

2025 йылда, мәҫәлән, төбәктә 60-тан ашыу проект тормошҡа ашырылды. Быйыл да шул уҡ проекттар әүҙем эшләп килә. Мәҫәлән, «Рәсәй мәктәп яҙы» фестиваль-проектының төбәк этабы Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында 1500-ҙән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы. Иң яҡшылары быйыл 15-16 майҙа Ставрополдә республика исеменән сығыш яһаясаҡ.
Республикабыҙҙың һәр районында үткән «Зарница 2.0» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынында 90 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студент ҡатнашты. Улар үҙҙәрен командирҙар, БПЛА операторҙары, медиктар, хәрби хәбәрселәр, штурмовиктар һәм политруктар ролендә һынап ҡарай, заманса технологияларҙы үҙләштерә һәм тарихты өйрәнә.
Тағы ла бер мөһим йүнәлеш – медиасфера. 20 майҙа тамамланасаҡ «МедиаЫнтылыш» проектының яңы миҙгелендә «Беренсе студенттар» республика слеты һәм «Беренселәр хәрәкәте»нең райондарҙағы бүлексәләре рәйестәре һәм активистарының республика слеты проекты үткәреләсәк.
Шулай итеп, системалы эш, республика етәкселегенең ярҙамы, балаларҙың энергияһы менән Башҡортостанда «Беренселәр хәрәкәте» эшмәкәрлеге уңышлы бара. Беренселәребеҙгә киләсәктә лә һәр саҡ беренсе, алдынғы булып ҡалыуын теләйбеҙ.
Зилә ҒӘЛЛӘМОВА.