Башҡорт теле көнөндә республикабыҙ Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге #ЖЗЛ_Башкортостан тигән рубрикаһында Сорғот ҡалаһында тыуған малай тураһында һөйләгән.
“Таныш булығыҙ, Савелий Функ. Әсәһе Ишембай районынан. Атаһының нәҫелендә башҡорттар, рустар, немецтар булған. Савелий 4 йәшендә башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә башлай. Ата-әсәһе уны «Шатлыҡ» ансамбленә бирә. Малай төбәктең бөтә ижади конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Ә 2018 йылда «Байыҡ-2018» республика телевизион конкурсында «Рәсәйҙә башҡорт бейеүен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн» дипломын ала. Халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнгәндә, Савелий ғөмүмән башҡорт мәҙәниәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай. Уның Башҡортостанда йәшәргә һәм уҡырға тигән хыялы барлыҡҡа килә”, – тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Савелий Функ исемле был егет бөгөн Башҡортостанда йәшәй, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатының 11-се синыфында уҡый.
Быға нисек өлгәшә һуң Савелий? Былтыр ул Өфө гимназия-интернаты үткәргән “Беренсе” олимпиадаһында ҡатнаша. Уның йомғаҡтары буйынса гимназияға ҡабул ителә.
Сорғот ҡалаһында тыуып үҫкән һәм бәләкәйҙән башҡорт бейеүҙәре түңәрәгенә йөрөгән, башҡорт теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған үҫмер бала сағында Сорғоттағы йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй. Был мәктәп Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Сорғоттағы филиалында эшләй. Шунда Савелий башҡорт телен өйрәнә башлай.
Ата-әсәһе лә баланы тамырҙарын белергә, яратырға өйрәтә. Савелий Башҡортостан тураһында хыяллана башлай. “Беренсе” олимпиадаһындағы һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшеүе уның хыялын тормошҡа ашыра.
Савелий әле лә бейеүҙе ташламай, “Аҡйондоҙ” ансамблендә шөғөлләнә.
Башҡортостан Башлығы Савелий Функ тураһындағы посында уға уңыштар теләгән, тыуған төйәктән алыҫта йәшәп тә, балала тыуған теленә һәм мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәһе алдында баш эйеүен яҙған.
Сығанаҡ: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре.