+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Март , 16:07

Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!

Бөгөн, 25 март, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Артистар, рәссамдар, яҙыусылар, кино төшөрөүселәр, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары билдәләй был көндө.

Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!

Бөгөн, 25 март, Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө. Артистар, рәссамдар, яҙыусылар, кино төшөрөүселәр, китапханасылар, музей хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт мәктәптәре уҡытыусылары билдәләй был көндө.

Бәләкәстең күңеленә мәҙәниәт иң тәүҙә бишек йыры булып килеп инә. Әсәй, атай, өләсәй, олатай тәрбиәһенән бала мәҙәни һәм әҙәпле булырға өйрәнә.

Мәҙәниәттән башҡа кеше – кеше була алмаҫ ине. Мәҙәниәтһеҙ цивилизация юҡ.

Балаларға сәнғәт мәктәптәре, төрлө түңәрәктәр педагогтары мәҙәниәт орлоҡтары сәсә. Туған мәҙәниәтен һәм донъя сәнғәтен өйрәтеп, уға төрлө яҡлы үҫеш бирәләр.

Башҡортостанда музыкаға, рәсемгә, сәнғәттең башҡа төрҙәренә уҡытҡан мәктәптәр һаны арта бара. Унан инде һан сифатҡа әйләнә. Күп яҡлы мәҙәни йоғонтонан гармониялы шәхес үҫеп сыға.

Балаға киләсәктә мәшһүр пианист, йырсы йә рәссам булып китеү мотлаҡ түгел. Иң мөһиме – киң ҡарашлы шәхес тәрбиәләү, уның менталь һәм эмоциональ интеллектын үҫтереү.

Яңы белемдәр һәм күнекмәләр мейелә нейрон бәйләнештәрен киңәйтә. Һөҙөмтәлә балаға яңы белемдәрҙе үҙләштереү, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ижади фекерләү еңелләшә. Уның хәтере яҡшыра, ҙур проекттарҙы эшләгәндә кәрәкле яуаплылыҡ хисе көсәйә. Имтиханға йәш музыканттың ниндәй ҙур күләмле әҫәрҙәрҙе ятларға тейешлеген генә иҫкә төшөрәйек.

Унан тыш, бала саҡта музыкаға уҡыған кешенең полифоник фекер йөрөтә белеүе, яҡшы анализлауы һәм мәғлүмәтте структуралаштыра белеүе билдәле.

Мәҙәниәтле  булыу өсөн үҙеңә лә тырышырға кәрәк. Күп уҡыу, эстетик һәм музыкаль зауыҡты үҫтереү мөһим. Театрҙарға, концерттарға, һынлы сәнғәт күргәҙмәләренә йөрөү, симфоник музыка тыңлау, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыу  – бөтәһе лә файҙаға ғына. Был йәһәттән “Пушкин картаһы”ның әһәмиәте ҙур.

Беҙҙе бәләкәйҙән үк матурлыҡ донъяһына алып ингән һөнәр эйәләренең байрамы ҡотло булһын! Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт һеҙгә!

ФОТО: Башинформ / архив.

Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!
Рухи байлыҡ өсөн рәхмәт!
Автор: Альфия Акбутина
Читайте нас