-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь , 15:23

Башҡорт аты — халҡыбыҙҙың ғорурлығы!

Милләтебеҙҙең тарихы, яҙмышында башҡорт аты башҡорт халҡының һәр саҡ тоғро дуҫы, юлдашы, яуҙашы булған.

Башҡорт аты — халҡыбыҙҙың ғорурлығы!
Башҡорт аты — халҡыбыҙҙың ғорурлығы!

Шуға ла башҡорт атына республикабыҙ етәкселеге тарафынан ҙур иғтибар бирелә. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан тәҡдим ителгән "Башҡорт аты" халыҡ-ара фестивале Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2022 йылдан алып үткәрелә.
Ул ат ярыштары, уйындар менән генә сикләнмәй, унда ат эйәр-егәрен эшләү оҫталары, йылҡысылыҡ менән мәшғүлдәр, ҡымыҙ етештереүселәр ҙә тәжрибә уртаҡлаша. Йәштәрҙең күңелендә ҡиммәттәребеҙҙе һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыуға ынтылыш булдырыла, ҡунаҡтарҙа беҙҙең милләтебеҙ тарихына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә ҡыҙыҡһыныу уяна.
Быйыл, мәҫәлән, фестивалгә Рәсәйҙең 12 төбәгенән һәм 13 илдән, шул иҫәптән Камерундан, Марокконан, Конгонан, Анголанан, Замбиянан, Мысырҙан, Төркмәнстандан, Тажикстандан, Гананан, Ҡырғыҙстандан, Колумбиянан, Кубанан, Ҡаҙағстандан 600 спортсы килде. Бөтәһе 21 меңдән ашыу кеше, 435 ат ҡатнашты. Дөйөм алғанда, ат парады республиканың 25 районынан 400-ҙән ашыу атты берләштерҙе.
Төп ат сабышында 7000 метр арауыҡҡа өс йәштән өлкән аттар ярышты. Төп призды Баймаҡ районынан "Матур" ҡушаматлы ат яуланы, уның хужаһы Сергей Айсенов автомобиль менән бүләкләнде.
Традицион ат спорты ярыштары: "Тай-тулаҡ", "Ауҙарыш", һыбайлылар оҫталығы буйынса ярыш менән бер рәттән, милли көрәш, мас-рестлинг һәм самбо буйынса республика турнирҙары, арҡан тартыш буйынса төбәк-ара турнир, "Бәйге" башҡорт күпбәйгеһе, "Ирәндек мәргәне" уҡ атыу буйынса асыҡ республика турниры быйыл фестивалдең спорт программаһын тағы ла киңәйтте.
2025 йылда шулай уҡ фестиваль программаһына ғәҙәти булмаған боронғо һәм ҡыҙыҡлы башҡорт уйыны "Тәңкә алыу" ҙа өҫтәлде.
– "Башҡорт аты" фестивале баштан уҡ башҡорт атын популярлаштырыуға, һаҡлауға, өйрәнеүгә арналды. Ике йыл элек беҙ "Башҡорт аты" атамаһын ҡулланыу хоҡуғына Роспатент таныҡлығы алдыҡ. – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
– Хәҙер Башҡортостанда башҡорт атының ДНК биобанкы формалаша. Алдынғы ген һәм геном технологияларын ҡулланыу селекция процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә заман талаптарына яуап биргән башҡорт аттарының яңы, юғары продуктлы тоҡом эсендәге типтары барлыҡҡа киләсәк – тине сығышында рес­публикабыҙ етәксеһе.

Автор: Зилә Ғәлләмова
Читайте нас