Ҡоролтай бинаһына күргәҙмә материалдар ҡуйылды, матбуғат баҫмаларына яҙылыу ҙа барҙы. Видеоконференция бәйләнешендә республика район-ҡалаларының ҡоролтай етәкселәре, ағзалары ҡушылды, тәҡдимдәрен, фекерҙәрен әйтте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова барыһын да сәләмләп, башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһын башлап ебәрҙе.
– Милли матбуғат саралары аша халыҡ туған теленә, халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә яҡыная. Шуға күрә башҡорт һәм башҡа милли телдәрҙәге гәзиттәр, һис шикһеҙ, кәрәк һәм мөһим. Һәр кем уларҙың яҙмышы өсөн үҙ иңендә яуаплылыҡ тойһа, милли баҫмалар йәшәйәсәк, үҫешәсәк, көс туплаясаҡ, – тине Эльвира Ринат ҡыҙы.
Эльвира Айытҡолова "Изге подписка" акцияһына ҡушылды һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә республика гәзит-журналдарына яҙылыу бүләк итте, эстафетаны Башҡортостандың район һәм ҡала, Рәсәй төбәктәрендәге башҡорт ҡоролтайҙары рәйестәренә тапшырҙы.
Мәғлүм булыуынса, «Изге подписка» — хәйриә акцияһы, уның сиктәрендә кешеләр һәм ойошмалар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың, күп балалы ғаиләләрҙең йәки ветерандарҙың ғаиләләре өсөн гәзит-журналдарға яҙыла. Акция урындағы баҫмаларға ярҙам итеүгә һәм традицион киң мәғлүмәт саралары ярҙамында быуындар бәйләнешен һаҡлауға йүнәлтелгән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов та гәзит-журналдарға яҙылды һәм эстафетаны милли ойошманың президиумы, башҡарма комитеты ағзаларына тапшырҙы.
Башҡорт матбуғатына яҙылыу акцияһы барышында “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Лариса Абдуллина сығыш яһаны, сараның әһәмиәтен билдәләне, уны ойошторған, үткәргән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт белдерҙе.
Вәдүт Исхаҡов “Башҡортостан”гәзитенең 100 йылдан ашыулыҡ тарихы барлығын, уның биттәрендә һәр саҡ заман заңы сағылыш тапҡанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– “Башҡортостан” гәзите ил, республика, халыҡ ни күргән — шуның менән йәшәгән һәм йәшәй. Ул – милләтте берләштергән, тел ҡеүәтен, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлаған, киләһе быуындарға тапшыра килгән абруйлы баҫма. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының, милли матбуғат яҙмышын хәстәрләп, ошондай сара ойоштороуы бик мөһим, сөнки йәмәғәт ойошмаһының һәм гәзиттең уртаҡ маҡсаттары бар – халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеү, милләттәштәрҙе берләштереү. Район-ҡалаларҙағы, Рәсәй төбәктәрендәге ҡоролтай рәйестәре, ағзалары ла гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһына әүҙем ҡушылыр, тип ышанам, – тине Вәдүт Ғәйфулла улы.
Артабан матбуғатҡа яҙылыуға бәйле төрлө һорауҙар буйынса фекер алышыу булды.
Фотолар: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.