+19 °С
Дождь

Уҡыусылар мөһим эшкә өлөш индерә

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы донъяла йәшерен аслыҡ таралыуы тураһында белдергән.  “Ниндәй аслыҡ ул тағы? Магазин кәштәләре ризыҡтан һығылып тора”, – тиербеҙ, ышанмайынсараҡ. Йәшерен-батырыны юҡ, әллә ҡайҙағы Африка илдәрендә аслыҡ әле булһа даими “ҡунаҡ”.

Уҡыусылар мөһим эшкә өлөш индерәУҡыусылар мөһим эшкә өлөш индерә
Уҡыусылар мөһим эшкә өлөш индерә

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы донъяла йәшерен аслыҡ таралыуы тураһында белдергән.  “Ниндәй аслыҡ ул тағы? Магазин кәштәләре ризыҡтан һығылып тора”, – тиербеҙ, ышанмайынсараҡ. Йәшерен-батырыны юҡ, әллә ҡайҙағы Африка илдәрендә аслыҡ әле булһа даими “ҡунаҡ”.

Баҡтиһәң, тупраҡтың бик ныҡ ярлыланыуы, үҫтерелгән бөтә ризыҡта витаминдар, минералдар, кеше өсөн кәрәкле матдәләрҙең күп тапҡырҙар кәмеүе тураһында һүҙ бара икән.

Башҡортостанда 35 йыл эшләп килгән “БашИнком” етештереү-файҙаланыуға индереү предприятиеһы, БМО-ның хәбәрен үҙебеҙҙә лә тикшереп, йәшерен аслыҡтың ни тиклем көслө икәнен асыҡларға булған. Уға  тикшеренеү базаһы, яҡшы йыһазландырылған лабораториялары булған төрлө фәнни ойошмалар, юғары уҡыу йорттары, ғалимдар, студенттар, мәктәп уҡыусылары ярҙам иткән. 50-ләп мәктәп ҡатнашҡан был ҙур эштә.

Тикшеренеүҙәр өсөн төрлө культураларҙы төрлө ысул менән үҫтергәндәр.

Ҡәҙимге йәшелсә баҡсаһында ҡәҙимгесә үҫтереп алынған йәшелсәләр 50-60 йылдар элеккегә  ҡарағанда  кәм 2-3 тапҡырға “бушыраҡ” икәне асыҡланған. Элекке замандарҙа ла тикшеренеүҙәр үткәреп торғандар бит, совет осоро күрһәткестәре менән сағыштырғандар.

Мәҫәлән, минералдар һәм витаминдар хәҙерге ҡыярҙа элеккенән өс тапҡырға, кишерҙә – дүрт, сөгөлдөрҙә – дүрт, татлы бороста – биш, бойҙайҙа биш тапҡырға кәмерәк һ.б. Был дәүмәл төрлө культурала 3-тән 7 тапҡырғаса  етә икән. Традицион ер эшкәртеү ысулы менән үҫтерелгән культураларҙа витаминдар һәм минералдар миҡдары Рәсәй Фәндәр академияһы ҡуйған норманан  320 процентҡа кәмерәк!

Был “бушлыҡ” сәләмәтлектә ныҡ сағыла. Йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш, диабет һ.б. киң таралған ауырыуҙарҙан үлемдәр һаны бер нисәшәр тапҡырға артҡан. Хатта медицинаның йылдан-йыл яҡшырыуы ла хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртә алмай. Организмға кальций етмәүе, мәҫәлән, 147 ауырыуға сәбәп була икән.

Фән һәм етештереү менән шөғөлләнгән, яңынан-яңы препараттар сығарып торған “БашИнком”, үҙенең АС-35 биотехнологияһы тигән йыйылмаһына ингән “Кормилица Микориза”, “33 Богатыря”, “Фитоспорин”, “Гуми” биопрепараттарын ҡулланып,  киң ҡоласлы һынауҙар үткәргән. Һөҙөмтәләр өмөтләндергес: үҫтерелгән ризыҡта  витаминдар һәм минералдар миҡдары  Рәсәй Фәндәр академияһы ҡуйған норманан уртаса 106 процентҡа юғарыраҡ булып сыҡҡан. Мәҫәлән, ҡәҙимге ҡыярҙа ул күрһәткес норманан 3 тапҡырға кәм булһа, предприятие үҫтергәнендә  норманан 4 тапҡырға юғарыраҡ булған. Сөгөлдөрҙә – 4 тапҡырға кәмерәк, ә биопрепараттар менән үҫтергәнендә 2 тапҡырға күберәк була.

“БашИнком” директоры Вячеслав Иванович Кузнецовты ла, предприятие хеҙмәткәрҙәрен дә  шаҡ ҡатырған был һөҙөмтә. Үҙҙәре етештергән биопрепараттарҙың уңыш күләменә генә түгел, ә сифатына ла шул тиклем ыңғай үҙгәреш индергәнлеген быға тиклем күҙ алдына ла килтермәгәндәр бит улар.  Һөҙөмтәләр ышаныслы булһын өсөн илдең иң абруйлы лабораторияларына ебәреп тикшерткәндәр. Бөтәһе лә раҫланған.

Тупраҡ ни өсөн ярлылана?

Берҙән, ағыулы химикаттар күп ҡулланыла, шунлыҡтан магазинда һатылған йәшелсә-емеш бигерәк ныҡ буш була.  Ул ағыу, үҙ сиратында,  тупраҡтың микробиомын үлтерә һәм файҙалы матдәләрҙе йылдам юҡҡа сығара.

Икенсенән, селекция эштәре бик етеҙ үҫә, уңыш бер нисә тапҡырға күтәрелә, ул яңы сортлы көслө йәшелсә-емештәр, еләктәр, игендәр уҫкәндә тупраҡтың бөтә “ҡанын һура”.

Бына ошо төп ике сәбәп арҡаһында тупраҡ файҙалы ҡатнашмаларынан ҡолаҡ ҡаға.

Биотехнологиялар ҡулланып үҫтерелгән йәшелсәләрҙең күрһәткестәре  яҡшыраған, шулай ҙа бөтәһендә лә нормаға өлгәшелмәгән. Әйтәйек, һуған, картуф Рәсәй Фәндәр академияһы ҡуйған нормаға етеңкерәмәгән. Әммә эш дауам итә, беҙ бит фәнни предприятие, ти Вячеслав Иванович.

Мәктәп уҡыусылары, ҡайһы бер агросиныфтар  “БашИнком” менән хеҙмәттәшлек итә. Балалар һынауҙарҙа ҡатнаша, биотехнологиялар ҡулланып, мәктәп яны участкаһында йәшелсә, еләктәр үҫтерәләр. Һынау барышы тәраһындағы мәғлүмәттәрҙе, алынған һөҙөмтәләрҙе “БашИнком”ға хәбәр итәләр. Шулай уларҙың ғалимдарға ла ярҙамдары тейә, оло эшкә өлөш тә индерәләр, үҙҙәре лә тәжрибә туплай, эшкә өйрәнә. “БашИнком” уҡыусыларҙың һынауҙарға ҡушылыуына һәр ваҡыт әҙер.

Фотола – Өфөләге Вуз-ара кампуста “Башинком” асҡан заманса лаборатория. Унда  ғалимдар, студенттар биотехнологик һынауҙар үткәрә.

Автор:Альфия Акбутина
Читайте нас