-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Март , 09:45

Полиция синыфы ла "Аманат"ты уҡый

2024 йыллың сентябрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се лицей интернатында полиция класы асылды.

Полиция синыфы ла "Аманат"ты уҡый
Полиция синыфы ла "Аманат"ты уҡый

Полиция кластары тураһында Положение Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы Мәғариф министрлығы, Өфө юридик институтының һәм Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте менән берлектә булдырылды.
Уҡыу йылы башынан алып класта 17 егет уҡый. Малайҙар Республикабыҙҙың төрлө райондарынан белем алырға килгән. Улар араһында махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусыларҙың балалары бар. 10 ноябрҙә эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә улар ант ҡабул итте. Егеттәргә был класта уҡыған тураһында таныҡлыҡ тапшырылды.
Малайҙар шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында Енеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә Парадта ла ҡатнаша. Бының өсөн почет грамоталары алалар. Юридик университет кафедраһы менән аҙна һайын онлайн уҡытыу үткәрелә. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының хеҙмәткәрҙәре практик дәрестәр үткәрә.
Башлыса егеттәр 4 һәм 5 билдәләренә уҡый. Физик яҡтан көслө күнекмәләргә йөрөй. Буш ваҡыттарын файҙалы үткәрәләр. Мәктәп, ҡала сиктәрендә үткәрелгән тәрбиәүи сараларҙа әүҙем ҡатнашып, лицей данын күтәрәләр. "Аманат" журналын яратып уҡыйҙар, һәр һанын көтөп алалар.

Әлсинә Камалова,
Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И. Ленин исемендәге 2-се лицейы уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас