«На краю» тигән веб-сериал кибер-енәйәтселәр тураһында фәһемле ваҡиғаларҙы күрһәтә. Аня һәм уның яңы дуҫтары Камал, Рөстәм полиция менән бергә ҡатмарлы енәйәт йомғағын һүтәләр.
Аня ролен София Петрова башҡара.
Рәсәй Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ заказы буйынса сыҡҡан был сериал мауыҡтырғыс мажаралы тарихты һөйләй. Ул ысынбарлыҡта булған енәйәти һәм административ эштәр мотивтары буйынса төшөрөлгән. Сериал кешеләрҙе емерткес эштәргә һәм енәйәттәргә ылыҡтырылыуҙан, цифрлы мөхиттә ҡорбанға әйләнеүҙән ҡурсаларға тырыша.
Тәүге дүрт серия VK Видео платформаһына ҡуйылған да инде. Ҡарағыҙ, үкенмәҫһегеҙ: беренсенән, ул бик мауыҡтырғыс, икенсенән, енәйәттәрҙең асылын асып һала, өсөнсөнән, төп геройҙары – һеҙҙең кеүек балалар.
Фотолар: сериал кадрҙарының скриншоттары.
Сериалға һылтанма:
https://vk.com/video-212264882_456239838
6+