-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь , 15:19

Ҡунаҡта

Ҡунаҡҡа йөрөргә кем яратмай? Һуңғы осорҙарҙа аралашыу-осрашыуҙар, элекке кеүек үк йыш күренеш булмаһа ла, барыбер йәшәп килә әле. Тик ҡунаҡ ҡабул итеүҙең һәм ҡунаҡ була белеүҙең дә ҡағиҙәләре бар.

Ҡунаҡта
Ҡунаҡта

Әсәйең, атайың менән берәйһенә ҡунаҡҡа килдең, ти. Дуҫың янына ғына барып сыҡһаң да, уның өйөндә ғаилә ағзалары бар. Кеше өйөндә үҙеңде тота белеү мөһим. Бигерәк тәрбиәһеҙ бынау бала, тип ҡалһалар, һиңә оҡшармы?
Хужалар ихлас булып, өлтөрәп торһа ла, үтә иркенләп, саманы онотоп китеү һис яраған эш түгел. Ҡунаҡ булыу ҡағиҙәләренең бер нисәһен ҡарап үтәйек. Һин уларҙы беләһеңме, үтәйһеңме икән?
– Кәнәфиҙә йә диванда башыңды артҡа ташлап, үтә йәйелеп китеп ултырыу, ултырғыста йә әйләнмәле кәнәфиҙә әйләнеп-бәүелеп ултырыу әҙәпһеҙлек була.
– Өҫтәлдәге һыйҙы, һауыт-һабаны, өй эсен, йыһаз-маҙарҙы тәнҡитләй күрмә. Ҡунаҡта саҡта “модаһы үткән”, “бындай төҫ миңә оҡшамай”, “бигерәк әсе-тоҙло-боросло-сөсө-ҡаты”, “мин бындайҙы яратмайым” кеүек хәбәрҙәрҙе әйтмәйҙәр. Һөйләгәнең хужаларҙы ҡыйырһытып ҡуймаһын – ауыҙыңды үлсәп ас.
– Өҫтәлдә артыңдан ҡыйлыҡ ҡалдырма. Ҡулланған салфеткаларың, ҡалаҡ-малаҡтарың нисек етте, шулай туҙырап ятып ҡалмаһын. Эргә-тирәңде сүпләмә: алдыңдағы аҙығыңды, эсемлегеңде ҡойоп-сәсеп, түгеп ултырмаҫҡа башың еткәндер, моғайын.
– Хужаларға табынға ризыҡ, һауыт-маҙар ташышыу, һуңынан кире илтеү буйынса ярҙам тәҡдим итергә мөмкин. Риза булһа, ул ҡушҡанды ғына эшлә, үҙ белдеклеләнеп, арттырып ебәрмә.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас