+22 °С
Ясно
Дөйөм мәҡәләләр
15 Апреля , 05:10

“Аманат”тың уҡыусылары — илһөйәр балалар!

Рәсәй халыҡтары ассамблея­һының Баш­ҡортостан бүлексәһе менән “Аманат” журналы мөхәрририәте Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан “Аманат”тың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә поэзия һәм проза буйынса “Минең атайым — яугир” тип аталған ижади конкурс үткәрҙе.

“Аманат”тың уҡыусылары —  илһөйәр балалар!“Аманат”тың уҡыусылары —  илһөйәр балалар!
“Аманат”тың уҡыусылары — илһөйәр балалар!

Республикабыҙҙың төрлө райондарынан 22 уҡыусы конкурсҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан аталары, ағалары тураһында ижади эштәрен ебәрҙе. Шул иҫәптән, күрше Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбенән өс уҡыусы ҡатнашты.
«Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыу­сы­ларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан Рес­публикаһы буйын­са филиалы етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-­Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйе­се, Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина менән «Аманат» республика балалар - үҫмерҙәр журналының баш мөхәррире Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин «Ватанды һаҡлаусылар» фонды бинаһында конкурста ҡатнашыусы балаларҙы бүләкләне (Һүрәттә: уртала — Г. Ҡолһарина һәм С. Ярмуллин).
Башҡортостандың төрлө төбәктәренән тантанаға килгән балалар­ға һәм уларҙың ата-әсәләренә Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Башҡортостан батыр­ҙарының МХО–лағы хеҙмәте һәм уларға фонд тарафынан күрһәтелгән ярҙам тураһында һөйләне.
Сәлмән Шәкирйән улы балаларҙы ижад итеүҙән туҡталмаҫҡа, “Аманат”тың конкурстарында һәр саҡ ҡатнашырға һәм журналға яҙылырға саҡырҙы.
Беҙгә конкурсты үткәрергә ҙур ярҙамы өсөн Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!

Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.

Автор:
Читайте нас