

— Ирина Николаевна, һеҙҙең ойошмаға нисә йәштән ағза булып инергә була? Һәм пионер булырға теләгән уҡыусы ҡайҙа мөрәжәғәт итә ала?
— Беҙҙең ойошмаға беренсе синыфтан уҡ инергә мөмкин. 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар, беҙҙең сайтта теркәлеп, ойошманың ағзаһы була ала.
— Ә ойошма менән танышыр өсөн балаларға район үҙәгенә мотлаҡ барырға кәрәкме, әллә инде был эш бөгөн мәктәптәрҙә лә юлға һалынғанмы?
— Мәғариф һәм Йәштәр сәйәсәте министрлыҡтары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Шуға ла бик күп мәктәптәрҙә беҙҙең ағзалар бар, райондарҙа филиалдарыбыҙ эшләй.
Беҙ «Дүрт үҙебеҙ» принцибы менән эшләйбеҙ йәғни үҙебеҙ уйлап сығарабыҙ, үҙебеҙ нимә эшләргә кәрәклеген планлаштырабыҙ, үҙебеҙ ҡасан һәм нисек эшләргә икәнен билдәләйбеҙ һәм үҙебеҙ эшләйбеҙ. Рәсәйебеҙҙә балаларҙың үҙҙәре уйлап сығарған проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеге бар икән, тимәк беҙҙең илдең киләсәге бар.
— Республикала нисә филиал бар һәм ҡайһыларының эшен һыҙыҡ аҫтына алып үтер инегеҙ?
— Һәр бер районда тигәндәй беҙҙең филиалдар бар. Айырыуса, Әлшәй, Дыуан, Мәсетле, Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Краснокама райондары һәм Салауат, Учалы, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы коллегаларҙың эше маҡтауға лайыҡ.
— Ойошманың символы итеп ни эшләп бал ҡортон алдығыҙ?
— Ойошманың ағзаларын да бал ҡорттары менән тиңләргә була, сөнки беҙҙә егәрле, төрлө яҡлап алдынғы, үҫешкә ынтылған балалар командаһы әүҙем эшләй.
Был символды заманында улар үҙҙәре уйлап тапты һәм һүрәтен төшөрөп ҡуйҙы. Беҙ риза булдыҡ. Башҡортостан пионерҙары ла — эшлекле, шул бар ҡортондай берҙәмлеккә, таҙалыҡҡа ынтылған актив балалар.
— Пионер тигән һүҙҙе ишетеү менән йәйге лагерь һүҙе телгә килә. Һеҙҙең ойошманың пионер лагеры бармы?
— Беҙ йыл да, төрлө лагерҙар менән договор төҙөп, пионерҙарҙың ялын ойошторабыҙ. Быйыл иһә Өфө районында урынлашҡан «Зарянка» лагерында уҡыусыларҙы өс сменалала ҡабул итәсәкбеҙ. Барыһы 60 бала ғына алабыҙ, сөнки вожатыйҙарҙың ваҡыт һәм иғтибары барыһына ла етергә һәм тигеҙ ҡараш булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ.
Беҙҙең лагерҙарҙа балалар лидерлыҡ мәктәбе үтә һәм “Алтын бал ҡорто донъяһында” шәхес булараҡ үҫә.
— Һеҙҙең ағзалар араһында Рәсәй кимәлендәге лагерҙарҙа, шулай уҡ “Артек”та ял итеүселәр бармы?
— Эйе. Быйылғы уҡыу йылында «Артек», «Орленок», «Смена» лагерҙарында 245 бала ял итте. Уларға квота буйынса райондарҙан ойошма тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, проекттарҙа еңеүсе булған балаларҙы ебәрәбеҙ. Путевка бушлай, ата-әсәләре юлға ғына түләй.
— Ирина Николаевна, 35 йыллыҡ тарихы булған йәмәғәт ойошмаһының, әлбиттә, уңыштары бик күп. Былтыр һеҙҙең «Башҡортостан пионерҙары дуҫтарын йыя» тигән масштаблы сарағыҙ илебеҙҙең күп төбәктәренән 2000 баланы йыйҙы. Киләсәккә тағы пландар бар?
— Быйыл октябрь айында илебеҙҙең бик күп төбәктәренән «Актив гражданин мәктәбе» проектына ҡатнашыусылар йыясаҡбыҙ. Традицияға әйләнгән «Мең йыллыҡ пионерҙары» проекты ла тормошҡа ашырыласаҡ.
Балаларҙы "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһына ағза булып инергә һәм беҙҙең сараларҙа актив ҡатнашырға өндәйем. Сөнки бала саҡтан күп кешеләр менән эшләргә өйрәнгән үҫмергә, тормошта үҙ урынын табыуы ла еңелерәк була. Йәмәғәт эше уҡыусының мөмкинлектәрен аса, үҙен шәхес булараҡ табырға ярҙам итә.
— Илебеҙҙең балаларына юл күрһәтеүсе, этәргес көс биреүсе булып торғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Зилә Ғәлләмова.