генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар ойошторолдо. Хәҙер республика мәктәптәрендә ошондай 290 класс бар, унда 6 мең шайморатовсы белем ала.
Быйыл да 11 октябрҙә, Республика көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында, генерал Шайморатов һәм Ватан өсөн яуҙа башын һалған бөтөн башҡорт яугирҙәре һәйкәле янында Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан һәм райондарынан килгән 578 уҡыусы тантаналы рәүештә шайморатовсылар сафына ҡабул ителде. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
— Бөгөн, Республика көнөндә, һеҙ милли геройыбыҙ Миңлеғәли Шайморатовтың исемен ғорурлыҡ менән йөрөтөүселәрҙең ҙур һәм татыу ғаиләһенә ҡабул ителәһегеҙ, — тине Радий Хәбиров.
Һеҙ данлы генералдың исемен генә түгел, ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби данын, уның яугирҙәренең батырлыҡтарын дауам итәһегеҙ. Был легендар дивизия, күп һанлы батырлыҡтар күрһәтеп, Дондан Эльбаға тиклем яу юлы үтеп, 78 яугиры — Советтар Союзы Геройы, ә бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була.
Шайморатовсылар сафына инеү ул — бик юғары хөрмәт һәм ҙур яуаплылыҡ. Һеҙ юғары намыҫ һәм маҡсатҡа ынтылыш эстафетаһын ҡабул итәһегеҙ. Тимәк, һеҙ уҡыуҙа ныҡышмалы, спортта ихтыярлы һәм тормошта ярҙамға килергә әҙер кеше булырға тейешһегеҙ! Һеҙ шайморатовсылар символикаһы менән форманы намыҫ һәм ғорурлыҡ менән кейерһегеҙ, һынауҙарҙан ҡурҡмаҫһығыҙ һәм хыялығыҙға ҡыйыу барырһығыҙ, тип ышанам, — тине Радий Фәрит улы.
Сара йәш шайморатовсыларҙың тантаналы ант биреүе, «Шайморатов-генерал» йырын башҡарыу менән дауам итте һәм кластарҙың командирҙарына 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байраҡтарын тапшырыу, ҡатнашыусыларҙың тантаналы маршы менән тамамланды.
Республикабыҙҙа был хәрәкәт әүҙем үҫешә. Уҡыусылар араһында йыл һайын Шайморатов кубогына ҡышҡы һәм йәйге уйындар үткәрелә. 2024 йылдың декабренән алып «Йәш шайморатовсылар балы» уҙғарыла. Уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда уңыштары өсөн уҡыусыларға тантаналы рәүештә «Йәш шайморатовсы» почет билдәһе тапшырыла.
Быйылдан Шайморатов кластарын тамамлаусыларға аттестат менән бергә махсус белем биреү программалары буйынса уҡыуҙы раҫлаусы сертификат та тапшырыла.
Шулай итеп, үҙ иленең ысын патриоттары булырға теләгән балалар һаны йылдан-йыл арта. Халҡының үткәненә һәм киләсәгенә ҙур хөрмәт һәм яуаплылыҡ менән ҡараған уҡыусыларыбыҙға бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ.
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.
Фотолар БР Башлығы сайтынан алынды.