-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март , 13:57

Салауат батыр вариҫтары һынатмай!

Салауат районы Малаяҙ ауылының Башҡорт гимназияһы 2000 йылда асыла. Уның тәүге директоры Рәмис Мәғәфүр улы Урманшин булһа, бөгөн гимназияны Владислав Рәмил улы Килдейәров етәкләй.

Салауат  батыр вариҫтары  һынатмай!
Салауат батыр вариҫтары һынатмай!

Әле гимназияла 553 уҡыусы белем ала, уларҙы райондың иң көслө уҡытыусылары уҡыта. Балаларҙың һәләттәрен асыу маҡсатында гимназияла Предуниверсарий, медицина һәм педагогия кластары төрлө түңәрәктәр эшләй. Өфөнөң юғары уҡыу йорттары менән килешеү төҙөлгән.
Республикабыҙҙың һәләтле уҡыусыларын йыйған Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының республика этабындағы көсөргәнешле ярышта Малаяҙ башҡорт гимназияһы уҡыусылары район намыҫын яҡлай. Рауил Хөсәйенов, Илһөйәр Атнашева, Радмир Мөхәмәтйәров, Алина Зиннәтова, Руслан Закиров, Наҙлыгөл Байрамғолова, Азалия Ғимаева һәм Тамирлан Баймырҙин, Азалия Вәхитова, Илшат Ғилманов, Рәмил Ғәйфуллин Һәм Данил Селезнев юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Шулай уҡ 11-се синыф уҡыусылары, Һыҙма буйынса республика олимпиадаһының муниципаль этабында еңеүсе һәм УНИТ үткәргән уҡыусылар өсөн Һыҙма буйынса Республика ситтән тороп уҡыу олимпиадаһында призер булдылар.
Гимназистар өсөн бында белем алырға ғына түгел, ижад итергә, спорт менән шөғәлләнергә замана талап иткән барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған. Уҡыусылар сәнғәт мәктәптәрендә, балалар ижад йортонда, район мәҙәниәт усағында һәләттәрен үҫтерә ала. Үҙҙәрен театр сәнғәтендә һынап ҡарарға теләүсе балаларҙы Индира Риф ҡыҙы Ҡазыханова ойошторған “Умырзая” драмтүңәрәге һәм Люциә Булат ҡыҙы Йәнтүринә етәкләгән “Колосок” тип аталған ҡурсаҡ театры берләштерә.
Радик Ғариф улы Шәрәфетдинов етәкләгән “Сат­раш” шахмат мәктәбендә балалар башланғыс кластан шөғөлләнә. Үҙ эшенең фанаты, ярты быуат шахмат серҙәрен өйрәтеүсе тренер һәм уның уҡыусылары район һәм республика кимәлендә ал бирмәй. Мәҫәлән, Айвар Кирханов, Миләүшә Кирханова, Азалия Вәхитова йыш ҡына республика кимәлендә сығыш яһайҙар.
Тайфур Алмас улы Абдуллин етәкләгән “Палитра” түңәрәге лә бик әүҙем эшләп килә. Уҡыусылар был түңәрәктә һүрәт төшөрөргә генә өйрәнмәй, ә төрлө һыҙма эштәрен дә башҡара һәм һыҙма буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, Данил Селезнев, Илшат Ғилманов, Рәмил Ғәйфуллин республика кимәлендә быйыл 2-се урын яуланы. Был түңәрәккә йөрөгән сығарылыш уҡыусылары артабан архитектура һәм төҙөлөш йүнәлеше буйынса юғары уҡыу йорттарын һайлай.
Балалар ижады йортонда көрәш буйынса тренер Адик Ғәфүр улы Нурмөхәмәтов етәкселегендә Нуриев Саид, Йосопов Тимер, Айназ Нафиҡов, Артур Хәкимйәнов район һәм республика кимәлендә еңеүҙәргә өлгәшә.
Хореограф, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Руслан Сәмиғулла улы Моталипов етәкләгән “Йүрүҙән” бейеү ансамбленә ике төркөм балалар бик теләп йөрөй. Ансамль район мәҙәниәте бүлеге менән берлектә район һәм республика кимәлендә үткән төрлө бәйгеләрҙә призлы урындар яулай: мәҫәлән, “Офоҡ ритмдары” 7-се халыҡ-ара конкурсында һәм “Еҙ үксә” бәйгеһендә — 1-се, “Байыҡ”та гран-приға эйә булдылар.
Гимназия коллективы һәм уҡыусылары махсус хәрби операцияға ла әүҙем ярҙам итә. Өс йыл рәттән район мәҙәниәт йортонда концерт ҡуялар һәм аҡсаһын ярҙамға тотоналар. Беренсе йыл яугирҙәргә ярҙам аҡсалата булһа, икенсе йыл, ата-әсәләр ҙә ҡушылып, яуҙағыларға мунса алалар. Балалар үҙ ҡулдары менән һалма ҡырҡып киптерә, хаттар яҙа һәм йәйге хеҙмәт лагерында маскировка селтәрҙәре үрә.
Малаяҙ башҡорт гимназияһы коллективына һәм унда белем алған дуҫтарыбыҙға артабанғы уҡыуҙарында уңыштар һәм тормоштарында ҙур ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Зилә Ғәлләмова.

Автор:
Читайте нас