+9 °С
Ясно

Быйыл серәкәй күп

Тәҙрәләргә эленгән москит селтәре лә ҡотҡара алмай, әллә ҡайҙан өйгә, фатирҙарға инер юлын таба был яуыз ҡанэскестәр.

Быйыл серәкәй күпБыйыл серәкәй күп
Быйыл серәкәй күп

Серәкәйҙәр нимәгә кәрәк икән?
Баҡһаң, тереклек сынйырында серәкәйҙең дә урыны бар икән.
– Серәкәйҙең йомортҡалары һәм ҡурсаҡтары балыҡтар, ҡоштар, йәнлектәр өсөн аҙыҡ булып тора.
– Өлкән серәкәйҙәр ҡайһы бер үҫемлектәрҙе һеркәләндереүҙә ҡатнаша.
– Серәкәйҙең ҡайһы бер төрҙәре зарарлы бөжәктәрҙең күпләп үрсеүен тотҡарлай.
– Йомортҡалары, ҡурсаҡтары һыуҙа йәшәгәндә бик күп төрлө минераль матдәләрҙе үҙләштерә. Серәкәй үлгәс, ерҙе шул матдәләргә байыҡтыра. Бигерәк тә тайгала микроэлементтарҙы һыуҙан, һаҙҙан ергә күсереүсе берҙән-бер йән эйәһе – серәкәй.
Бына шулай, тәбиғәт тигеҙлек ярата, экологик ҡоролошта бер артыҡ нәмә лә юҡ.
Серәкәйҙәр пар ҡанатлылар ғаиләһенә, оҙонмыйыҡтар төркөмөнә ҡарай. Донъяла серәкәйҙәрҙең 3500-ҙән ашыу төрө бар! Рәсәйҙә 100-ләп төрө йәшәй. Бына иң ныҡ таралған бер нисәһе:
– Ябай серәкәй (Culex) – беҙҙе йонсотҡаны;
– Малярия серәкәйе (Anopheles) – малярия ауырыуын таратыуы менән хәүефле;
– Тешләгестәр (Aedes) – тешләгән урын бик ныҡ ҡысыта; кәүҙәһендә, тәпәйҙәрендә арҡыры ҡара һыҙыҡтары бар.
– Хиеромикстар (Psorophora) – эре серәкәйҙәр, дымлы урындарҙа осрай.
Ҡыҙыҡлы факттар
– Серәкәйҙәр йөҙҙәрсә миллион йыл элек үк булған, тиҙәр. Юра дәүерендә динозаврҙарҙы талағандар.
– Әле серәкәйҙәр бөтә донъяны баҫып алған, Антарктидала ғына юҡтар.
– Кешене, малдарҙы, хайуандарҙы инә серә­кәйҙәр талай, сөнки уларға йомортҡа һалыр өсөн аҡһым кәрәк. Ата серәкәйҙәр ҡан эсмәй, үлән һуттары менән туҡлана.
– Тешләр алдынан серәкәй ҡанды шыйыҡ­лат­ҡыс матдә ебәрә, ул тәнде ҡысыттыра. Серәкәй шайығы аллергияға тарыта, инфекция тарата.
– Серәкәйҙең тәпәй осонда мыйыҡ кеүек үҫентеләре бар, улар инә серәкәйҙең безелдәгәнен ишетеүгә яйланған.
– Малярия серәкәйе ябай серәкәйгә оҡшаған. Уны ултырышынан танып була. Ябай серәкәйҙең кәүҙәһе өҫлөккә параллель ултыра, ә сир таратҡысы ҡорһағын, 30-40 градус самаһы мөйөш яһап, сөйөп ултыра.
Серәкәйҙән нисек таланмаҫҡа?
– Репелленттар – серәкәйҙәрҙе өркөткөс махсус препараттар.
– Москит селтәре – ишек-тәҙрәне ҡаплап ҡу­йырға.
– Электрофумигатор – уға һалынған препарат өйгә тарала һәм серәкәйҙәрҙе үлтерә.
– Тәнде ҡапларлыҡ кейем – тығыҙ туҡыма ҡан эскестәрҙең томшоғон үткәрмәй.
– Лаванда, эвкалипт, ҡәнәферҙең эфир майҙары – тәбиғи репелленттар.
Серкәй тешләһә, нимә эшләргә?
– Тешләнгән урынды һабынлап йыуырға.
– Шешенмәһен өсөн өҫтөнә һалҡын компресс йә боҙ ҡуйырға.
– Ҡысытыуҙы баҫа торған май йә антигистамин май һөртөргә.
– Бик ныҡ ҡысытһа ла, тирене ҡанға туҙҙыр­ғансы тырнамаҫҡа тырышырға кәрәк, юғиһә яраға инфекция инә.

М. ЮЛАЕВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас