Миңә биш йәш булғанда кескәй һеңлем донъяға килде. Уны күргәс тә ныҡ яраттым. Әсәйемдәргә бәпес ҡараштым. Ауырып китһә, бөтәбеҙ ҙә ҡайғыра инек. Шул саҡта мин үҙемә киләсәктә табип булырға һүҙ бирҙем.
Хәҙер 8-се синыфтамын. Медицина университетына инеү өсөн кәрәкле фәндәрҙән бигерәк тырышып уҡыйым. Өҫтәмә белемдәр алам. “Буласаҡ табип” тигән онлайн-проектта шөғөлләнәм.
Ғәлиә, 14 йәш.
Уҡытыусы булғым килә. Балалар менән эшләргә, балаларға дәрес аңлатырға яратам.
Минең ҡустым менән һеңлем бар. Береһе — 3-сө, икенсеһе 5-се синыфта уҡый. Ә мин үҙем — 9-сыла. Уларға дәрестә уҡығандарын аңлата башлағансы киләсәктә уҡытыусы булыу уйы башыма ла инеп сыҡҡаны юҡ ине.
Тәүҙә һеңлем 2-се синыфта уҡығанда уға математика өйрәтергә тура килде. Ҙурая бара, дәрес темалары ла ҡатмарлаша. Шунда уға теманы мөмкин тиклем ябайыраҡ, аңлайышлыраҡ итеп һөйләү теләге тыуҙы миндә. Хатта бер аҙ уйланып йөрөп алам: конкрет теманы нисек итеп ябайлаштырырға, сағыштырыуҙар табырға? Был бик мауыҡтырғыс эш булып сыҡты.
Һеңлем дә, ҡустым да “5”кә генә уҡый, сөнки бөтә темаларын аңлап, үҙләштереп баралар. Миңә лә яҡшы – тәжрибә йыям. Моғайын, репетиторлыҡ менән дә шөғөлләнермен. Репетиторҙарҙың эш хаҡы яҡшы.
Айнур, 16 йәш.
Теүәл фәндәрҙән миңә иң ныҡ оҡшағаны – информатика. Программа телдәрен өйрәнәм, программа яҙырға яратам. Киләсәктә программист булырға теләйем. Тик аныҡ йүнәлеште һайламағанмын әле.
Веб-дизайнда ижадкәрлек мөһим, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге йүнәлеше бик әһәмиәтле, уға ихтыяж ҙур. Былар миңә оҡшай, әммә эшләнмәсе һөнәрен өҫтөн күрермен, моғайын. Эшләнмәселәр, программа яҙыу телдәрен һәм технологиялар ҡулланып, идеяларҙы кодлай. Шулай итеп, яңы компьютер программалары, ҡушымталар, сайттар һәм башҡа цифрлы продукттар барлыҡҡа килә.
IT өлкәһе – үҫеш һәм ижад өсөн сикһеҙ мөмкинлектәр донъяһы ул. Был тармаҡта конкуренция бик ҙур, шуға гел уҡырға, яңыны өйрәнергә тура киләсәк. Мин быға әҙер.
Әмир, 15 йәш.
Әлегә кем булырымды белмәйем. Шулай ҙа буласаҡ эшем тәбиғәт менән бәйле булыр, тип уйлайым.
Мин тәбиғәт донъяһын яратам. Бөжәктәренә тиклем өйрәнгем, белгем килә. Тәбиғәтте, йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлау менән шөғөлләнгем килә.
Хатта әҙ түләһәләр ҙә, мин яратҡан эште һайлар инем. Яратмаған нәмә менән булышырға теләмәйем.
Зарина, 13 йәш.