-10 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
10 Декабрь , 15:20

Юҡ-буш хәбәр һөйләй белеү ҙә оҫталыҡ ул

Британдарҙың әҙәп мәҙәниәтендә “small-talk” (смол-ток), йәғни “юҡ-буш хәбәр” тигән күренеш бар. Кешеләр бер-береһе менән сәғәттәр буйы юҡ-барҙы тылҡый, сүбәк сәйнәй, юҡты бушҡа ауҙара. Иң ҡыҙығы – британдар шунан кинәнес ала.

Юҡ-буш хәбәр һөйләй белеү ҙә оҫталыҡ ул
Юҡ-буш хәбәр һөйләй белеү ҙә оҫталыҡ ул

Нимә тураһында һөйләшәләр? Һауа торошо, урындағы ваҡиғалар, кино, музыка, аш-һыу, сәйәхәт.
Эмоциялар ҡатнашмай, төплө белемдәр кәрәкмәй, көсөргәнеш юҡ. Сәйәсәт, дин, аҡса тураһында һүҙ ҡуҙғатыу тыйыла.
Смол-токтың маҡсаты – башҡаларҙы нимәгәлер инандырырға тырышыу, әйткәндәрен кире ҡағыу, фекерҙәрен үҙгәртеү түгел, ә еңел аралашыуҙы дауам итеү, уңайһыҙ тынлыҡҡа урын ҡалдырмау. Ҡиәфәтегеҙ, тонығыҙ, сырайығыҙ, ҡарашығыҙ, әйткәндәрегеҙ һөйләшеүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙе һағайтырлыҡ йә уңайһыҙ хәлдә ҡалдырырлыҡ булмаһын. Шул уҡ ваҡытта еңел-елпе йә вульгар булып та күренмәгеҙ.
Был еңел әңгәмәләргә оҫта ғына ҡыҫылып китә лә белергә кәрәк. Үҙҙәренең даирәһенә яңы килеп ингән кеше һүҙгә ҡушылып, аралашып китә алмаһа, уны “ауыр социалләшә” йә “өмөтһөҙ интроверт” ти ҙә ҡуялар.
Британдарҙа ғынамы ни? Беҙҙә лә шундайыраҡ төр аралашыу бар. Табында сер, зар, ауырыу, кеше һөйләп ултырыу, йәғни ғәйбәт һөйләү яраған эш түгел.
Ә британдарса смол-токсы булып алһаң, ҡәҙимге һәм ябай темаларға рәхәтләнеп тел сар­лай­һың. Бындай аралашыу барышында табындаштар бер-береһен өйрәнә, бер тулҡында булған, йәғни бергә борсағы бешерҙәй һәм күңеленә ятышлы кешеләрҙе таба.
Был алым башҡа шарттарҙа ла үҙ вазифаһын һәйбәт башҡара. Берәү, мәҫәлән, “бөгөн ямғыр ҡоя ғына” тигән булды, ә икенсеһе, һүҙгә ҡушылып, шул уҡ тонда яуап бирҙе, ти. Шулай итеп, был ике кеше (әйтәйек, улар әлегә таныш булмаған күршеләр икән, ти) артабан танышып китә ала.

Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас