-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь , 14:58

Хуш киләһең, Аҡбуҙатлы йыл!

Мәктәп сәхнәһе өсөн сценарий

Хуш киләһең, Аҡбуҙатлы йыл!
Хуш киләһең, Аҡбуҙатлы йыл!

Ҡатнашалар:
Ҡыш бабай
Ҡарһылыу
Аҡбуҙат – Яңы йыл
Йылан – Иҫке йыл


Күңелле көй яңғырай. Ҡыш бабай, таяғына таянып, шыршы тирәләй йөрөй. Йырлай.
Шыршы, шыршы, йәшел баш,
Йәшел баш та бөҙрә сәс.
Бөҙрә сәсен тараған да
Көмөш тараҡ ҡаҙаған.
Ҡунаҡтар ҡайҙа булған?
(Таяғына таянып тора.)
– Ҡарһылыу! Ҡарһылыу! Ҡар-һы-лыу!!! – тип саҡыралар.
Ҡарһылыу йүгереп инә.
Ҡыш бабай.
– Алыҫ-алыҫ илдәрҙән,
Көҙгө боҙҙар еренән,
Саңғыла ла, санала ла,
Болан-бүреләр егеп,
Ҡар-бурандар туҙҙырып,
Килеп еттем байрамға,
Барыһын да уҙҙырып.
Ҡарһылыу.
– Балалар ҡайҙа? Яңы йыл ҡаршыламаҫҡамы әллә уйҙары? Әйҙә, икәүләп саҡырайыҡ.
Икәүләп саҡыралар. Бер кем дә юҡ!
Ҡарһылыу.
– Их, баш! Интернеттан саҡыр, олатай. Төймәңә баҫ әле.
Ҡыш бабай смартфонын ала, уға баҫҡылай. Көслө ел-буран уйнағаны ишетелә, ынйы башлы ҡылысын уйнатып, Йылан батша инә. Балалар, ҡурҡышып, ситкә тайпыла.
Йылан.
– Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ,
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ,
Ҡылысымдан ҡурҡмағыҙ.
Изгелек ҡылһағыҙ, яратыр. Яуызлыҡ ҡылһағыҙ, донъяғыҙҙы пыран-заран килтерер. Берәй төрлө насарлыҡ ҡылдығыҙмы әллә, ниңә шымып киттегеҙ? (ҡылысын уйната.)
Балалар.
– Еләк-емеш уңды,
Буралар игенгә тулды,
Бесәне лә мул булды,
Тик...
Йылан.
– Йә, йә, әйтеп бөтөрөгөҙ...
Балалар.
– Ауылыбыҙ айыу, бүре, төлкөләр менән тулды. Бәшмәк, балан, гөлйемеш тә йыя алманыҡ.
Йылан уйлана. Ике аяҡлылар ғәйепле. Улар йәнлектәр донъя­һын емерә. (әсе һыҙғыра.)
– Ҡар-бурандар, сабығыҙ,
Атығыҙҙы егегеҙ,
Атығыҙҙа сабып ҡына
Килә һалып етегеҙ!
Ишек асыла, Аҡбуҙат, иһаһайлап, шыршы тирәләй саба.
Йылан һыҙғыра.
Кем туҡтата, Аҡбуҙатҡа шул эйә булыр. Аҡбуҙат туҡтамай, береһенә лә баш бирмәй.
Ҡыш бабай.
– Ҡолонсаҡты ла тота алмайһығыҙмы?
Ҡарһылыу.
– Эй, олатай, хәҙер “дүрт тәгәрмәс”тә генә сабалар!
Йылан тоғо эсенән ҡыңғырау ала.
– Кемегеҙ белемле, көслө, ҡыйыу?
Бер бала, ҡыңғырауҙы тотоп, шылтырата. Аҡбуҙат, уның алдына килеп, баш эйә. Малай уны башынан тота.
Йылан.
– Башҡорт ат өҫтөндә тыуа, тиҙәр. Ялына йәбешеп, һөйрәлеп йөрөргә уйлайһыңмы?
Аҡбуҙат.
– Эй, егет, мин һинең тоғро дуҫың булырмын! (Бейергә төшә.)
("Ҡара юрға" йыры яңғырай.)
Йомро матур тояғыңды
Дағаларбыҙ, юрғам,
Ҡырас матур ялдарыңды
Уҡаларбыҙ, юрғам.
