай ҡулланыусы.
Насвай физик сәләмәтлеккә генә хәүефле түгел, ул – психик үҫеште боҙоусы, хәтерҙе юйыусы, аңшайыу һәм тотанаҡһыҙлыҡ барлыҡҡа килтереүсе психотроп матдә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: наркотиктарҙы таратыусы ла, уларҙы ҡулланыусы ла яуапҡа тарттырыла. Ә яза бик ҡаты!