+9 °С
Ясно

ЙӘЙГЕ КАНИКУЛЫҢДЫ КҮҢЕЛҺЕҘЛЕКТӘР БОҘМАҺЫН!

Йәмле, ҡояшлы йәй етте, каникул башланды. Иркенләп тәбиғәттә йөрөйһөң, урман-тауҙар гиҙәһең, һыу инәһең, ҡояшта ҡыҙынаһың. Өләсәй­ҙәр элек иркенгә сыҡҡан балаларҙы “бәйҙән ысҡынған эт кеүек” тип мәрәкәләйҙәр ине. Үҙеңде хас шул эт кеүек тотаһың. Йәй көнө бик рәхәт, әлбиттә, тик һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен оноторға ярамай, дуҫтар!

ЙӘЙГЕ  КАНИКУЛЫҢДЫ  КҮҢЕЛҺЕҘЛЕКТӘР  БОҘМАҺЫН!ЙӘЙГЕ  КАНИКУЛЫҢДЫ  КҮҢЕЛҺЕҘЛЕКТӘР  БОҘМАҺЫН!
ЙӘЙГЕ КАНИКУЛЫҢДЫ КҮҢЕЛҺЕҘЛЕКТӘР БОҘМАҺЫН!

ҺЫУ ИНЕҮ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
– рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә кәрәк. Һыу инеүҙе тыйған билдә күрһәң, унда туҡтап та торма;
– һыу буйына ата-әсә, өлкәндәр менән барыу хәйерле. Хатта һәйбәт йөҙһәң дә, өлкәндәрһеҙ һыу буйына аяҡ та баҫма;
– йөҙә белмәһәң йә насар йөҙһәң, һауа тултырылған ҡулса, жилет йә ең ҡулланырға кәңәш ителә;
– таныш булмаған урынға сумырға ярамай. Һыу төбөндә ағас тамыры, таш, батҡан ағас, башҡа көтөлмәгән нәмәләр ҡасып ятыуы ихтимал;
– ҙур һыуҙарҙа һыу инеү урындарын буйҙар менән кәртәләп ҡуялар. Буйҙар артына сығыу тыйыла. Унда үтә тәрән йә һыу бик һалҡын булыуы ихтимал, бәлки, суднолар ҙа йөрөйҙөр;
– моторлы кәмәләргә, катерҙарға һәм башҡа йөҙөү сараларына яҡынлашма;
– эргәңдәге бала-сағаны һыуға этмә, йөҙгәндә аяғынан тотма, аяҡ етмәгән урында башҡаларҙың йөҙөүен тотҡарлап йәбешмә – был уларҙың батыуына йә зыян күреүенә сәбәп булыуы мөмкин;
– бейек ярҙан, катерҙан, кәмәнән, сумыу өсөн ҡулайланмаған башҡа урындан һыуға һикермә;
– ныҡ һалҡын һыуҙа (+18 градустан түбән), көслө ағымлы урында, ел-дауыл, ҡойма ямғыр, йәшен ваҡытында, шулай уҡ төнгө ҡараңғыла һыу инеү тыйыла;
– ашағандан һуң 45-50 минут үткәс кенә һыуға төшөргә ярай. Тән бик ҡыҙған, тирләгән булһа йә ныҡ арығанда ла һыу инергә тәҡдим ителмәй;
– хәлһеҙ булһаң, ҡалтырап өшөй башлаһаң, аяҡ-ҡулыңды көҙән йыйырһа, һыуҙан сыға һалырға һәм эргәңдәге өлкәндәргә хәбәр итергә кәрәк;
– һыу инеү ваҡыты 30 минуттан артмаһын, һыу һалҡын булһа, 5-6 минут та еткән;
– ҡояш ныҡ ҡыҙҙырғанда тәнгә махсус һаҡ­лағыс крем һөртөргә була;
– һыуҙа саҡта аяҡты көҙән йыйырһа, ар­ҡа­ға ятырға, көсөргәнмәҫкә, тынысланыр­ға һәм ҡулдар менән генә яр яғына йөҙөргә кәрәк.
УРМАНДА
Урманда ла һаҡлыҡ ҡағиҙәләрен теүәл үтәү мөһим. Бына улар:
– балалар урманға өлкәндәр менән генә барырға тейеш. Үҙҙәренә генә урманға йө­рөү тыйыла, сөнки бала кешенең ағас араһына инеү менән аҙашыуы ихтимал;
– урманға йыйынғанда балаларҙың сағыу кейем кейеүе яҡшы, ул әллә ҡайҙан күренеп торасаҡ. Яҡтылыҡ сағылдырыусы элемент­тар ҙа беркетергә мөмкин;
– өлкәндәрҙән ҡалышырға, ситләшергә ярамай. Гел генә бер-берегеҙҙең күҙ уңында йөрөү кәрәк;
– таныш булмаған еләктәрҙе, бәшмәктәрҙе, үҫемлектәрҙе ауыҙға ҡабыу тыйыла. Урманда ағыулы нәмәләр күп;
– урманда айыу-бүре, йыландар, талпандар, саға-тешләй торған бөжәктәр булғанын онотмағыҙ;
– өлкәндәрҙән башҡа усаҡ яғырға ярамай, янғын сығыуы ихтимал;
– ағас, ҡыуаҡ ботаҡтарын һындырып, сәс­кә­ләр­ҙе өҙөп, ҡырмыҫҡа иләүҙәрен йә ҡош ояларын туҙҙырып йөрөгән балалар тәбиғәткә зыян килтерә;
– ҡош балаһын тапһағыҙ, уға теймәгеҙ – ҡырағай ҡоштарҙа йоғошло ауырыуҙар осрай. Инәһе яҡын­да булһа, һөжүм итеүе, суҡыуы, талауы бар;
– урманда ныҡ шаулау, ҡысҡырыу, музыканы көслө итеп тоҡандырыу килешмәй;
– аҙашҡан йә өлкәндәрҙе күҙҙән юғалтҡан осраҡта ҡысҡырып саҡырырға һәм торған урындан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк. Өлкәндәр баланы килгән юлдан эҙләп йөрөйәсәк бит.
Урманға барғанда нимәләр алырға?
Үҙең менән ал:
– кеҫә телефоны менән запас аккумулятор — пауэрбанк (барыһы ла тулы зарядлы булһын);
– һыу, аҙыҡ (тиҙ боҙолмай торған ризыҡтар – сәтләүек, кипкән емеш, сөхәри);
– шырпы йә зажигалка, бысаҡ;
– иң кәрәкле дарыуҙар, бинт;
– талпан, серәкәйҙе өркөткөс репеллент.
Аҙашһаң, нимә эшләргә?
Яңғыҙ йөрөмәҫкә тигән тыйыуҙы тыңлама­йынса урманға бер үҙең барып сыҡһаң, етмәһә, аҙашһаң, нимә эшләргә?
Туҡтап, тирә-яҡты ҡараштыр, яҡын-тирәлә кеше тауыштары, эт өргәне, поезд йә машина үткәне ишетелмәйме икәнен тыңлап тор һәм тауыштар ишетелгән яҡҡа атла.
Телефоның үҙең менән булһа, 112 номерына ҡотҡарыусыларға шылтырат һәм ҡайҙа икәнеңде, ниндәй кейемдә булыуыңды хәбәр ит.


М. ЮЛАЕВА әҙерләне.

Автор:
Читайте нас