-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Ноябрь , 16:01

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

Никтофобия һүҙе – төнгө ҡараңғылыҡтан ҡурҡыу тигәнде аңлата. Хатта әҙ генә ваҡыт ҡараңғы бүлмәлә булғанда йәки яҡтыртылмаған ерҙән йөрөгәндә ҡурҡаһыңмы? Был бала саҡта йыш осрай торған, нормаль күренеш. Кеше үҫә. Үҫкәндә фантазия ла байый. Таныш булмаған әйберҙәр, күләгәләр ҡараңғыла йәнләнеп киткәндәй, ҡурҡыныс булып күренә, уйынсыҡтар ҡыбырлағандай тойола. Ысынында иһә кеше ҡараңғыла берәй нәмә йәшеренеп тора йәки килеп сыға икән тип күҙ алдына килтерә һәм үҙенең уйында был ысын икән тип фаразлай. Бындай тойғо кисереү, әлбиттә, уйын түгел, бик етди мәсьәлә.

Ҡурҡҡанға ҡуш күренә
Ҡурҡҡанға ҡуш күренә

Ҡараңғылыҡтан ҡурҡыу ниҙән барлыҡҡа килә икән?
Психологтар фекеренсә, ҡурҡыу бер ҙә юҡтан килеп тыумай. Был – һаҡланыу механизмы. Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында әүҙемлекте тотҡарлай, һағыраҡ булырға мәжбүр итә.
Ҡараңғылыҡтан ҡурҡыу ғәҙәттә 2 йәштән 6 йәшкә тиклем барлыҡҡа килә. Ул тойғо балаларҙа ғына түгел, ә ололарҙа ла йыш осрай. Ул саҡта күҙ алдына килтереү һәләте әүҙем үҫешә. Әммә логик фекерләү тулыһынса формалашмаған була. Был йәштә бәләкәстәр хәүеф төшөнсәһен аңлай башлай. Ҡурҡыныс фильмдар ҡарау, монстрҙар тураһында әкиәттәр ҡарау — былар барыһы ла ҡараңғылыҡтан ҡурҡыуҙы көсәйтә.
Тормоштағы стреслы хәлдәр ҙә ҡараңғы­лыҡ­тан ҡурҡыуҙы тыуҙырыуы йәки көсәйтеүе ихтимал. Һәр етди үҙгәрештәр борсолоу тыуҙыра. Төрлө ҡурҡыуҙар, шул иҫәптән ҡараңғылыҡтан ҡурҡыу рәүешендә сағыла.

Ҡараңғылыҡтан ҡурҡыуҙан нисек ҡотолорға һуң?
Ҡурҡыуҙы еңергә өйрәнеүҙең иң ябай ысулы –уй-кисерештәреңде ололарға һөйләү. Өлкәндәр һинең ҡараңғылыҡтан ҡурҡыуҙың сәбәптәрен асыҡлап, нимәнән ҡурҡҡаныңды аңлар. Үҙең дә ололарға яҡтылыҡты һүндергәндә нимә тойғаныңды, ҡараңғы булғанда ниндәй уйҙар уйлағаныңды һәм һине ныҡ ҡурҡытҡан нәмә тураһында әйтеп бир. Бәлки, ул тәҙрә төбөндәге ағастың күләгәһелер, тыштан килгән тауыштыр?
Йоҡо бүлмәһенән ҡараңғыла ҡурҡыныс булып күренгән әйберҙәрҙе алып ташла: эленгән кейем, сәйер формалағы уйынсыҡтар, сағыу һүрәттәр менән плакаттар, һ.б. Йоҡлар алдынан шкаф эсен, карауат аҫтын тағы ла бер тапҡыр ҡараштырып сыҡ. Һүрән генә янған төнгө лампаны ҡабыҙып ҡуй. Йомшаҡ ҡына яҡтылыҡ, һиңә хәүефһеҙлек тойғоһо бирер. Үҙең яратҡан йомшаҡ уйынсыҡты яныңа алыу тынысландырыр. Бүлмәләге һауа саф һәм һалҡынсараҡ булһын. Көн дә бер үк ваҡытта йоҡларға ятырға тырыш.
Еңелсә киске аш, һөт, нервы системаһын тынысландырыусы үләндәр төнәтеп эсергә була. Кисен телефон һәм телевизор ҡарауҙан саф һауала йөрөү, күктәге айҙы, йондоҙҙарҙы күҙәтеү хәйерле.
Саф һауала йөрөргә сыҡҡанда үҙең менән кеҫә фонаре алып сыҡ. Төрлө ергә яҡтыртып ҡара. Ҡараңғыла ҡурҡыныс булып күренгән шәүлә шунда уҡ юҡҡа сығасаҡ. Күҙгә “ҡот осҡос” булып күренгән әйбер ҡыуаҡ йәки сүп һауыты икәненә инанырһың.
Ҡурҡыу тойғоһон үҙаллы еңә алмағанда белгес менән кәңәшләш. Балалар психологы һиңә ҡурҡыуҙың төп сәбәптәрен асыҡларға ярҙам итәсәк.

Зөбәржәт ЯҠУПОВА.

Автор:
Читайте нас: