

Үҫмер саҡта тырнаҡ пластиналары нәзәкәтле һәм айырыуса һиҙгер була. Әүҙем үҫә һәм улар туҡланыуға мохтаж. Тырнаҡты яһалма үҫтереү процедураһында агрессив матдәләр ҡулланыу уларҙың тәбиғи үҫешен боҙа, һаулыҡҡа азыян килә, хәүеф тыуҙыра.
Үҫмер тиреһе һәм тырнаҡтары төрлө ярһытыуҙарға тиҙ бирешә. Елем, акрил һәм гель ҡулланыуҙан йыш ҡына шешә һәм аллергия бирә. Ҡайһы бер ҡыҙҙарҙа экзема, контактлы дерматит барлыҡҡа килә.
Яһалма тырнаҡ эшләтеү сәләмәт тырнаҡтарҙың тәбиғи үҫешен боҙа. Гель-лак йәки яһалма материалдар менән тырнаҡты даими ҡаплау – тырнаҡ төҙөлөшөн булдырыусы матдәләр алмашыныу процесын һәм метаболизмды тотҡарлай.
Ҡырғыс инструменттар менән тырнаҡты тупаҫ шымартыу ҙа бик зыянлы. Ваҡыт үтеү менән тырнаҡтарҙа ярыҡтар, ҡатламдар барлыҡҡҡа килеп, ул боҙола.
Күп ҡыҙҙар, тырнағын үҫтереп, өлкәндәрҙең матурлыҡ стандарттарынан үрнәк алырға тырыша. Тышҡы ҡиәфәткә артыҡ иғтибар биреү тормошта унан да мөһимерәк нәмәләрҙән иғтибарҙы ситкә ала.
Үҫмерҙәрҙең тиреһе көсһөҙәйә һәм бактериялар, бәшмәктәрҙән һаҡлана алмай. Процедура дөрөҫ үткәрелмәһә йәки гигиена ҡағиҙәләре боҙолһа, микроорганизмдар тыуҙырған инфекция йоҡтороу ихтималлығы арта.
Тырнаҡтарыңдың һаулығын һаҡлағың килһә, түбәндәге кәңәштәрҙе иҫеңдә тот:
— Гель-лактарҙы йыш ҡулланыуҙан һаҡлан;
— Тәбиғи тырнаҡтарҙы даими тәрбиәлә: дымландыр, бармаҡ массажы яһа, дөрөҫ туҡлан;
Организмың тулыһынса формалашҡанға тиклем маникюр һәм косметиканың агрессив алымдарынан баш тарт.
Аллергияға йәки йоғошло сиргә шик булғанда табип-педиатр йәки тире һәм тырнаҡтарҙы тәрбиәләү буйынса белгес менән кәңәшләш.
Шулай итеп, тырнаҡтарҙы яһалма үҫтереү йәш ҡыҙҙар өсөн хәүефле. Үҫмер осоро тулыһынса тамамланғансы һәм тотороҡло иммун системаһы барлыҡҡа килгәнсе, һаулыҡ менән бәйле етди проблемаларҙы булдырмау өсөн бындай процедураларҙан баш тартыу яҡшыраҡ.
Әсмәбикә апайығыҙ.