Монарда – ул баҡса йәмләүсе сәскә генә түгел. Сортына ҡарап, еҫе лимон, бөтнөк еҫенә оҡшай. Монарданы ит янына бирергә, турамаларға, сәйгә, ҡайнатмаларға, компоттарға өҫтәргә була. Бигерәк тә еләк йә емеш сағыу тәмгә эйә булмағанда (халыҡ ундайҙы “бер тәме юҡ, үлән кеүек” ти ҙә ҡуя) монарда тәм өҫтәп ебәрә.
Шифалы үлән булараҡ монарданы бронх астмаһынан, нур ауырыуынан, шулай уҡ эстәге паразиттарҙы бөтөрөү өсөн ҡулланалар.
Тимур менән Артур бына ошондай файҙалы үҫемлекте үҫтереү тәжрибәһен күрһәтә лә инде. Улар “Башинком” препараттарын ҡулланмайынса ла, уларҙың төрлөһөн ҡулланып та тәжрибәләр үткәргән. Тәжрибәләрҙең һөҙөмтәләрен видеояҙмала ҡарағыҙ.