Бөгөн интернетта ла бик күп башҡорт төркөмдәре бар, билдәле артистар, йырсылар, блогерҙар ҙа сәхифәләрен башҡорт телендә йәмле итеп алып бара. Шул уҡ ваҡытта уларҙың хатта йөҙәр меңләп яҙылыусы дуҫтары булғандары бар.
Уларҙы нисек маҡтамайһың инде! Афариндар! Үҙ телеңдең йәмен, байлығын, яғымлылығын күрһәтеү, минеңсә, беҙгә, үҫмерҙәргә шәхес булып формалашҡан осорҙа бик яҡшы үрнәк булып тора тип уйлайым. Юғиһә, әсәйем һөйләүе буйынса, уның йәш сағында үҙ теленән уңайһыҙланып йөрөгәндәр ҙә булған. “Айырыуса ауыл балалары, ҡалаға килһә, телдәренән бик оялалар ине, хатта үҙ-ара русса аралашырға тырыштылар”, — тип, әсәйем аптыратып ҡуйҙы мине. Нисек мөмкин булған икән был хәл?
Һуңғы осорҙа йәмғиәт, дәүләт кимәлендә лә телде үҫтереүгә көс һалыуҙары юғары баһаға лайыҡ. Ниндәй генә саралар ойошторолмай бит! Беҙҙең ғаилә, мәҫәлән, йыл да башҡорт теленән диктант яҙыуҙа бик әүҙем ҡатнаша. Ололар “5”-ле билдәһенә яҙһа, беҙ ҙә ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ, “4”-тән дә кәмде алған юҡ былай. Шулай уҡ шиғыр һөйләү бәйгеләренән, флешмобтарҙан да ситтә ҡалмайбыҙ.
Китапханаға барып, шиғырҙар йыйынтығы алып, оҡшаған шиғырыңды һайлауы ғына ла ни тора! Шунан, мәж килеп, уны ятлайһың, видеоға төшәһең. Былар барыһы ла әҙерлек талап итә, әлбиттә, ҡиәфәт тә тәртиптә булырға тейеш һәр ваҡыт.
Башҡорт телендәге китаптар уҡыған һайын туған телемдең гүзәллегенә инана барам. Йөрәк көсөн һалып яҙған яҙыусы ағай-апайҙарҙы ла ихтирам итәм. Мин айырыуса, “Шоңҡар”, “Ағиҙел” журналдарында сыҡҡан яңы хикәйә, повестар, матур шиғырҙарҙы яратып уҡыйым. Интернетта ла ижадсылар үҙҙәренең шиғыр-хикәйәләрен ҡуя, уларҙы ла уҡып барам.
Беҙҙең ғаилә шулай уҡ театрға йөрөргә лә ныҡ ярата. Ниндәй генә спектакль ҡараманыҡ беҙ. Әсәйем бер көндө “Бәхет хаҡы” драмаһын, Өфөгә барып, Башҡорт дәүләт академия драма театрында дүрт тапҡыр ҡарағанбыҙ тип һананы. Стәрлетамаҡ театры артистары сығышын да бик ныҡ яратабыҙ.
Телен һөйгән кеше генә илен һөйә алыр. Башҡорт телен бик тә ныҡ яратам, киләсәктә уға тоғро ҡалырыма иманым камил.
Юлай Йәнбирҙин,
Ишембай ҡалаһының 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.
Азалия Шәфиева фотоһы.
Ауырғазы районының Талбазы ауылы