

Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһын бөгөн Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Шайморат Азамат улы Тимербулатов етәкләй. Тәжрибәле педагог, абруйлы директор менән белем усағы тураһында әңгәмәләштек.
— Шайморат Азамат улы, белеүебеҙсә, һеҙҙең гимназия алдынғылар иҫәбендә. Уҡыусыларығыҙ мәктәп тормошонда ла, уҡыуҙа ла әүҙем. Рухи тәрбиәгә, традицияларға таянып эш итеүҙең ыңғай бер миҫалылыр был күренеш. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
— Рухи тәрбиә ҙур роль уйнай, әлбиттә. Әммә тәү сиратта уңыштар көслө, белемле уҡытыусыларға бәйле. Беҙҙә уҡыусылар ҙа белем алыуға яуаплылыҡ менән ҡарай. Һуңғы ике йылда берҙәм дәүләт имтиханындарын 90 балдан күберәккә тапшырған уҡыусылар һаны артты. Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа, БДПУ һәм ӨФТУ ойошторғандарында ла призлы урындар яулайҙар. Былтырғы сығарылыш уҡыусыларының 100 проценты юғары уҡыу йортона уҡырға керҙе.
— Һеҙҙә нисә бала уҡый?
— Әле беҙҙә 1454 бала уҡый. Биш параллель синыфтар араһында "А" синыфтары барыһы ла башҡортса һөйләшкән һәм үҙ телендә уҡырға теләп килгән балаларҙан тупланған. Уларҙа уҡытыу һәм тәрбиә саф башҡорт телендә алып барыла. Былтыр төп дәүләт имтиханын ете бала башҡорт телендә дүрт һәм бишлегә тапшырҙы.
2025 йылда гимназиябыҙҙа беренсе Шайморатов синыфы асылды. Милли көрәш, футбол, йыр һәм бейеү түңәрәктәре эшләп килә. Был түңәрәктәр барыһы ла бушлай. Балалар ҙур теләк менән уларға йөрөй.
2025 йылдан «Тайфун» исемле инструменталь-музыкаль ансамбль эшләй башланы. Уларҙың сығыштары барыһына ла оҡшай.
Милли музыка ҡоралы – ҡурайҙа ла беҙҙең балалар бушлай уйнарға өйрәнә. Бер нисә йыл инде гимназиябыҙҙа “Атайсал” тигән ҡурай ансамбле эшләп килә (тышлыҡтағы фотола). Руслан Рафаил улы Мөлөков етәкселегендә ҡурайсыларыбыҙ Руслан Хәкимов, Данил Бикбов, Илмир Шәйбәков, Илнур Закиров, Данияр Хисаметдинов Өфөлә үткәрелгән төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, алдынғы урындар яулай.
Шулай уҡ беҙҙә фольклор һәм театр түңәрәге лә эшләй. Был түңәрәк — балаларҙың сәхнәлә генә түгел, йәмғиәттә, тормошта ла үҙҙәрен тоторға өйрәтеү мәктәбе, тип әйтер инем.
– Тағы нимәләргә иғтибар бирелә?
Балаларҙың һәләтенә һәм үҙҙәренең теләгенә ҡарап, беҙ уларҙы 10-сы синыфтан тәбиғи-фәнни һәм социаль-иҡтисади йүнәлештәргә бүлеп уҡыта башлайбыҙ. Был уҡыусыларға артабан уҡырға керергә ниәтләгән йүнәлеште ентекләп өйрәнеү мөмкинлеге булдыра.
– Һеҙҙең гимназия 2019 йылдан алып билдәле шәхесебеҙ Рауил Бикбаев исемен йөрөтә. Мәшһүр шағирҙың исемен йөрөткән мәктәптә ижадҡа айырым иғтибар барҙыр?
– Рауил Бикбаев исемен алғаны бирле йыл һайын “Бикбай уҡыуҙары” тигән әҙәби-ижади бәйге үткәрәбеҙ. Шәхесебеҙҙең музейын булдырҙыҡ. Яҙыусылар, Рауил Бикбаевтың замандаштары осрашыуҙарға килгән һайын музейыбыҙ тулылана.
Шулай уҡ мәктәбебеҙҙең гәзите һәм радиоһы ла эшләп килә. Мәктәп тормошо тураһында мәғлүмәттәрҙе балалар үҙҙәре әҙерләй. Шулай уҡ йыл һайын Рауил Бикбаев кубогына баскетбол ярышы уҙғарабыҙ.
Ата-әсәйҙәргә лә рәхмәтем ҙур. Мәктәп менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйҙәр, сараларға ихлас ҡушылалар.
Былтыр беҙҙең гимназиябыҙ федераль грант алды. Ата-әсәләр өсөн «Ғаилә олимпия уйындары» тигән сара үткәрҙек. Шулай уҡ беҙҙең ата-әсәләр гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша.
Әле гимназияла уҡыған 83 баланың атаһы МХО-ла ҡатнаша. Улар ялға ҡайтһа, беҙҙең балалар менән патриотик һәм мотивацион дәрестәр үткәрешергә ярҙам итә. Яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп ҡалам.
— Ошо көндәрҙә «Шаяниум – 2026» ҡала шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында ҡатнашҡан 43 команда араһында һеҙҙең мәктәптең “Етегән+1” командаһы, финалға сығып, 6 команда араһында 1-се урынды яуланы. Ҡотлайбыҙ!
— Эйе. Балалар өсөн ҙур ҡыуаныс, мәктәбебеҙ өсөн ҙур мәртәбә булды был. Командала 12 бала – Рамаҙан Ибәтуллин, Әмир Зөлҡәрнәев, Кәрим Рәхмәтуллин, Байрас Мөхәммәтов, Рауил Исламов, Эмилия Ғайсарова, Гөлнәзирә Ғарифуллина, Мәҙинә Батырова, Айгөл Хисаметдинова, Азалия Ғәлина, Амалия Рәхимова уйнай (постерҙағы фотола).
Талатлы кеше төрлө яҡтан талантлы тип әйтәләр бит. Мәҙинә Батырова, мәҫәлән, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” номинацияһында махсус призға ла лайыҡ булды. Улар уҡыуҙа ла һынатмай.
Бына шундай һәләтле балалар уҡый, тәжрибәле уҡытыусылар белем бирә 102-се Башҡорт гимназияһында. Беҙ һәр саҡ бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!" тигән аманатына тоғро ҡалабыҙ.
Зилә Ғәлләмова.