– Нәркәс, балаларға ваҡыт бүлеп, уларҙы йырларға өйрәтеү, бәйгеләргә әҙерләү теләге барыһында ла тыумайҙыр. Һеҙҙең был ынтылыш ҡайҙан юл ала?
– Мин үҙем бала саҡтан Инйәр ҡасабаһында балалар йыр ансамбленә йөрөнөм, вокалға һөйөү һәм ноталарҙы өйрәнеү минең күңелемдә шул осорҙа ҡабынды тип әйтә алам. Әсәйем мәрхүмә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булды. Беҙҙең мәктәптә иң беренселәрҙән булып ул үҙе, башҡорт костюмдары тектереп, балаларға башҡортса йырҙар өйрәтә башланы. Үҙе мандолинала уйнай, үҙе йырлай ине. Мин шул мөхиттә үҫтем, бәлки шуғалыр уҡытыу һәләтем бар.
– Һеҙ күберәген үҫмер балалар менән эшләйһегеҙ, сағыштыра алаһығыҙҙыр: хәҙерге балалар менән һеҙҙең бала саҡтағы үҫмерҙәр араһында айырма бармы?
– Минеңсә, ҙур айырма юҡ. Хәҙерге балалар араһында ла башҡорт эстрадаһын яратҡан, йыр-моңға битараф булмағандар күп. Хәҙер төрлө милли проекттар ауыл балаларына ла үҙҙәрен асырға, таланттарын үҫтерергә мөмкинлектәр тыуҙыра. Интернет заманы булыуы ла ыңғай йоғонто яһай. Теләге булған бала дәрестәрҙе онлайн ала ала.
Үкенескә ҡаршы, ҡайһы саҡта шундай талантлы балаларҙы ла сәнғәткә ылыҡтырып булмай. Йырҙарҙың һүҙҙәрен ятламай, дәрескә илке-һалҡы йөрөп, үҙҙәренең һәләттәрен юғалтҡандар ҙа бар. Ялҡау булмаҫҡа кәрәк.
— Бала саҡтан йырсы булырға хыялландығыҙмы?
Эйе, бала сағымдан киләсәгемде ижад, музыка менән бәйләргә хыяллана инем. Тик ниңәлер был хаҡта хатта әсәйемә лә өндәшмәнем. Сәнғәт буйынса уҡырға теләгем бар икәнен дә бер кем белмәне. Шундай мәлем булдымы икән, әле аңлата алмайым, әммә мин ысынлап та йырсы булырға теләүемде барыһынан да йәшерҙем. Өйҙә бер үҙем булғанда ғына йырлай торғайным.
Бер мәл ауылым клубында Ҡорбан байрамы булды. Мин шул сарала мөнәжәт йырланым. Унда хатта әсәйем дә аптырап ҡалды. Улар минең йырлағанымды ишеткәндәре лә юҡ ине. Бала саҡта мин оялсан, йомоҡ кеше булдым шул.
Әсәйем менән атайым бик хупламаһа ла, ныҡышып, артабан Өфө сәнғәт институтының хор һәм дирижер бүлегенә уҡырға керҙем. Үҙем йырҙар яҙа башланым. Айрат Ҡобағошовҡа, Нур Дауытовҡа йырҙарымды күрһәттем һәм улар мине хупланы, дәртләндерҙе. Үҙемдә ныҡ эшләнем, төрлө яҡлап үҫергә тырыштым. Уҡытыусыларымдан ныҡ уңдым. Дирижерлыҡҡа Лира Фәтихова, ә вокал буйынса Зәйтүнә Мөхәмәҙиева уҡытты. Миңә шул мәлдәрҙә көслө музыканттар менән эшләү бәхете лә тейҙе. Улар мине йырҙы дөрөҫ яҙырға өйрәтте.
Рөстәм Әбдиев, Руслан Ниғмәтов, Альберт Ғәббәсов кеүек таланттар нисек йырларға, хатта ауыҙымды нисек итеп асырға ла өйрәтте. Кәрәк ерендә маҡтап, кәрәк ерендә кәңәш биреп, ярҙам иттеләр. Ғөмүмән, ижад кешеһенә, уларҙы маҡтап, дәртләндереп, ҡанат ҡуйып ебәрерҙәй кешеләр кәрәк. Бер йылы һүҙ ишеттермәй, тик тәнҡитләп, баланы ғына түгел, хатта оло кешене лә һындырырға була.
– Ысынлап та шулай, балаларҙың уңыштарын ғына түгел, тырышлыҡтарын күрә белер кәрәк, ти шул психологтар. Һеҙ ғаиләлә үҙегеҙҙең балаларға ижади мөхит тыуҙырҙығыҙмы?
– Минең өс балам да музыка мөхитендә үҫте. Йырҙар ижад иткәндә Ильясыма хатта кәңәш һорап мөрәжәғәт итәм. Илһам менән Мәликә лә музыканы тойоп йәшәй. Хатта ҡайһы саҡ радионан, телевизорҙан тапшырылған йырҙарҙың хаталарын тотоп алалар. Иляс улым гитарала уйнап йырлай. Дәрүиш хан төркөмөнөң бөтә йырҙарын да белә. Тимур Ямаловтың ижадына битараф түгел. Ҡош юлы балалар проектында ҡатнашып, икенсе урын алды.
– Беҙҙең журналды уҡыусыларға нимәләр теләр инегеҙ?
– Заман башҡа — заң башҡа, тигән булабыҙ. Хәҙер белем кәрәкмәй, хәҙер аҡса эшләү мөһимерәк тип, юғары уҡыу йортона уҡырға кереүҙе инҡар итеүселәр ҙә булыуы бар. Әммә һеҙгә кәңәшем шул: гел уҡығыҙ, белемле булырға тырышығыҙ, "Аманат"ты уҡығыҙ. Төрлө яҡтан үҙенең һәләттәрен үҫтергән балаға был тормошта үҙен табыуы ла еңелерәк була.
Зилә Ғәлләмова.