

Йәйге каникулда ҡайһы бер үҫмерҙәр аҡса эшләп ҡалырға тырыша. Нисек итеп ҡулдан килерлек эш табырға? Нисек алдаҡсы эш биреүселәргә юлыҡмаҫҡа һәм эшләп-эшләп тә аҡсаһыҙ тороп ҡалмаҫҡа?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостандағы Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана ВАНСКОВА яуап бирә.
Рәсми урынлашмайынса эшләү тураһында
Күп үҫмерҙәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рәсми урынлашмайынса эшләргә ризалаша. Был намыҫһыҙ эш биреүселәр өсөн бик ҡулай. Эшләгән аҡсаңды бөтөнләй түләмәүҙәре ихтимал. Легаль булмаған мәшғүллек осрағында бурысты тик суд аша ғына раҫларға мөмкин: башта эш биреүсе менән хеҙмәт мөнәсәбәттәре булғаны иҫбат ителә, шунан һуң ғына унан үҫмергә бурыс түләтелә. Тик баланың каникул осорондағы ғына ваҡытлы мәшғүллеге тураһында һүҙ барғанда ғәҙәттә ата-әсәләр суд менән бәйләнергә теләмәй. Шулай итеп, йыш ҡына бала эшкә урынлашыуын рәсмиләштермәй эшләһә, тейешле аҡсаһын ала алмай ҡала.
Эшкә ингәндә “әҙерәк стаж үтергә” кәрәк, ә рәсмиләштереү шунан һуң булыр, тип әйтеүҙәре һағайтырға тейеш. Хеҙмәт кодексында “эшкә инерҙән элек стаж үтеү” тигән төшөнсә юҡ.
16 йәштән алып үҫмер хеҙмәт договорын үҙ аллы төҙөй ала. Әгәр уға 15 йәш булһа, тик еңел эшкә генә урынлашыу рөхсәт ителә. Ә 14 йәштән договор атай йә әсәйҙең яҙма ризалығы менән генә төҙөлә, шулай уҡ тик еңел эшкә һәм уҡыуҙан буш ваҡытҡа.
Балаларҙы театрҙа уйнауға, кинола төшөүгә йәлеп итеү тураһында
Кинематография ойошмаларында һәм башҡа ижади учреждениеларҙа атайҙың йә әсәйҙең ризалығы һәм опека органы рөхсәте менән 14 йәшкә етмәгән балаларҙың да кинола, спектаклдә уйнауы мөмкин. Тик был эш уның сәләмәтлегенә һәм әхләҡи үҫешенә зыян килтермәҫкә тейеш. Эшкә алынған бала исеменән хеҙмәт договорына уның йә атаһы, йә әсәһе, йә опекуны ҡул ҡуя.
Үҫмерҙәргә ҡайҙа эшләргә ярамай, тағы ниндәй тыйыуҙар бар?
Үҫмерҙәр өсөн сикләүҙәр уларҙың сәләмәтлеген һәм әхләҡи торошон хәстәрләү менән бәйле.
- Ауыр физик эш, хәүефле һәм зарарлы шарттарҙа эшләү, төнгө клубтарҙа эшләү, алкоголь, тәмәке һатыу һ.б. менән бәйле урында мәшғүллек тыйыла.
- Үҫмерҙәрҙе командировкаға ебәрергә, норманан артыҡ эшләтергә, төнгө эштә, ял һәм байрам көндәрендә эшләтергә ярамай.
- Былтыр 1 сентябрҙән индерелгән иҫкәрмә тик йәйге каникул осоронда мәшғүллек хеҙмәте йүнәлтеүе буйынса йә студент отрядтары составында эшләүгә генә ҡағыла. Ошо осраҡтарҙа ғына 14–18 йәшлек хеҙмәткәрҙәрҙе ял һәм байрам көндәрендә эшкә сығарырға мөмкин.
- Үҫмерҙәргә шулай уҡ эшкә алған саҡта һынау мөҙҙәте ҡуйыу, уның менән тулы матди яуаплылыҡ тураһында договор төҙөү тыйыла.
- Эшкә алғанда үҫмер мотлаҡ медицина ҡарауы үтергә тейеш.
Рәсми эш урынын нисек табырға?
Үҫмерҙе хеҙмәт договоры төҙөп, рәсми эшкә ала торған намыҫлы эш биреүсене халыҡтың мәшғүллеге хеҙмәтендә табырға була.
Бала үҙе йәшәгән ерҙәге мәшғүллек хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә йә “Работа России” порталы аша онлайн ғариза бирә ала.
Фото: Валерий Шахов / Башинформ.
Сығанаҡ: Башинформ.