– Лилиә һылыу, һин ҡайһы яҡ ҡыҙы? Ижадҡа юлың ҡайҙан башланды?
– Әбйәлил районының Рауил ауылынанмын. 9 йыллыҡ белемде тыуған ауылым мәктәбендә алдым. Унда мин “Йәнтөйәк” әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнә торғайным. Был түңәрәкте әсәйем, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Ғиззәт ҡыҙы Әхмәҙиева етәкләне. Миндә әҙәбиәткә һөйөү уятыуҙа һәм тәрбиәләүҙә уның роле бик ҙур булды.
Беҙ, “Йәнтөйәк” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша һәм призлы урындар ала торғайныҡ. Мин үҙем, “Һаумы, һаумы, әкиәт!”, “Урал батыр”, “Ҡәләмемде һынайым” конкурстарында ҡатнашып, еңеүсе булдым. Яратҡан гәзит-журналдарымдың йәш хәбәрсеһе булыуына ла өлгәштем.
Рауил мәктәбен тамамлағас, Хәлил урта мәктәбенә 10-cы синыфҡа уҡырға барҙым. Әҙәби әҫәрҙәрҙе ижад итеүемде унда ла туҡтатманым.
– «Аманат» журналы менән дуҫлығың ҡасан башланды?
– Бала сағымдан «Аманат» журналы менән дуҫ булдым. Ундағы төрлө конкурстарҙа ҡатнаша торғайным, яңы һандарын һәр саҡ түҙемһеҙлек менән ҡыҙыҡһынып көтөп ала инем.
Әле лә хәтеремдә, 2-cе синыфта минең “Миҙгелбайҙың шатлығы” исемле тәүге әкиәтем яратҡан журналымда баҫылғас, ҡыуанысымдың иге-сиге булманы. Шул ваҡыттан алып минең шиғырҙарым, әкиәттәрем, мәҡәләләрем, хикәйәләрем “Аманат”та даими баҫыла килде һәм 2014 йылда мин йәш хәбәрсе исеменә лайыҡ булдым.
Был миңә сикһеҙ ҡыуаныс та бирҙе, оло яуаплылыҡ та өҫтәне. Шулай уҡ, артабан һөнәр һайлауыма ҙур йоғонто яһаны.
– Мәктәптән һуң ҡайҙа уҡырға индең? Әле ҡайҙа эшләйһең?
– Мостай Кәрим грантына үткәрелгән тәржемәселәр конкурсында 1-ce урын яулап, Мәскәүҙәге Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инеү бәхете тейҙе, ләкин әҙәбиәткә һөйөүем артабан мине Башҡорт дәүләт университетының Филология, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегенә алып килде.
Шаулы студент йылдарым сағыу, матур үтте. Төркөмөмдөң старостаһы ла булдым. Шулай уҡ университетта эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби берекмәһендә әүҙем шөғөлләндем һәм унда ла староста вазифаһын башҡарҙым. Етәкселәрем Алмас Рауил улы Шаммасов менән Рәмзиә Дәүләтҡол ҡыҙы Мостафинаға ҙур рәхмәтемде еткергем килә. Мин уларҙан бик күп ижади һабаҡ алдым. Ирекмән булып та өлгөрҙөм.
Бакалавриаттан һуң магистратураны ҡыҙыл дипломға тамамланым. Уҡыу йортом миңә төплө белем бирҙе, яңы йүнәлештәрҙә үҙемде һынап ҡарарға юл асты. Ошо йәһәттән әлеге ваҡытта минең методист, психолог, 3д-программист, телехәбәрсе, маркетолог дипломдарым бар. Хәҙерге заманаға ярашлы күп һөнәрҙәр алыуымдың кәрәге тейер тигән ышаныстамын. Буш ваҡыттарҙа ошо йүнәлештәрҙә үҙемдең белемемде камиллаштырырға тырышам.
Әле Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп йөрөйөм. Балаларҙы яратам, эшем оҡшай, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәйем. Уҡыусыларым менән, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулайбыҙ. Уларҙың еңеүҙәре миндә лә дәрт уята.
Үҙем дә ситтә ҡалмайым. 2024 йылдың йәйендә, мәҫәлән, “Башҡортостан гүзәле” конкурсында ҡатнашып, 1-cе урын яулаһам, шул уҡ йылдың ноябрендә иһә Мәскәүҙә үткәрелгән “Рәсәйҙең милли матурлығы” конкурсында тағы ла беренсе булдым.
Үҙемә бик матур шөғөл дә таптым: башҡорт милли биҙәүестәрен эшләп һатам. Бизнес астым, тип әйтһәң дә була. “Бәйләнештә” селтәрендә үҙемдең “Милли нур” исемле онлайн-магазиным бар.
– Әле яҙышаһыңмы?
— Күңелемә илһам килгән саҡта балалар өсөн шиғырҙар яҙыуымды дауам итәм. Мәктәп, студент ваҡыттарында баҫтырылған йыйынтыҡтарым бар, шулай уҡ киләсәктә лә әҫәрҙәремде айырым китап итеп сығарыу хыялы менән янып йәшәйем.
– Тағы ниндәй шөғөлдәр ҡыҙыҡһындыра?
Психология, сит телдәрҙе өйрәнәм (мине күбеһенсә ҡытай, төрөк, испан телдәре һәм ошо халыҡтарҙың мәҙәниәте ҡыҙыҡһындыра), бейеүгә йөрөйөм, бокс менән шөғөлләнәм. Тиҙҙән үҙемдең блогымды асырға теләгем бар.
– "Аманат"тың уҡыусыларына ниндә теләктәрең бар?
– Йәш дуҫтарыма теләктәрем: “Аманат” журналы менән дуҫ булығыҙ, яҙышығыҙ, ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, дәртегеҙ һүрелмәһен, һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылығыҙ, үҙегеҙҙе төрлө яҡтан һынап ҡарағыҙ һәм ҡыйыу аҙымдар менән алға табан юлдар ярығыҙ. Алға, тик алға!
– Изге теләктәрең өсөн ҙур рәхмәт, Лилиә һылыу! “Аманат”та нығытҡан ҡанаттарың тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә әйҙәһен!
Зарина БАҒЫШАЕВА әңгәмәләште.