Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп алған был проект бер нисә йыл эсендә халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Башҡорт теленән үҙенең белемен Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе, Ырымбур, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Пермь, Алтай, Краснодар, Приморье крайы, Якутия, Татарстан республикалары халҡы тикшерә алды.
Сит илдәрҙән, мәҫәлән, Үзбәкстан, Тажикстан, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Беларусь, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, Иран, Аргентина, Индонезия, Ҡытай, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән ҡатнашыусылар бар.
Дикторҙың диктант тексын уҡыуын тура трансляцияла Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрендә тыңларға була.
2013-14 йылдарҙа БСТ-ла «Көндәлек” тигән тапшырыу эшләй инем. Беҙ, райондар буйлап йөрөп, урындағы башҡорт йәмәғәтселегенән диктант яҙҙырта торғайныҡ. Бөтә республиканы тиерлек йөрөп сыҡтыҡ, — тип иҫләй был сараның нисек башланыуы тураһында «Ватандаш» журналының баш мөхәррире, филология фәндәре кандиданты Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы Мәһәҙиева.
— Тапшырыу тамамланғас, башҡа: «Ниңә республика менән диктант яҙып ҡарамаҫҡа?» — тигән уй килде. Киттем БДУ-ға, декан Риф Барый улы Әхмәҙиевҡа индем, ул шунда уҡ башҡорт теле кафедраһы мөдире Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновты саҡырып алды. Өсәүләп ултырып хәл иттек тә декан ректорға китте. Тулҡынланып көттөк.
Рәхмәт инде, Николай Данилович хуплау ғына түгел, диктантты ойоштороуға университеттың төрлө хеҙмәттәрен йәлеп итте.
Башҡорт теленән диктант була тип, гәзиттәргә, радио - телевидение аша иғлан бирҙек тә (ул ваҡытта социаль селтәрҙәр юҡ), үҙем ҡурҡыуға ҡалдым: кеше килмәй ҡуйһа, нишләрбеҙ?
Университетҡа иртүк барҙым. Айтишниктар университеттың филиалдары менән бәйләнеште көйләй, Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама филиалдарында уҡыусы студенттар онлайн форматта ҡушылырға тейеш. Сәғәт 11-се яртыны үтеүгә 1-се ҡатта кешеләр күренә башланы. Милли кейемдәгеләр ҙә килә башлағас, күңел урынына ултырҙы.
Сара бик матур башланып китте. Диктант өсөн Яңыбай Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” тигән романынан өҙөк һайлап алынғайны (Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан бит). Уны кемдән уҡытырға тип баш ватманыҡ, мин был ролдә фәҡәт Хөрмәтулла ағай Үтәшевты ғына күрә инем һәм уны тәҡдим иттем дә.
Хөрмәтулла Ғаззали улы тексты уҡый башлауы булды, филиалдар менән бәйләнеш юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Баштан мең төрлө уй йүгереп үтте. Баҡһаң, бер юлы бик күп кешенең онлайн бәйләнешкә инеүен сервер күтәрә алмаған икән. Ярай әле егеттәр тиҙ генә көйләп ебәрҙе һәм беҙ артабан тыныс ҡына эшебеҙҙе дауам иттек.
Бөтәһе 3500 кеше ҡатнашты тәүге диктантта. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған акцияның оҙайлы проект булыры шунда уҡ төҫмөрләнде, – тип хәтерләй был көндө Рәшиҙә Рәфҡәт ҡыҙы.
Бөгөн Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Һәм мәҙәниәт министрлыҡтары, Матбуғат Һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡатнашлығында уҙғарыла.
Зилә Ғәлләмова.