+9 °С
Ясно

Булыр бала – биләүҙән

Мәләүез ҡалаһында тауыҡ һәм бүҙәнә үрсетеү менән шөғөлләнгән, киләсәктә үҙен ҡош­солоҡ фабрикаһы етәксеһе итеп күрергә теләгән ун ике йәшлек Йәлил Салауатов менән әңгәмәләшкәндә үҙемде әле үк уңышлы эшҡыуар менән һөйләшеп ултырғандай тойҙом. Үҫмерҙең үҙенә булған ышанысын күреп, иҫем китте...

Булыр бала – биләүҙәнБулыр бала – биләүҙән
Булыр бала – биләүҙән

Ярай, барыһын да баштан башлайыҡ әле.
Йәлил биш йәшлек сағында ауылға өләсәһенә ҡунаҡҡа барғас, уның сыбар тауыҡтарын күреп ҡала. Үҙе әйтмешләй, ишек алдында ғорур ғына баҫып йөрөгән ҡоштар уның күңеленә ята ла ҡуя. Өләсәһенә эйәреп, уларҙы ашатып, йомортҡаларын йыйырға ярҙамлашып йөрөй.
Уларҙы үҙаллы аҫрап ҡарау уйы мәктәпкә барғансы уҡ хыялында барлыҡҡа килә. Атаһы, улының теләген хуплап, Йәлилгә биш тауыҡ һатып алып бирә. Үҙенә яңы шөғөл тапҡан малай йәй буйы шулар менән мәж килә. Ҡоштарын шул тиклем үҙенә эйәләштерә, артынан тотам ҡалмай эйәреп йөрөгәндәрен әле лә хәтерләп һөйләй. Тауыҡтарын ни тиклем генә яратһа ла, ҡышҡы һыуыҡтар еткәнсе, йөрәгенән йолҡоп тигәндәй, тегеләрҙе һатып ебәрергә тура килә. Беренсе синыфта уҡыған йылда һатып алынған туғыҙ тауыҡ менән бер әтәсен дә, бер ни тиклем аҫрағандан һуң, һатыуға ҡуя.
– Ике йыл элек атайым инкубатор һатып алып биргәйне. Беҙ унда йомортҡаларҙы бергәләп урынлаштырҙыҡ. Шунда, себештәр сыҡмай ҡуйһа, тип, әй ҡайғырғайным. 36 йомортҡанан 24 себеш сыҡҡас, ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Йәй буйы ҡарап үҫтергәс, үҙемә икәүҙе ҡалдырып, ҡалған егерме икеһен һатып ебәрҙем. Ҡасып та маташты әле үҙҙәре, шулай ҙа өйрәнгән урынға әйләнеп ҡайттылар, – тип йылмая Йәлил.
Әңгәмәсем шөғөлө тураһында шул тиклем мауыҡтырғыс итеп һөйләй, уны тыңлағанда үҙең дә шул тауыҡтар араһына барып эләккәндәй булаһың.
“Бизнес”ын киңәйтеп, бүҙәнә лә аҫраған әле ул. Ун биш ҡошсоғонан егерме йомортҡа ла алған. Ни эшләп улай аҙ тиһегеҙме? Сөнки ике бүҙәнәһе генә инә, ә ҡалғандары ата булып сыҡҡан. “Бүҙәнәләр нәзәкәтлерәк, шуға күрә тәрбиәләү ҙә ауырғараҡ тура килә”, — тип моңайып та алды үҫмер.
Яҙырға онотоп торам: ул йомортҡа ла һата бит әле. Үҙ продукцияһын интернет селтәрендәге төркөмө аша, шулай уҡ таныш-тоноштарына тәҡдим итә, был эштә әсәһе лә ярҙамлашып ебәрә. Улар башҡаларҙыҡынан айырылып торһон өсөн хатта махсус мөһөр ҙә яһатып алған. Мөһөр ҙә һуғылған икән, тимәк, ул — Йәлилдең хужалығынан һәм сифатлы, юғары сортлы!
Йәлил килеменең бер өлөшөн ҡош-ҡортона уңайлы шарт булдырыу өсөн тотона, үҙенә лә өлөш сығармай ҡалмай. Мәҫәлән, үҙ көсө менән тапҡан аҡсаһына планшет, инкубатор һәм тоҡомло тауыҡтар һатып алған.
– Бәләкәс себеште ҡарау еңел түгел. Ситлектә булмаһа, төрлө ҡош алып китеүе мөмкин. Берәй сир йоҡһа, дауаларға тура килә, – тип һөйләй әңгәмәсем.
Уның шөғөлөн ата-әсәһе генә түгел, яҡындары, Ислам ағаһы, Әминә һеңлеһе лә, хуплап, ярҙам ҡулы һуҙып тора икән.
Бөгөн Йәлил – Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы Башҡорт гимназияһында белем алған тырыш уҡыусы. Уға математика, биология дәрестәре оҡшай. Шулай уҡ йөҙөү менән шөғөлләнә.
– Мәктәптән һуң ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса белем алырға һәм үҙ бизнесымды асырға теләйем, – тип хушлашты беҙҙең менән буласаҡ эшҡыуар.
Уйлағаның ғәмәлгә ашһын да, киләсәктә әңгәмәләрҙе һинең фабрикаңда ҡорорға насип булһын, Йәлил.
Йәш замандашыбыҙҙың хыялы тормошҡа ашырына һеҙ ышанаһығыҙмы? Беҙ ышанабыҙ!

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
("Киске Өфө" гәзитенән.)

Автор:
Читайте нас