-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Март , 13:22

Йәш рәссамдар ижад итә

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының 11-се синыф уҡыусылары ижади проект эштәрен яҡланы.

Йәш рәссамдар ижад итә
Йәш рәссамдар ижад итә

Уҡыусыларҙың эштәрен Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультеты деканы, профессор Әмир Миңлевәли улы Мәжитов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, педагогия фәндәре кандидаты, Өфө дәүләт нефть университетының архитектура кафедраһы профессоры Валерий Александр улы Мельников, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының өлкән уҡытыусыһы Елена Владимир ҡыҙы Ҡотлоярова, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ Рәссамдар союзы ағзаһы, гимназиябыҙҙың һынлы сәнғәт уҡытыусыһы Зимфира Әхәт ҡыҙы Ғәлимова кеүек билдәле шәхестәр баһаланы.
Тантаналы сараны гимназиябыҙҙың директоры, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садыҡова һәм уның урынбаҫары Любовь Рафаэль ҡыҙы Мәжитова асты.
Уҡыусыларҙың эштәре төрлө композицион темаларға, төрлө художестволы техникала башҡарылған (һүрәттәрҙә). Айырыуса Камелия Вәлидованың «Йәмле кис», Азалия Рәхмәтуллинаның «Скрипка менән натюрморт. Ижад полифонияһы», Арина Саваның «Һыу эскән урында», Мариам Дарбиняндың «Тауҙарҙағы тормош», Әминә Ҡауыеваның «Тау­ҙарҙағы тормош», Мифтахова Әминәнең «Йәйләүҙә», Айдар Хәлфиндың «Ауыл пейзажы. Бала саҡ ихатаһы» исемле сюжетлы композицияларына жюри ағзалары ҙур баһа бирҙе.

Л. МӘЖИТОВА.

 

Вәлидова Камелия. Сюжетлы композиция. "Йәмле кис". Ет. Ғәлимова З.Ә. .JPG

Автор:
Читайте нас