

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы 1985 йылдың 1 сентябрендә һигеҙ йыллыҡ мәктәп сифатында үҙ ишектәрен аса. Беренсе директоры Урал Сиражетдинов була.
2008 йылда мәктәп бинаһы тулыһынса реконструкциялана, эргәһендә 80 урынлыҡ интернат булдырыла. Һәм шул йылда уҡ Илһам Хафизов етәкселегендәге мәктәпкә Башҡорт гимназияһы статусы бирелә. Әлеге ваҡытта гимназия менән Зөлфиә Әбүбәкирова етәкселек итә.
40 йыллыҡ тарихы осоронда Башҡорт гимназияһы бик күп баланы, белем биреп, оло тормош юлына сығарҙы. Улар араһында табиптар, уҡытыусылар, инженерҙар, хәрбиҙәр, иҡтисадсылар, социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа күп төр һөнәр эйәләре бар.
Әле 436 уҡыусы белем алған гимназия тулыһынса заманса техника, интерактив ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыу-уҡытыу өсөн тейешле шарттар булдырылған. Был уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкинлек бирә, уңыш динамикаһына йоғонто яһай.
Алдынғы ҡарашлы, юғары категориялы уҡытыусылар етәкләгән Башҡорт гимназияһы Рәсәй, республика һәм төбәк масштабындағы күп кенә сараларҙа һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә.
2021, 2022 йылдарҙа, мәҫәлән, "Физика буйынса Башҡортостан Кубогы" Республика турнирының муниципаль этабында беҙҙең гимназистар командаһы 1-се урынды яуланы. Шулай уҡ Мәскәү ҡалаһында үткән Менделеев исемендәге Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурсында ла призер булдылар.
2025 йылда гимназия волейболсылары, волейбол буйынса район һәм төбәк ярыштарында еңеүсе булып, Өфөлә Башҡортостан Республикаһының мәктәп волейбол лигаһында ҡатнашып, абсолют еңеүсе булды һәм кубок менән бүләкләнде.
Уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереү маҡсатында гимназия базаһында Гуманитар һәм цифрлы профилле белем биреү үҙәге формаһында "Үҫеш нөктәһе" төбәк проекты эшләй. Балалар унда лего-төҙөү менән ихлас шөғөлләнә, шахмат уйнай, 3д принтер менән төрлө ҡул эштәре эшләй, виртуаль күҙлек аша донъяны өйрәнә.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса гимназияның ике башланғыс класында "Сәләмәт быуын — көслө төбәк" спорт – мәғариф проекты тормошҡа ашырыла.
Йыл һайын гимназияның күп кенә уҡыусылары, Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе булып, күп предметтар буйынса төбәк этаптарында ҡатнаша. Улар араһында Тамерлан Воронин, Розалия Мөхтәрова, Зарина Аллиулова, Рита Мөхтәрова, София Бикҡолова, Әмир Ҡәҙербирҙин, Элиза Камалова, Артем Горяйнов айырыуса әүҙем.
2024-2025 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабында Рита Мөхтәрова, Әмир Ҡәҙербирҙин, Иҙел Ғәйнелйәнов, София Бикҡоловалар ҡатнашты.
Башланғыс синыфтар уҡыусылары ла әүҙем, мәҫәлән, улар ҡатнашҡан "Бергә" бейеү ансамбле Альбина Әшрәф ҡыҙы Закирова етәкселегендә "Ҡанат" халыҡ-ара хореография сәнғәте конкурс-фестивалендә 1-се дәрәжәле лауреат булды. Гимназияның ҡумыҙсылар ансамбле иһә "Ҡумыҙ йөрәге" төбәк-ара этнофестивалендә бик яҡшы сығыш яһаны.
Шулай уҡ гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты "Иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты" республика конкурсында еңеүсе булды һәм кабинет өсөн заманса ҡорамалдар алды.
Юғарыла һанап үтелгәндәрҙең барыһы ла гимназия уҡытыусылары һәм уҡыусыларының еңеүҙәренең бер өлөшө генә. Был уңыштарҙың барыһы ла гимназия коллективының татыу, емешле эше, балаларҙың ныҡышмалылығы һәм ата-әсәләрҙең ярҙамы арҡаһында өлгәшелә.
Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы, Башҡортостандың төнъяҡ-көнсығышында белем таратыусы бер мәғрифәт үҙәге булып, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшер.
З. ЗАРИПОВА.