-4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Ғинуар , 08:20

Өфө мэры 11 йәшлек ҡыҙға миҙал тапшырҙы!

Полина исемле Өфө ҡыҙы интернет селтәрендә үҙе яҙған патриотик шиғырҙарҙы һөйләгән роликтары менән киң билдәле. Ҡыҙыҡайҙың ҡыңғырау сыңылай сағыу тауышы күп һанлы видеороликтарҙа яңғырай. Уларҙы Полина яугирҙәребеҙ өсөн яҙҙыра. Ҡыҙыҡай яугирҙәр ебәргән шиғырҙарҙы ла ятлай, роликтар яҙҙыра һәм селтәрҙәргә һалып тарата.

Өфө мэры 11 йәшлек ҡыҙға миҙал тапшырҙы!
Өфө мэры 11 йәшлек ҡыҙға миҙал тапшырҙы!

Бәләкәй шағирә ирекмәнлек эше менән бик әүҙем шөғөлләнә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге ойошторған, маскировка селтәрҙәре бәйләй, блиндаж шәмдәре яһай, МХО барған төбәктә ярҙамға әйберҙәр йыйыуҙа ҡатнаша.
Күптән түгел Полина Дудко өләсәһе менән махсус хәрби операция зонаһының азат ителгән биләмәләрендә булып ҡайтты. Полина – хас яугир кеүек. МХО-ның алғы зонаһында хәрби ағайҙары уға “Коса” тип өндәшә. Оҙон толомо, рухи ныҡлығы өсөн бирелгән ул позывной.
Полинаның шиғырҙары һуғыш яландарындағы күп яугирҙәр өсөн яҡтылыҡ, сафлыҡ, өмөт нурына әйләнгән. Уны тыңлағанда ут эсендә йөрөп ҡырыҫланған ағайҙарҙың да ҡарашына йылы йүгерә, күңелдәре йомшара. Ҡыҙ һуңғы бер йыл эсендә һәләк булған яугирҙәр ижад иткән 300-ҙән ашыу шиғырҙы видеоға яҙҙырған. Шәһит киткән батырҙарҙың ата-әсәләренә лә улдарының шиғырҙарын һөйләй.
Оло йөрәкле бәләкәй шағирә төрлө ҡалаларҙың госпиталдәренә йыш бара, яралылар алдында сығыш яһай.
Ил хәстәре менән йәшәгән ҡыҙ юғары наградаларға лайыҡ булған. Ул Рәсәйҙә бәлиғ булмағандар араһында тәүге булып “МХО-ға ярҙам” миҙалы менән наградланған. “Рәсәй мәнфәғәтенә эшләгән өсөн”, “Украин нацизмын еңеүгә индергән өлөш өсөн” тигән миҙалдары ла бар.
Күптән түгел Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев Полинаға баш ҡаланың “Ҡаҙаныштар өсөн” тигән миҙалын тапшырҙы. “Полина госпиталдәргә яугирҙәр эргәһенә бара. Уҡыусы баланың ошондай ихлас изгелеге танылыуға һәм хөрмәткә лайыҡ. Уның ижады – ябай сәнғәт кенә түгел, ә беҙҙең ил һаҡсылары өсөн ысын мәғәнәһендә мораль ҡалҡан да”, – тине мэр.
Полина Дудко Өфөлә ябай бер ғаиләлә тыуған. Уның ата-әсәһе, өләсәһе Хабаровск өлкәһенекеләр, бер нисә йыл элек Өфөгә күскәндәр. Полинаның 16 йәшлек апаһы һәм 4 йәшлек һеңлеһе бар. Әсәһе менән бер туған ағаһы – хәрби медик, алғы һыҙыҡта яралы яугирҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡотҡара.
Полина әле Өфөнөң 25-се мәктәбенең 5-се “А” синыфында уҡый. Өләсәһе Тамара Вәрис ҡыҙы әйтеүенсә, бала ике йәштән шиғыр һөйләй башлаған, ә алты йәштән үҙе яҙа. Бәләкәйҙән һуғыш тураһында документаль фильмдар ҡарарға яратҡан. Батыр ҡыҙ шиғырҙар ғына түгел, хикәйәләр һәм повестар ҙа ижад итә.
Шундай баланың киләсәккә ниндәй хыялдары бар икән? Полина Театр институтына уҡырға инергә, һөнәр алып сығырға, шунан инде Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты булырға ниәтләнә. Хәүефһеҙ интернет хеҙмәте етәксеһе Екатерина Мизулина пенсияға киткәс, уны алмаштырырға ла хыяллана. “Мин нимә һәм нисек эшләргә кәрәклеген яҡшы аңлайым, сөнки мин үҙем – шул үҫеп килеүсе быуын бит”, – ти Полина Дудко.
Полинаның эшмәкәрлеге дөйөм эшкә ҙур өлөш индереү өсөн йәш сикләүе юҡлығын раҫлай. Уның Ватанға тәрән һөйөүе, яугирҙәргә хәстәрлекле һәм иғтибарлы мөнәсәбәте күптәрҙе рухландыра. Патриотлыҡ бөйөк батырлыҡтарҙа ғына түгел, ә көндәлек изге эштәрҙә лә сағыла.
Бәләкәй ҡаһарманға һоҡланабыҙ. Полинаға илебеҙ хаҡына ҡылған эш-ғәмәлдәрендә яңынан-яңы уңыштар, ижади ҡаҙаныштар юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас