

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында мәктәп бинаһында хәрби госпиталь урынлаша. Күп кенә 10-сы синыф уҡыусылары үҙ теләге менән фронтҡа йәки ҡалабыҙға эвакуацияланған хәрби заводтарға эшкә китә. Уларҙың күбеһе һуғыш яланынан ҡайтмай.
Һуғыштан һуң етемдәр күбәйә, шуға ла мәктәп бинаһында 5-се балалар йорто асыла. 1949 йылдан мәктәп яңынан эшләй башлай.
1970 йылдың 9 майында мәктәп ихатаһында тантаналы шарттарҙа обелиск асыла, унда мәктәптең һуғышта һәләк булған 67 уҡыусыһы һәм уҡытыусыларының исемдәре уйып яҙылған. Өс йылдан Хәрби дан бүлмәһе асыла. Уҡыусылар йыйған материалдар мәктәп тарихы музейында әле лә һаҡлана.
2019 йылдың 1 сентябрендә реконструкциянан һуң был мәктәп Башҡортостандағы тәүге полилингваль белем биреү усаҡтарының береһе булараҡ үҙ ишеген аса.
Әлеге көндә гимназияны тәжрибәле, маҡсатлы, алдынғы ҡарашлы директор Ришат Марс улы Камалов етәкләй.
1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы эшләй башлауының беренсе көндәренән үк үҙен тик яҡшы яҡтан ғына таныта. Белем усағында балаларға төплө нигеҙ биреү, уларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары итеп тәрбиәләү өсөн бөтөн шарттар ҙа булдырылған һәм берҙәм, көслө педагогтар коллективы эшләй. Бөгөн бында 70 уҡытыусы 1868 балаға төплө белем һәм лайыҡлы тәрбиә бирә.
Полилингваль һүҙе күп теллелек тигән мәғәнә эйә. Төп йүнәлеше уҡыусыларға күп тел өйрәтеү булған гимназияла урыҫ, башҡорт, инглиз, немец, испан телдәре уҡытыла, баланы ҡыҙыҡһындырыу өсөн ошо йүнәлештәге клубтар эшләй.
Гимназияла шулай уҡ технологик, социаль – иҡтисади, тәбиғи-ғилми профилдәр буйынса уҡытыу уңышлы тормошҡа ашырыла.
Уҡыусылар 1-се синыфтан уҡ шахмат уйынына өйрәнә, баскетбол, волейбол, футбол, еңел атлетика, көнсығыш көрәш кеүек спорт секцияларында шөғөлләнә. Гимназияла “СК 44 — Арсланчик” спорт клубы ла уңышлы эшләй. Уның тәрбиәләнеүселәре ярыштарҙа призлы урындар яулай.
Робот техникаһы, сәхнә оҫталығы, ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү, башланғыс ижадты үҫтереү һәм башҡа түңәрәктәр ҙә балаларға төрлө яҡлап үҫешкә булышлыҡ итә.
Гимназияла республикала тәүгеләрҙән булып Шайморатов синыфы асыла һәм балалар был синыфта бик теләп уҡый. Күптән түгел ойошторолған “Айтуған” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә ижади уңыштарға өлгәшә.
Уҡыусылар төрлө кимәлдәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Башҡорт телендә әкиәттәр, шиғырҙар һөйләү, йыр-бейеү бәйгеһендә лә ситтә ҡалмай, гел алдынғы урындар ала. «Һаумы, һаумы, әкиәт!” әкиәттәрҙе яттан һөйләүселәр, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр һәм «Шаяниум” шаяндар һәм отҡорҙар конкурстарында, төбәк-ара ғилми- эҙләнеү эштәрендә ҡатнашыу уларға тыуған төйәк тарихын, мәҙәниәтен, телебеҙ байлыҡтарын тойорға ярҙам итә.
Мәктәп тормошон сағылдырыусы "Йәштәш" гәзите сыға һәм гимназияның телевизион студияһы үҙенең сюжеттарын башҡорт, рус, инглиз телдәрендә күрһәтә.
Шулай уҡ бында ирекмәндәр үҙәге эшләп килә. Улар төрлө саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Уҡыусылар һәм ата-әсәләр махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам күрһәтә. Уҡыусылар уларға хаттар яҙа, селтәр үрә, шәмдәр яһай.
2024-2025 уҡыу йылында гимназияны 63 уҡыусы тамамлаған. БДИ һөҙөмтәләре буйынса 11 сығарылыш уҡыусыһы отличие менән аттестат ала һәм уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн алтын һәм көмөш миҙалдар менән бүләкләнә.
2025-2026 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының муниципаль этабында мәктәптән — 73 призер, төбәк этабында бер еңеүсе һәм 16 призер була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың муниципаль этабында 13 уҡыусы ҡатнаша, улар араһында ике еңеүсе һәм 9 призер була. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабында ҡатнашҡан ике уҡыусының да береһе — еңеүсе, икенсеһе — призер.
Физика предметы буйынса Дж. Максвелл исемендәге олимпиаданың төбәк этабында ике бала призер була.
Шулай уҡ гимназияла ҡыҙыҡлы мәктәп проекттары ла тормошҡа ашырыла. Иң әһәмиәтлеһе — «Ағиҙел» Бөтә Рәсәй полилингваль олимпиадаһы. Уның маҡсаты: бер нисә телде (урыҫ, туған тел сит тел) яҡшы белгән уҡыусыларҙы асыҡлау, белемгә ынтылыш тыуҙырыу, балаларҙы илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар менән таныштырыу, телдәрҙе өйрәнеүгә шарттар булдырыу.
Быйыл был сара Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды. Олимпиадала Рәсәйҙең Алтай, Татарстан, Саха, Бүрәт, Төньяҡ Осетия-Алания республикаларынан күп телдәр белеүсе етмеш уҡыусы көс һынашты.
Киләсәктә лә гимназия уҡыусылары яңынан-яңы үрҙәр яулар, илһөйәр үҫмерҙәр, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы шәхестәре булып үҫер, тип ышанабыҙ.
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.