Өҫтөңдәге һылыуыңды
Төшөрсәле, юрғам.
Һайт, ҡара юрғам,
Тайт, ҡара юрғам!
Ҡыш бабай.
– Аҡбуҙатлы йылыбыҙ ҡотло, ырыҫлы булһын!
Әйҙәгеҙ, яңы йылға һөнәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.
1-се бала.
Бына тағы килеп етте,
Көтөп алған Йылҡы йылы.
Дуғаһында ҡыңғырауы
Зыңғырлаһын йыл буйы.
2-се бала.
Ҡыш бабай Торатауҙа
Башҡорт аттарын еккән.
Мамыҡ ҡарҙарҙы туҙҙырып,
Улар ҙа килеп еткән.
3-сө бала.
Семәрләгән санаһын,
Тейәгән бүләктәрен,
Теркәгән ҡағыҙына
Бар изге теләктәрен.
4-се бала.
Ҡыш бабай ҙа ҡотланы
Яңы йыл уңайынан.
Һыйланы барыбыҙҙы
Күстәнәстәре менән.
5-се бала.
Үҙебеҙҙең Ҡыш бабай –
Башҡортостаным ҡото.
Ғыж-ғыж ҡурайын тартып,
Бейетә һәр башҡортто.
Күмәкләп бейергә төшәләр.
6-сы бала.
Ап-аҡ йомшаҡ тунымды
Биҙәнем йондоҙ менән.
Саҡырҙым Ерәнде лә,
Бейеһен беҙҙең менән.
7-се бала.
Эй күңелле байрамда
Ем-ем уттар яналар.
Парлашып, өйөрөлөп,
Эй бейейҙәр балалар.
Аҡбуҙат.
– Йомаҡтарҙы кем ҡойор?
Ҡарһылыу.
1. Туҡылдап, тиште йорто,
Унда бөжәкте тотто.
Теленә һалып ҡортто,
Тәмләгәс кенә йотто.
(Тумыртҡа)
2. Күктә йомро һары май,
Тик уны ашап булмай.
(Ай)
3. Ана, һикереп менде
Ҡарағай ҡыуышына.
Солоҡ балы күп булғас,
Иҫе китмәй ҡышына.
(Һуҫар)
4. Ҡыр тауығы тиҙәр уны,
Ҡорҡолдай, ҡытаҡламай.
Танышайыҡ тиме икән,
Исемен йыш ҡабатлай.
Ҡар баҙын ҡаҙа һала,
Ҡышҡа Уралда ҡала.
(Ҡор)
5. Ҡурҡмаған ул һыуыҡтан,
Ҡыҙылдан алҡа таҡҡан.
Алҡа тиһәм, емеш икән,
Кемдер ашхана асҡан.
(Миләш, Балан)
6. Ҡасып ҡотола алмай
Һаңғырау булғанға.
Һунарсы атып ала
Ите тәмле булғанға.
(Һуйыр)
7. Өй төҙөмәй, күпер һалмай,
Сүкеше юҡ, балтаһыҙ.
Туҡ-туҡ килә, арымай,
Өркөтөргә ярамай.
(Тумыртҡа)
Йылан йүгәнен һелкетә. Аҡбуҙат уның янына килә.
Ҡыш бабай.
– Утҡа төшһәң, янмаҫтай,
Һыуға төшһәң, батмаҫтай.
Ҡарһылыу.
– Ел дә ҡыуып етмәҫтәй,
Тауҙан-таштан өркмәҫтәй.
Икәүһе бергә:
– Кешеләр булһын берҙәм,
Туҡтатһындар һуғышты,
Бөтөрһөндәр һағышты.
Түкмәһендәр күҙ йәшен,
Тыныслыҡ тыуһын ерҙә,
Һуғыш булмаһын бер ҙә!
Йылан, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу Аҡбуҙатҡа көмөш йүгән, ҡыңғырау тоттора, башына таж кейҙерә.
Ҡарһылыу.
– Елһә, ҡоштай елпенер,
Артында саң уйнатыр,
Осраған һәр кешене
Хайран итер, уйлатыр.
Йылан.
– Кескәйҙәр уға атланып,
Сығарыр әкиәттәр.
Тыныслыҡ һүҙен яҙып,
Тыуҙырыр йәнһүрәттәр.
Аҡбуҙат.
Шулай булһын, Ин Шәә Аллаһ! Ауыҙығыҙға – бал да май!!
Ҡыҙыҡлы уйындар, ҡотлау­ҙар дауам итә.

Зөһрә Бәшәрова.
Әбйәлил районының Теләш ауылы.

Автор:
Читайте нас