Башҡорттарҙың атҡа булған һөйөүе, изге мөнәсәбәте беҙҙең легендаларҙа, риүәйәттәрҙә, әкиәттәрҙә һәм ҡобайырҙарҙа сағыла. Толпар, мәҫәлән — тылсымлы, ҡанатлы ат. Аҡбуҙат — шулай уҡ ҡанатлы толпар ат — “Урал батыр”эпосында мөһим роль уйнай.
Беҙҙең легенда һәм риүәйәттәрҙә ат — изгелекте яҡлаусы, бәрәкәт һәм бәхет символы. Башҡорттарҙың инаныуҙарында аттарҙың сығышы Күк (Үрге) һәм Һыу Аҫты (Түбәнге) донъяһы менән бәйле. Күктән төшкән аттар — аҡ-буҙ, һыуҙан сыҡҡандары ҡара төҫтә булған. “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпостары, “Йылҡысыҡҡан күл” риүәйәтендә иң шәп саптарҙар Һыу аҫты батшалығынан (Йылҡысыҡҡан күле, Шүлгән, Асылыкүл, Аҡзыярат күлдәренән) ҡоро ергә күтәрелгән.
Башҡорттарҙа аттың үҙе генә түгел, уның ҡылы, тире, һөтө, хатта эйәр-өпсөнө лә тылсымлы көскә эйә. Ҡырҙа, таныш булмаған урында йоҡлаған ваҡытта баш осона ҡамыт, эргә-тирәңә сыбыртҡы һалһаң, ат тиреһе еҫенән ҡурҡып, яныңа ен-шайтан, йыландар килмәй, тип уйлағандар.
Ат тирен, тиҙәген, боҫон ауырыуҙы ҡыуыу өсөн дә ҡулланған боронғолар. Мәҫәлән, шешкән, күгәргән, ҡаймыҡҡан ергә ат тиҙәген бәйләп ҡуйыу, ауыртҡан ергә тирен һөртөү, ауырыу баланы аттың боҫона тотоу кеүек алымдарҙы файҙалағандар.
Ат дағаһын ишек башын элеп ҡуйыу йолаһы ла бар. Аттан төшөп ҡалған дағаны тупһаға ҡаҡһаң, өйгә тел-теш теймәй, ен-шайтан инмәй, тип ышанғандар. Мал-тыуар, бал ҡорто, ҡош-ҡорт үрсеһен, ҡазаланмаһын тип, ҡыу ат башын кәртә-ҡураға, умарталыҡҡа элеп ҡуйыу йолаһы беҙҙә әле лә һаҡланған.
Башҡорт телендә ат һүҙе менән бәйле “Ат кеүек эшләү”, “Ат башындай”, “Ат ҡолонлатыу”, “Атҡа менгәндәй булыу”, “Ат күҙендәй”, “Ат саба тип бет саба”, “Ат аунаған ерҙә төк ҡала” тигән һәм башҡа әйтемдәр бар.
Башҡорт аты тураһында мәҡәлдәр ҙә бихисап: “Аттың хаҡы оло, айғырҙың даны оло”, “Егет күрке дан менән, айғыр күрке ял менән”, “Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ”, “Андыҙ барҙа – ат үлмәҫ”, “Ат яҡшы булһа, юл ҡыҫҡа була”, “Йылҡы — малдың батшаһы”, “Аты-туны бар кешелә Алпамыша көсө бар”, “Аты бар — арыҫлан”, “Аты барҙың — ҡанаты бар, һыйыры барҙың — һыйы бар”, “Атлы ерҙә ир үлмәҫ”, “Ат булған ерҙә андыҙ бар”, “Арҙаҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ”, “Аты булһа, ҡамыты табылыр”, “Ауыр йөктө ат тарта, ауыр эште ир тарта”, “Аҡһаҡ булһа ла, үҙ атың булһын”, “Алашаны атҡа һанама”, “Алтмыш ҡолон ат булмаҫ”, “Атлы ерҙә ир үлмәҫ”, “Арғымаҡ менгән арымаҫ”, “Арыҡ атҡа ҡамсы ла йөк”, “Атың барға ҡыуанма, атаң барға ҡыуан”, “Атты сыбыртҡы менән ҡыума, һоло менән ҡыу”, “Ат юлда һынала, егет яуҙа һынала”, “Ат яҡшыһы тауҙа, ир яҡшыһы яуҙа беленер”, “Аттың даны егет ҡулында, егеттең даны үҙ ҡулында”.
Иң аҡыллы малҡай – Йылҡы йылы яҡынлаша. Барығыҙға ла Йылҡы йылында ырыҫ һәм бәхетле, хәйерле-бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйем!
Зөлфиә ЯҠУПОВА әҙерләне.