

Яҙ сыҡҡас, Ҡаҙаҡҡар тауына экскурсияға барғанда, ағыулы ҡара йылан менән күҙгә-күҙ ҡарашып торҙоҡ. Ҡая ташҡа үрмәләй инек, ике ҡул да буш түгел, ә ара, уҙа барһа, 20–30 сантиметр булғандыр. Йылан ташланған хәлдә ҡотолоу юҡ ине. Унан алда ғына күпер аҫтында аҡ йылан күргәйнем, бәлки, шул ҡотҡарғандыр ҙа. Аҡ йылан күргән кеше даланлы була, ти бит.
Һуңғараҡ бөтә илгә таралған яман трахома сире күҙһеҙ ҡалдыра яҙҙы. Бәбәктәрҙе тимер ҡыҫҡыс менән ҡырғандағы ғазаптар һаман онотолмай. Шулай ҙа ул мәлдәге доктор еңгәйемә (хәҙер инде мәрхүмә) әле булһа рәхмәтлемен.
Дүртенсе синыфҡа барғанда, мәктәп янындағы «буй»ҙан осоп төшөп, аяғымды һындырып яттым. Ярай әле ваҡиға дәрестәрҙән һуң булды, юғиһә атайыма эләгә ине, сөнки ул мәктәп директоры, уҡытыусым ине.
Бер ваҡыт беҙҙең Әхмәт ауылына, бығаса күреү түгел, ишеткәнебеҙ ҙә булмаған «баба» килде. Ул, сөннәтләп, малайҙарҙан мосолман яһап йөрөй икән. Кеҫәһендә салғынан эшләнгән үткер бәкеһе бар икән. Ана шуныһы менән «ҡырҡа» ла ырғыта, ти. Хатта ҡыҙға әйләнеп ҡуйыуың бар. Беҙҙең ҡот осто. Түбән ос малайҙары һөйләштек тә, «теге» киткәнсе урманға ҡасып торорға килештек. Күрәләтә ҡыҙ һымаҡ булып йөрөп булмай бит инде.
Иртәгәһенә мәктәпкә тип сығып киткән түбән остарҙың барыһы ла ташҡыны ҡайтып өлгөрмәгән Һаҡмар һаҙында ине. Һаман хәтерҙә: яҙғы сыуаҡ, матур көн, ҡоштар һайраша, тал «көсөктәрендә», геү килеп, иңкештәр оса, йәш үлән морон төртә. Гәпләшеп, таллыҡ араһынан ауыл яғын күҙәтеп ятабыҙ: килмәйме «яуыз» «баба». Ошо мәл аранан беребеҙ ҡот осҡос оран һалды: «Йылан, малайҙар! Йыла-ан!!! Ана, тал төбөндә мыжғып ята!». Мыжғып ятҡан йылан барында ниндәйҙер «бабаң» нимә генә ул! Күҙ асып йомған арала барыбыҙ ҙа ҡыуаҡлыҡ уртаһындағы аҡланда тора инек.
Йылан, ысынлап та, күп булып сыҡты. Улар, бер-береһенә сырмалышып, ҙур йомғаҡ яһап ҡайнаша, үҙ-ара мәж киләләр, беҙҙә эштәре лә юҡ. Күренештең бындайын ошоғаса ла, һуңынан да башҡа осратҡаным булманы. Күрәһең, ҡышҡы йоҡонан сыҡҡан һөйрәлеүсе мәхлүктәрҙең яҙғы «уйыны» башланған ваҡыт булғандыр.
Беҙҙең түҙемлек оҙаҡҡа етмәне, сумкаларҙағы ризыҡ бөтөп, ҡалтыратҡыс киске һалҡын төшә башлағанда сараһыҙҙан ҡайтып индек. Кемгә нисектер, өйҙә миңә ауыр һүҙ өндәшеүсе булманы. Дәрес ҡалдырып, ҡайҙа, ни өсөн йөрөп ятҡанды белеп торалар бит инде. Уңайы сығып торғанда ейәнен сөннәтләтеп ҡалырға тырышҡан өләсәйем генә бер аҙ һуҡранып алды.
Ә «бабаға» аҙағыраҡ барыбер «ултырҙыҡ». Хәстәханала, таҙа, хәүефһеҙ һәм әҙерлекле шарттарҙа. Әле малайҙарға шуны әйткем килә: мосолман өммәтенә (башҡаһына ла ҡамасау итмәҫ) сөннәтләнеү, мотлаҡ булмаһа ла, кәрәкле ғәмәл. Үҙенең генә түгел, киләсәктә кәләшенең, бәпесенең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кеше өсөн. Хәҙер бысраҡ бәке тотоп йөрөгән «бабалар» юҡ, барыһы урындағы наркоз менән больницала эшләнә. Ҡурҡырға ярамай.
Иҙрис Ноғманов,
РФ һәм БР яҙыусылар берлеге ағзаһы, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, «Аманат» журналының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы лауреаты.