Бөгөн гимназияла Күмертау, Мәләүез ҡалаларынан, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура, Йылайыр, Федоровка, Хәйбулла, Баймаҡ, Стәрлетамаҡ райондарынан, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһынан һәм Ырымбур, Һамар өлкәләренән 439 уҡыусы белем ала.
3-сө БРГИ йылдан-йыл яңы уңыштарға өлгәшә, юғары бейеклектәргә үрләй. Инновацион уҡыу йортоноң төп маҡсаты – Башҡортостан Республикаһының көньяҡ зонаһынан һәм Ырымбур өлкәһенән килгән уҡыусыларға, республикабыҙҙың киләсәк милли кадрҙары булараҡ, дөрөҫ профориентация йүнәлеше биреү, уларҙы юғары уҡыу йорттарына әҙерләү.
2023 йылда уға Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың исеме бирелде, мәктәп алдында бюст ҡуйылды һәм уның исемендәге кабинет асылды.
Быйылғы уҡыу йылында арҙаҡлы ғалим, геология-минералогия фәндәре кандидаты, балалар яҙыусыһы, журналист-публицист, яҡташыбыҙ Диҡҡәт Насретдин улы Бураҡаев исемендәге география кабинеты асылды.
Таңсулпан Диҡҡәт ҡыҙы Бураҡаеваның гимназистарыбыҙға илһам, ижади көс биреп, сәнғәткә әйҙәп торған картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо.
Шулай уҡ 1 сентябрҙә Ватанды һаҡлаусылар йылына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар иҫтәлегенә арналған «Батырҙар Аллеяһы» асылды.
Заманға ярашлы бөтөн уңайлыҡтары ла, тейешле уҡыу шарттары ла булған уҡыу йорто йыл әйләнәһенә гөрләй һәм Рәсәй, Башҡортостан кимәлендә төрлө өлкәләрҙә уңыштарға өлгәшә. Гимназистар, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа, конференцияларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашып, һәр саҡ еңеүсе, призер исемдәренә лайыҡ була.
Ике йыл рәттән химиянан БДИ-ны өс уҡыусыбыҙ 100 балға тапшырҙы. Уҡытыусылары — Рәсилә Әлимғол ҡыҙы Мөхәмәтшина.
Гимназиябыҙ көслө, бил бирмәҫ көрәшселәре менән дә дан тота. Мәҫәлән, Батыр Сәлихов ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булһа, Динислам Сәлихов Рәсәй чемпионы исемен яуланы (тренерҙары — Ә. Ә. Шәрипов). Икеһе лә көрәш буйынса Башҡортостан Башлығының стипендияһына лайыҡ булды.
Алдынғы уҡыусыларыбыҙ Аэлита Мөхәмәтшина, Карина Яҡупова, Самира Хөсәйенова һәм Айбулат Ғәббәсов, «Артек»та ял итеп, төрлө осрашыуҙарҙа, лекцияларҙа һәм практикумдарҙа ҡатнашып ҡайтты.
Гимназия-интернатта уҙғарылған «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе уҡыусыларҙың XXVII төбәк-ара конкурсында Йәмилә Сабир ҡыҙы Рамаҙанова етәкләгән «Аҡбуҙат» фольклор ансамбле призлы урын яуланы.
Данлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемендәге кластар ҙа бик уңышлы эшләп килә. «Шайморатовсы уйындары»нда ла беҙҙекеләр бер ваҡытта ла һыр бирмәй, һәр саҡ призер, еңеүсе исемдәрен яулай.
Гимназияла шулай уҡ тыуған яҡты өйрәнеү – этнографик музей эшләй. Етәксеһе — география уҡытыусыһы Илдар Хөрмәт улы Таипов.
Уҡыу йортобоҙ остаздары менән дә дан тота. Бер төркөм уҡытыусылар, һөнәр серҙәре менән бүлешеү маҡсатынан, Мәскәү, Ҡаҙан, Саха-Яҡутия, Силәбе, Ырымбур өлкәләренә тәжрибә уртаҡлашырға барып ҡайтты.
Гимназияла уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү маҡсатында «Сөмбөл» вокал ансамбле, «Аҡбуҙат» фольклор-театр студияһы, «Ижади оҫтахана», шулай уҡ шахмат, милли көрәш, уҡсылар түңәрәктәре, баскетбол, еңел атлетика кеүек төрлө йүнәлештәге секциялар уңышлы эшләй.
Көньяҡ Башҡортостандың данлы уҡыу йорто киләсәктә лә тирә-яҡҡа мәғрифәт нуры сәсеүен дауам итер, ә уҡыусылары, республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың данын арттырып, төрлө өлкәләрҙә яҡшы белгестәр, күренекле шәхестәре һанын ишәйтеренә ышанабыҙ!
Әнисә Түләгәнова,
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры.