Беренсе күренеш
Бейей-йырлай Ишәк килеп инә.
Ишәк.
Ниңә генә юҡ икән һуң
Ишәк йылы мөсәлдә?
Йылҡы йылы етә, тиҙәр –
Һай, нимәлә мәсьәлә?!
Ишәктең йырлағанын Йылан күҙәтеп тора һәм ҡапыл килеп инә.
Йылан.
Ыҫ-ҫ-ҫ... Ыҫ-ҫ-ҫ... Ыҫ-ҫ-ҫ...
Минең йылда булды ырыҫ-ҫ-ҫ!..
Һин, Ишәк дуҫ-ҫ-ҫ, әллә үҙең
Иңдәреңә алмаҡсыһың бурыс?
Ишәк (тертләп, һикереп китә).
Нимә ыҫылдай тиһәм,
Һин икәнһең, Йыланҡай.
Йылҡы йылы етә тиҙәр,
Ишәк йылы юҡ бит, әй!
Йылан.
Дөрөҫ-ҫ-ҫ, әйтәһең, дөрөҫ-ҫ-ҫ!
Сират хәҙер – Йылҡы дуҫ-ҫ-ҫҡа!
Кәйефеңде төшөрмә,
Эсең бошмаһын бушҡа!
Ишәк.
“И-а, и-а” тип йырлаһам,
Күтәрелә кәйефем.
Ҡыш бабайға йырлармын тим,
Репетиция – эшем.
Ишәк менән Йылан сығып китә.
Икенсе күренеш
“Иһо-һо, иһо-һо”, – тип Йылҡы килеп инә.
Биҙәлгән шыршыға ҡарай, тегеләй-былай йөрөштөрөп ала.
Йылҡы.
Байрам шыршыһы әҙер,
Яңы йыл тиҙҙән етер.
Алтын дағамды тағам,
Йыл хужаһы – Йылҡы булам!
Даға тотҡан килеш күңелле көйгә әйләнеп бейей. Шунан кеҫәһенә алтын дағаны һалып ала, тик уныһы төшөп ҡала. Йылҡы быны аңғармай сығып китә.
Өсөнсө күренеш
Ишәк килеп инә. Ерҙә ятҡан дағаны күреп, алан-йолан ҡарана. Дағаны алып, ундағы яҙыуҙы уҡый: “Сабышта иң етеҙ булған Аттың алтын дағаһы”.
Ишәк (дағаны ҡулында уйнатып).
Алтын даға ялтырай,
Мине ал, тигән төҫлө.
Ҡана, алайым әле,
Барҙыр дағаның көсө –
Тылсымланыр бар донъям,
Үҙемә һалып ҡуям.
Ишәк алтын дағаны тоҡсайына һалып ала һәм сығып китә.
Дүртенсе күренеш
Йүгереп Ат килеп инә.
Йылҡы.
Ҡарауыл! Ҡарауыл!
Алтын дағам юғалды!
Әллә төшөп ҡалды ул,
Әйтегеҙ, кем алды һуң?!
Тауышҡа башҡа йәнлектәр килеп инә.
Йылан.
Ниңә ғауға ҡуптараһың,
Тыныслансы дуҫ-ҫ-ҫҡайым.
Йылҡы.
Алтын дағам юғалды бит,
Эҙләп-эҙләп тапмайым.
Унһыҙ хәҙер Яңы йылдың
Бер йәмен дә тоймайым...
Йылан.
Дағаламы ни бурыс?
Китмәһен бәхет, ырыҫ-ҫ-ҫ!
Сәбәләнеп, Ат дуҫ-ҫ-ҫҡай,
Була күрмәсе ҡырыҫ-ҫ-ҫ!
Йылҡы.
Алтын даға минең өсөн —
Иң ҡәҙерле ҡомартҡы!
Юҡһа улай бошмаҫ инем,
Шуға бит килә тапҡы!
Йылан.
Эш дағала булмаһын,
Ниәтең изге булһын!
Өр-яңы йыл бурысын
Лайыҡлы үтә дуҫ-ҫ-ҫым!
Ил-донъяның ырыҫ-ҫ-ҫын
Бер үк һаҡла, йәме, Ат!
Ҡыуаныс сәскә атһын,
Хафалар китһен анһат!
Шул ваҡыт Ҡыш бабайҙың “Эһе-һе-һей! Мин киләм! Ҡар-йондоҙ булып көләм! Урман-тау аша еләм! Көтәһегеҙҙер, беләм!” – тигән тауышы ишетелә. Уның менән бергә Ҡарһылыу, Ишәк килеп инә.
Йәнлектәр (бергә).
Һаумы, һаумы, Ҡыш бабай!
Тиҙ килеп еттең ҡайһылай!
Ҡыш бабай.
Көткәнегеҙҙе белдем,
Санала етеҙ елдем.
Яңы йыл байрамына
Бүләктәр алып килдем.
Ҡарһылыу.
Кемдә ниндәй һөнәр бар –
Күрһәтегеҙ, әйҙәгеҙ!
Йырлап, бейеп, уйнап-көлөп,
Байрамды бер биҙәгеҙ!
Ишәк йырлап күрһәтә.
Ишәк.
И-а, и-а, тип йырлайым,
Байрам менән ҡотлайым!
Ҙур рәхмәт, һиңә, Йылан –
Хуш килһен, Йылҡы йылы!
Сәпәкәйләп ебәрә. Шул ваҡытта кеҫәһенән алтын даға тәгәрәп килеп төшә. Йәнлектәр аптырап ҡала.
Йылҡы.
Ах, һин, Ишәк, матур йырлап,
Дағама хужа булдың?
Йылан.
Эх, Ишәк дуҫ, бошма тинем –
Ниңә дағаны алдың?
Ишәк (оялышынан битен ҡаплап, башын түбән эйә).
Урламаным дағаны,
Бары тик табып алдым.
Тылсымы тейер тиеп,
Үҙемә һалып алдым.
Ғәфү итегеҙ, зинһар.
Кире ҡайтарам, бына.
(Дағаны ерҙән алып, Атҡа тоттора).
Йыл хужаһы етеҙ Атһың,
Һиңә өмөт ҙур ғына.
Йылҡы.
Байрам йәме – татыу булыу,
Аҫтыртынлыҡ ярамай!
Бер юлыға күҙ йомабыҙ,
Ҡылығыңа ҡарамай.
Шул ваҡыт сәғәт һуҡҡан тауыш ишетелә. Барыһы ла: “Ура-а-а, Яңы йыл менән!” – тип, бер-береһен ҡотлай, ҡосаҡлашалар. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу йыр-бейеү башҡарғандарға бүләктәр тарата, байрам дауам итә.